Эстәлеккә күсергә

Сәләбиҙәр (Бәрдә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәләбиҙәр
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Бардинский район[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Карта

Сәләбиҙәр (рус. Чалабилар, әзерб. Çələbilər ) - Әзербайжан Республикаһының Бәрдә районы Утыҙикеләр (әзерб. Otuzikilər) административ-берәмегенең ауылы.


Ауыл мәүләүиҙәр тәриҡәте башлығы Сәләби тигән кеше нәҫелдәре тарафынан барлыҡҡа килтерелгән, шуға күрә Сәләбиҙәр тип аталып киткән, йәғни атама этнотопоним булып тора. Сәләби һүҙе дини һәм донъяуи термин булып, хакимдарҙың, шаһзадәләрҙең исемдәренә ҡушып әйтелгән, яҙыусылар, шағирҙар, белгестәр мәғәнәһендә лә ҡулланылған.1933 йылда Жәбраил округында Таутыумаҫ әзерб. Dağtumas вилайәтендә шулай уҡ Сәләбиҙәр исемле ауыл теркәлгән. Иранда - Селәби, Ҡырымда Сәләбиҙәр (Плодова) тип аталған урындар бар. Рәсәйҙә лә Силәбе ҡалаһы билдәле.

Ҡарабах тигеҙлегендә урынлашҡан. Сәләбиҙәр Әзербайжанға XVI быуаттың икенсе яртыһында Кесе Азиянан күсеп килгән. Һажи Ҡараман , Сәләбиҙәрҙең атаҡлы бер юлбашсыһы, XVI-XVII быуаттарҙа Жәбраил территорияһына күсеп килә, башта Нифталиҙар менән Нусус ауылдары араһында урын һайлай, һуңынан Сәләбиҙәр ауылына урынлаша. Һажи Ҡараман шунда ерләнә, ә төрбәһе изгеләштерелә.

Сәләбиҙәр ауылында мәсет һижри 1088 йылда (милади 1678 йыл) Мөхәммәд ибн Һажи Ҡараман Әхмәтле тарафынан төҙөлә. Ғүмеренең аҙағына тиклем ул был ауылда аҡһаҡал, изге эштәр ҡылыусыһы, мохтаждарҙы һыйындырыусы булған[1]..

Ҡарабах келәме «Муган». Ерлеккә бер нисә сәскә эшләп һуғылған

Ҡарабахтағы ошо төбәктең боронғо өбөрөлө келәмдәрен "Сәләби"тип атайҙар. Дөрөҫөндә, һатып алыусылар һәм келәм менән сауҙа итеүселәр тарафынан боҙолоп, Европала "Челабирт" ("Chelabirt") булараҡ билдәлелек алған. Был келәмдең тәүләп барлыҡҡа килгән урыны Бәрҙәнән көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан Сәләбиҙәр ауылы булған. Низами Гәнжәүиҙең (1141-1209) «Шәрәф-намә» поэмаһында Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең Бәрдәгә килеүен һүрәтләгәндә «Сәләби» тигән келәм һуҡҡан ауыл кешеләре тураһында яҙа [2] . Сәләбиҙәр ауылындағы оҫталар келәмдең структураһын, составын камиллаштыра бара. һуңғараҡ был келәмдәр Таулы Ҡарабахта, Аранда, бигерәк тә Ҡаҙаҡ ҡалаһында һәм XIX быуаттың келәм етештергән башҡа урындарында таралып, төрлө исем аҫтында популярлаша. "Сәләби" келәменең урта ерлеге композицияһы оло бер биҙәктән (гөлдән) йәки бер-бер артлы теҙелгән бер нисә ҙур биҙәктән (гөлдән) тора. Улар, ғәҙәттә, 80-150 см дәүмәлле була. Сәскәләр, ғәҙәттә, 16 таж япраҡлы итеп эшләнгән, әммә һуңғараҡ технологик процесстар үҙгәреү сәбәпле, улар үҙенең тәүге ҡиәфәтен юғалта башлаған, урындағы стиль нигеҙендә уның тышҡы күренешендә үҙгәрештәр булған. Баҡыла Бибиһәйбәт мәсетендә һаҡланған XVIII быуат келәме өсөн дә шундай уҡ аңлатма һәм аналогия лә хас. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, урта өлөштә ҙур бер биҙәк ситтәрәк бер нисә ҙур биҙәк төшөрөлгәненән матурыраҡ күренә. Бының шулай икәнен Лондондағы Виктория һәм Альберт музейында һаҡланған XIX быуатҡа ҡараған келәм өлгөһөндә күрергә мөмкин[3]

  1. Энциклопедический словарь топонимов Азербайджана. В двух томах. Я строю. Баку, "Восток-Запад", 2007, с. 190.
  2. Азербайджанские ковры - КАРАБАХСКАЯ ГРУППА Azərbaycan xalçaları -стр. 90 2020 йыл 30 июнь архивланған.
  3. Путешествие в Лондон: Музей Виктории и Альберта и азербайджанский ковер "Шейх Сафи"