Сөләймәнов Ренарт Вафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөләймәнов Ренарт Вафа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө 27 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө атыусы спортсы, тренер
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре кандидаты[d]
Спорт төрө атыу спорты[d]
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1968[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер СССР заслуженный мастер спорта СССР

Сөләймәнов Ренарт Вафа улы (27 июль 1937 йыл) — спортсы, ғалим-физик-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1966). Пистолеттан атыу буйынса СССР (1976—1991) һәм 2003 йылдан Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1968), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1984), Мехиколағы Олимпия уйындарының бронза призеры (1968). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ренарт Вафа улы Сөләймәнов 1937 йылдың 27 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Өфөләге «Динамо» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренеры А. А. Мироненко

1966 — 1972 йылдарҙа Мәскәүҙең ЦСКА-һы өсөн сығыш яһай.

Спортсы карьераһын тамамлағандан һуң Халыҡ-ара атыу спорты союзы башҡарма комитеты ағзаһы була тора (19721978), унан һуң СССР йыйылма командаһы (1976—1991), аҙаҡ Рәсәй йыйылма командаһы тренеры булып эшләй.

1974 йылда Тун ҡалаһындағы (Швейцария) донъя чемпионатында, шулай уҡ 1976 йылда Монреалдағы Олимпия уйындарында техник делегат булараҡ сығыш яһай.

Ренарт Вафа улы фән һәм спортты уңышлы рәүештә бер үк ваҡытта алып бара. Шулай, 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, ә 1966 йылда диссертация яҡлай һәм физика-математика фәндәре кандидаты була, аҙаҡ — Башҡорт дәүләт университетының математик анализ кафедраһы доценты булып эшләй[2].

Шулай уҡ ул «Покоритесь, рекорды» китабын яҙған.

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Sports-Reference.com (ингл.)
  2. День рождения. Управление спортивных мероприятий Республики Башкортостан (27 июль 2007). Дата обращения: 12 ғинуар 2010. Архивировано 10 апрель 2012 года.(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]