Эстәлеккә күсергә

Сәлимгәрәев Миңлегәрәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәлимгәрәев Миңлегәрәй
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Ҡаратал (Саҡмағош районы), Йомаш ауыл советы, Саҡмағош районы
Вафат булған көнө 21 сентябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Вафат булған урыны Березна[d], Менский район[d], Чернигов өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө ат ҡараусы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Сәлимгәрәев Миңлегәрәй (рус. Салимгареев Миннигарей 1913 йыл21 сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Сәлимгәрәев Миңлегәрәй 1913 йылда хәҙерге Башҡортостандың Саҡмағош районы Ҡаратал ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Өфө ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының ат ҡараусыһы булып хеҙмәт итә[1].

Украина территорияһында барған тиңһеҙ һуғышта алған яраларынан һәләк була. Украинаның Чернигов өлкәһе Березна ҡасабаһында ерләнә[2].

Юғалтыуҙар исемлегендә Ҡаратал ауылында йәшәгән ҡатыны Аҡмаева Сәғиҙә күрһәтелгән[2].