Сәфәрғәлиев Ғәфиәт Байрамғәле улы
Сәфәрғәлиев Ғәфиәт Байрамғәле улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1912 |
Тыуған урыны | Благовар районы |
Вафат булған көнө | 12 апрель 1944 |
Вафат булған урыны | Верба[d], Владимир-Волынский район[d], Волынь өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Сәфәрғәлиев Ғәфиәт Байрамғәле улы (рус. Сафаргалиев Гафият Байрамгалиевич) — (1912 йыл — 12 апрель 1944 йыл), легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой, һуңыраҡ гвардия өлкән сержанты.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәфәрғәлиев Ғәфиәт Байрамғәле улы 1912 йылда хәҙерге Башҡортостандың Благовар районында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың авгусында Благовар районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1].
1944 йылдың 12 апрелендә Украина ерҙәрендә барған ҡыҙыу һуғышта һәләк була. Украинаның Волынь өлкәһе Верба ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Юғалтыуҙар исемлегендә Благовар районында йәшәгән ҡатыны Р. Сәфәрғәлиева күрһәтелгән[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. САФАРГАЛИЕВ Гафият Байрамгалиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Сафаргалеев Гафият Байрамгалиевич. Документ, уточняющий потери
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 977520 Дело ист. информации: 813