Эстәлеккә күсергә

Сәмситов Талиб Зияҡай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәмситов Талиб Зияҡай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1918
Тыуған урыны Балаҡатай районы
Вафат булған көнө 10 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Вафат булған урыны Германия
Һөнәр төрө разведчик
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Сәмситов Талиб Зияҡай улы (рус. Самситов Талиб Зиякович 1918 йыл — 10 февраль 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы.

Сәмситов Талиб Зияҡай улы 1918 йылда хәҙерге Башҡортостандың Балаҡатай районында тыуа. 1942 йылда Балаҡатай районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында разведчик булып хеҙмәт итә[1].

Штаб батареяһы өлкән разведчигы Сәмситов Талиб Зияҡай улы Тупичев һәм Выхвостово дошмандың алғы һыҙығын һәм ике үҙйөрөшлө орудиеһының урынлашыуын таба, бының һөҙөмтәһендә дошмандың йөҙҙән ашыу һалдаты һәм бер үҙйөрөшлө орудиеһы юҡ ителә. Подразделениеның 1943 йылдың 10 октябрендәге 83-се бойороғо менән Сәмситов Талиб Зияҡай улына «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].

1945 йылдың 10 февралендә Германияла барған һуғышта һәләк була. Рейгендорф ҡалаһында ерләнә[1][2].