Эстәлеккә күсергә

Сәхәбөтдинов Муллағәли Ислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәхәбөтдинов Муллағәли Ислам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Шәрип, Кушнаренко районы
Вафат булған көнө 20 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Вафат булған урыны Иванковщина[d], Каменский сельсовет[d], Мозырь районы, Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө Ездовой
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Сәхәбөтдинов Муллағәли Ислам улы (рус. Сахабутдинов Муллыгалей Исламович 1907 йыл20 ғинуар 1944 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (1943).

Сәхәбөтдинов Муллағәли Ислам улы 1907 йылда хәҙерге Башҡортостандың Кушнаренко районы Шәрип ауылында тыуа. 1941 йылдың авгусында Өфө ҡалаһының Ленин районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия каваелрия дивизияһының 17-се дивизион ветеринария лазаретында ездовой булып хеҙмәт итә[1].

Сәхәбөтдинов Муллағәли Ислам улы хужалыҡ отделениеһы повозочныйы булып хеҙмәт итеүе осоронда үҙенә беркетелгән ат арбаларын һәр ваҡыт өлгөлө тәртиптә тота. Ат егеү кәрәк-яраҡтарын һәм арбаларҙы һәр ваҡыт үҙе йүнәтеп тора. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә газ камераһын эшләй. 1943 йылдың 28 мартында ҡыҙылармеец Сәхәбөтдинов подразделениеның 19-сы бойороғо менән «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].

Сәхәбөтдинов Муллағәли Ислам улы 1944 йылдың 20 ғинуарында Белоруссия ерҙәрендә барған ҡаты алышта батырҙарса һәләк була. Белоруссияның Полесье өлкәһе (хәҙер Гомель өлкәһе) Мозырь районының Иванковщина ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[3].

  • ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 77a, ящик 8