Ҡаҙаҡ (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙаҡ
әзерб. Qazax
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1909
Рәсми атамаһы Казах, Новая Акстафа һәм Казах
Дәүләт  Әзербайжан
Административ үҙәге Ҡаҙаҡ өйәҙе[d] һәм Газахский район[d]
Административ-территориаль берәмек Газахский район[d] һәм Ҡаҙаҡ өйәҙе[d]
Халыҡ һаны 28 000 кеше (2019)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 381 ± 1 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Туғандаш ҡала Тракай[d][1]
Майҙаны 10 км²
Почта индексы AZ 3500
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q32929405?
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Q19404373?
Карта
 Ҡаҙаҡ Викимилектә

Ҡаҙаҡ (рус. Газах, әзерб. Qazax) — Әзербайжандың көнбайышындағы ҡала, Ҡаҙаҡ районының административ үҙәге. Акстафа йылғаһы буйында, диңгеҙ кимәленән 323 м бейеклектә, Агстафа ҡалаһы тимер юл станцияһынан 9 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Ҡала майҙаны — 699 км2. Бында 82500-ҙән ашыу кеше йәшәй.[2]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуатта Ҡаҙаҡ Ҡаҙаҡ солтанатының баш ҡалаһы булған. Рәсәй империяһында ҡала Елизаветполь губернаһы Ҡаҙаҡ өйәҙенең административ үҙәге, Елизаветполь губерна ҡалаһынан 104 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

1909 йылда Ҡаҙаҡ ҡала статусы ала[3]. 1918 йылда Гори ҡалаһында Ҡаҙаҡ уҡытыусылар семинарияһы асылған, уның беренсе директоры Фиридун-бек Кочарлинский булған. 1930 йылдан — Әзербайжандың Ҡаҙаҡ районының административ үҙәге[4]

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙаҡ районында донъя, милли һәм урындағы әһәмиәткә эйә 112 тарихи ҡомартҡы бар. Уларҙың 54-е — археология, 46-һы — архитектура , 7 монументаль-тарихи һәйкәл, 5 биҙәү-ҡулланма сәнғәте ҡомартҡыһы.

Ҡаҙаҡтың үҙендә 112 ҡомартҡы һаҡлана: улар араһында Дамджили мәмерйә торанҡаһы, 6-сы быуат албан ҡорамы, Ҡыҙыл күпер (12 быуат) һәм башҡалар.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала келәм етештереү, мамыҡ иләү фабрикаһы, шулай уҡ аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары, ауыл хужалығы техникумы, медицина училищеһын, халыҡ театры урынлашҡан. Совет йылдарында уҡ Ҡаҙаҡ ҡалаһы әзербайжан оҙон өбөрҫөлө келәм етештереү үҙәге һаналған[5]

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://www.trakai.lt/index.php?813797980
  2. Газах (әзерб.). azerbaijans.com. Дата обращения: 30 сентябрь 2018.
  3. Казах — статья из Большой советской энциклопедии
  4. Город Газах (Азербайджан). geogoroda.ru (12 июнь 2016). Дата обращения: 30 сентябрь 2018.
  5. Виды азербайджанских ковров: от простого к сложному

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]