Эстәлеккә күсергә

Сәнжар әл-Башҡорди

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡорди
Тыуған көнө

XIII быуат урталары

Вафат булған көнө

XIV быуат аҙағы

Эшмәкәрлеге

мәмлүк әмиры

Алтын Урҙа осоронда, бигерәк тә XIV быуат урталарынан, алыҫ ғәрәп иле Мысырҙа бер үк ваҡытта төрки телле фән һәм мәҙәниәт һиҙелерлек үҫеш ала. Һарайҙағы ҡаршылыҡтар, тәхет өсөн талаш-тартыш арҡаһында Урал, Волга, Яйыҡ буйҙарынан, Хәрәзмдән, Ҡырымдан бик күп ғалимдар, әҙиптәр Мысырға күсә. Үҙ сиратында Мысырҙа был дәүерҙә башлыса төркиҙәрҙән торған (уғыҙҙар, күберәк ҡыпсаҡтар) мәмлүктәр династияһы урынлаштырылған була. (Мәмлүк солтандары был илдә 1250 йылдан алып 1803 йылға тиклем хакимлыҡ итә.) Боронғораҡ дәүерҙә башҡорттар донъя халыҡтары тарихында һиҙелерлек ҡатнашҡан халыҡ булғандыр, күрәһең. Волга буйы Болғары дәүләтендә әйле башҡорттарының хандар династияһы, Дәшти Ҡыпсаҡта Башҡорт хандың хаким булып тороуы, урта быуаттарҙа Иранда Ғазан хан тигән башҡорттоң генерал дәрәжәһенә өлгәшеүе, Болғар дәүерендә йәшәгән Яҡуп ибн Ноғман, Ҡол Ғәли, йәнә башҡа шөһрәтле исемдәр шул фекерҙе дәлилләй. Алтын Урҙала урынлашҡан ҡыҫымға түҙә алмайынса йә башҡаса сәбәптәр арҡаһында Мысырға йыш ҡына башҡорттар ҙа барып юлыҡҡан. Улар араһында юғары ҡатлам мәмлүктәренән Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡорди менән Насретдин әл-Насыри үҙҙәрен дәүләт эшмәкәрлеге, ғилем һәм шиғриәт өлкәһендә танытҡаңдар. Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡордиҙың Мысырҙа әмир булып торғанлығы билдәле. Уның исеме Әл-Факиһи тигән ғәрәп ғалимының «Мәккә тарихы»нда 1284 һәм 1290 йылдарҙағы ваҡиғалар айҡанлы телгә алына. Тәүге осраҡта ул:

« «Мәккәнең башлығы Әбүнума менән Мысыр әмире Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡорди һүҙгә килештеләр, шул арҡала Әбүнума Мәккәнең ҡапҡаларын бикләтте һәм берәүҙе лә ҡалаға индермәне...»[1] — тиелгән. »

Бынан ары китапта ошондай мәғлүмәт бирелә: «Мысырҙан хажға килеүселәр каруанының башы — Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡорди ине».

  • Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. — Өфө: КИТАП, 2005. — 376 бит. с. — ISBN 5-295-02098-3.
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 1-се том. Урта быуаттар осоро. Өфө, 1991. 170-се бит.
  • Харисов Ә. И. Күрһәтелгән хеҙмәт. 195-се бит.
  • Амин аль-Холи. Связи между Нилом и Волгой в XIII—XIV вв. Сокращенный перевод с арабского. М., 1962. 31-се бит.
  • Харисов Ә. И. Күрһәтелгән хеҙмәт. 196-сы бит.
  1. Харисов Ә. И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII—XIX быуаттар. — Өфө, 1965 — 194-се бит.