Сәйетгәрәев Сәйетмәғрүф Сәйетгәрәй улы
Сәйетгәрәев Сәйетмәғрүф Сәйетгәрәй улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 26 декабрь 1916 |
Тыуған урыны | Имай-Утар, Мәскәү ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы |
Вафат булған көнө | 16 апрель 2002 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Дүртөйлө районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ат ҡараусы |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сәйетгәрәев Сәйетмәғрүф Сәйетгәрәй улы (26 декабрь 1916 йыл — 16 апрель 2002 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Рядовой.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйетгәрәев Сәйетмәғрүф Сәйетгәрәй улы 1916 йылдың 26 декабрендә Башҡортостандың Дүртөйлө районының Имай-Утар ауылында тыуа. 1941 йылдың декабрендә Дүртөйлө район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 60-сы гвардия кавалерия полкында хужалыҡ взводының ат ҡараусыһы булып хеҙмәт итә[1]
«Иптәш Сәйетгәрәев хужалыҡ взводының эшкә һәләтле һәм йылдам ат ҡараусыһы, 1945 йылдың 18 ғинуарында Томашув ҡалаһы янында һуғышта, полк тылында хәрәкәт итеп, алты һалдаттан торған дошман төрөкөмөн күреп ҡала һәм винтовка менән ҡыйыу һәм етеҙ эш итеп, уларҙы әсирлеккә төшөргә мәжбүр итә һәм уларҙы часткә алып килә.
Ауыр хәрби шарттарҙа, юлһыҙлыҡ булғанда ла Сәйетгәрәев беренселәрҙән булып аҙыҡ-түлек еткерә, уның аттары һәр ваҡыт ҡараулы һәм дағаланған була. Ауыр һәм оҙайлы маневр марштарында ла уның ат составы көр була. 1945 йылдың 16 февралендә Вайхенбах ауылы янында Сәйетгәрәев дошмандың көслө миномет-пулемет һәм автомат уты аҫтында һуғыш яланынан яралы һалдат һәм офицерҙарҙы тейәп алып сығыуҙа ярҙам итә». |
Был батырлыҡтары өсөн Сәйетгәрәев Сәйетмәғрүф Сәйетгәрәй улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1].
Ветеран 2002 йылдың 16 апрелендә Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районында вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943, 1944)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[3] (1985)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. САИТГАРЕЕВ Саитмагруф Саитгареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Саитгареев Саитмагруф Саитгареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Участники войны
- 26 декабрҙә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Дүртөйлө районында тыуғандар
- 16 апрелдә вафат булғандар
- 2002 йылда вафат булғандар
- Дүртөйлө районында вафат булғандар
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар