Эстәлеккә күсергә

Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы
Тыуған көнө

7 февраль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны

Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Буранғол ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

философия, социология

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

философия фәндәре докторы (2011)

Ғилми исеме

профессор

Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы (7 февраль 1959 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2011), профессор. 2011—2019 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы.

Ғәфүр Ғөбәй улы Сәлихов 1959 йылдың 7 февралендә Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Буранғол ауылында тыуған. 1987 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

1987—1989 йылдарҙа Йылайыр районы Юлдыбай ауылындағы 80-се урта һөнәрселек техник училищеһында (бөгөн 80-се һөнәрселек лицейы) уҡыта.

1992—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусы булып эшләй.

1995—1996 йылдарҙа «Башҡорт энициклопедияһы» ғилми нәшриәтендә директорҙың фән буйынса урынбаҫары һәм 1996 йылдың февраленән — директорҙың 1-се урынбаҫары вазифаларын биләй.

1996—2002 йылдарҙа Өфө китапхана техникумы директоры була.

2002—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында сектор етәксеһе вазифаһын башҡара.

2004—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Социологик һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

2008—2011 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты уҡытыусыһы.

2011—2019 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы.

Ғәфүр Сәлихов — глобалләшеү шарттарында йәмғиәттең һәм дәүләттәрҙең артабанғы үҫешен, уларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеген, нәҡ был осорҙа кешенең бар донъя кимәлендә барған процесстарҙа тотҡан ролен ғилми күҙлектән сығып тикшереүсе һәм үҙенең ғилми хеҙмәттәре менән Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң танылыу алған республика философ-ғалимдәренең береһе. Фән докторы үҙен шулай уҡ башҡорт халҡының философик ҡараштарын һәм мәҙәниәтен әүҙем өйрәнеүсе итеп күрһәтте. Уның мәҡәләләре Башҡорт дәүләт университетында, Рәсәйҙә һәм күп сит илдәрҙәге ғилми-тикшеренеү һәм юғары уҡыу йорттарында нәшер ителгән йыйынтыҡтарҙа һәм төрлө фәнни журналдарҙа даими баҫылып килә. Дөйөм алғанда ул алты тиҫтәнән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы.

Ғилми хеҙмәттәре һәм фәнни мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мировое сообщество в эпоху глобализации // Вестник Башкирского университета. — Уфа, 2007. — № 1. — С. 194—196.
  • К проблеме социальной картины мира в эпоху глобализации // Вестник Башкирского университета. — Уфа, 2008. — Т. 13. — № 3. — С. 631—634.
  • Человек, общество и проблемы глобализации // Социально-гуманитарные знания. — М., 2008. — № 9. — С. 14-150.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә 2015 йылдың 6—10 октябрендә үткән VII Рәсәй философия конгресының йомғаҡлау көнөндә Ғәфүр Сәлиховтың Рәсәй философия йәмғиәтенең вице-президенты итеп һайланыуы тураһында билдәле булды[1].