Эстәлеккә күсергә

Сөләймән Баҡырғани

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөләймән Баҡырғани
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Хорезмшаһтар дәүләте
Ҡушамат Хаким-Ата
Тыуған көнө 1091
Тыуған урыны Хорезм[d]
Вафат булған көнө 1186
Ерләнгән урыны Баишевская астана[d]
Ҡәбере һүрәте
Балалары Айша-Биби[d]
Һөнәр төрө мистик, Мөршид
Эшмәкәрлек төрө суфыйлыҡ
Уҡыусылар Занги-Ата[d]
Кемдә уҡыған Әхмәт Йәсәүи
 Сөләймән Баҡырғани Викимилектә

Сөләймән Баҡырғани (Сулейман-Ата, Хаким-Ходжа[1]) (1091—1186) — төрки «изгеһе» (әүлиәһе), легендар суфый шәйехы, Урта Азияла исламды таратыусы. Күренекле шәкерттәре Хужа Әхмәт Йәсәүи, Йәсәүи тәриҡәтенең 4-се халифы (урындағы идара башлығы).

"Ахыры заман китабы"ның (Апокалипсистың ислам версияһының) авторы тип иҫәпләнелә. Төрки мифологияһында Хаким-Ата исеме аҫтында сығыш яһай.

Баҡырғаниҙең теүәл генә биографияһы юҡ. 1898 йылда К. Г. Залеман «Хәким-Ата тураһында риүәйәт»[2][3] атамаһы аҫтында баҫтырып сығарған аноним нәсихәте, һәм Фәхр әд-Дин Али бән Хөсәйен Үәиз Кашифиҙең (1463—1531) 1503 йылда баҫылған[4]«Рашахат 'айн аль-хайат» (Мәңгелек тормош сығанағынан тамсылар) хеҙмәтенән шәйехтең тормош юлын һүрәтләүҙәре төп мәғлүмәт сығанаҡтары булып тора.[5][6]

Сөләймән 15 йәшендә Хужа Әхмәт Йәсәүиҙең мөрите була[7]. Бер ваҡиғанан һуң Сөләймәнгә Хызыр рухы килә һәм ул Хәким Сөләймән (аҡыллы Сөләймән) тип аталырға ҡуша. Шул мәлдән алып Сөләймән, үҙенең мөғәлллиме кеүек, хикмәттәр яҙыу һәләтенә эйә була[8].

Бер тапҡыр Әхмәт Йәсәүи, доға уҡығанда хата яһап, 99 мең шәкертен һынап ҡарай. Тик Сөләймән генә был һынауҙы тулыһынса үтә ала[9]. В. Н. Басилов тапҡан төркмән-аталарҙың шәжәрәһе Баҡырғаниҙы «Сиктең Сиге» тип атай, йәғни Баҡырғаниҙың суфый әүлиәләре араһында иң юғары категорияла тороуын аңлата[10].

Сөләймәндең нисбәһе Ҡарағалпаҡстанда ул нигеҙ һалған Баҡырған ауыл атамаһынан алынған. Ауылға нигеҙ һалыу Әхмәт Йәсәүиҙең донъяның төрлө тарафтарына үҙенең шәкерттәрен исламды таратыу өсөн ебәреүенә бәйле. Дөйәһе Сөләймәнде «Хәрезм (Гүргәнж) ҡалаһынан көнбайышҡа табан»[11] алып китә һәм Ҡараханид дәүләте хакимы Ибраһим II Боғра-хандың йәм-йәшел болононда урынлашҡан Бинаүи-Арҡаһы төбәгендә туҡтай. Хан атаҡлы Әхмәт Йәсәүиҙең шәкерте килеүенә шатлана, ҡыҙы Әнбәр Инәне (Гәнбәр, Әмбәр Инә, Әмбәр-Биби, Әнүәр-Бәгем) Сөләймәнгә кейәүгә бирә, ер, мал бүләк итә, һәм үҙ яҡындары менән Сөләймәндең мөрите исемен ала[12].

Дж. Г. Беннетт, Хаким-Ата Волга буйы төркиҙәре араһында динде тарата, һәм уның мәктәбе Каспий яры буйҙарында үҙ бүлексәһен булдыра[13], тип раҫлай.

Сөләймән һәм Әнбәр Инәнең өс улы була: Мөхәммәт, Әсһәр и Хөбби. Хөбби-Хужа (Султан-әпе) барыһына ҡарағанда ла һәләтлерәк булып сыға, ул хатта Ҡәғбәне ваҡытлыса Баҡырғанға күсереп тороуға өлгәшә ала. Атаһы улының һәләтлектәренә көнләшеп ҡарай башлай, быға Хөбби үпкәләй һәм атаһы йортонан сығып китә. Уның был аҙымына яуап итеп Аллаһ Сөләймәнгә ҡарғыш ебәрә, уға ярашлы Баҡырғани үлгәндән һуң 40 йыл буйы уның ҡәбере һыу аҫтында торорға тейеш була. Ҡарғыш тормошҡа аша, Баҡырғанды 40 йыл буйы һыу баҫа, шунан һуң инде бер кем дә уның ҡайҙа урынлашыуын хәтерләмәй[14]. Ғалимдар ҡәберҙе һыу баҫыуы тураһындағы риүәйәтте 1221 йылда монголдарҙың быуаны йырып ебәререүе һөҙөмтәһендә Аму-Дарьяның улағы икенсе урынға күсеүе менән бәйләй[15].

Баҡырғани ҡыҙының кәшәнәһе

Сөләймәндең вафатынан һуң уның тол ҡалғалған ҡатыны Йәсәүи тәриҡәтенең 5-се халифы Йәнге-Атаға кейәүгә сыға[16], Әнбәр Инәнең кәшәнәһе Йәнге-Ата кәшәнәһенән көньяҡ-көнбайыштараҡ Ташкент янында урынлашҡан. Риүәйәт буйынса Сөләймәндең Әйшә-Биби исемле ҡыҙы ла була, уның кәшәнәһе Тараздан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан[17].

Ҡәбере ҡайҙа урынлашҡан?

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәйехтең ерләнгән урынының билдәле булмауы Баҡырғандың ҡайҙа урынлашыуының билдәһеҙлегенә бәйле. Икеһенең дә ҡайҙа урынлашыуы билдәһеҙ[2]. Сығанаҡтар, Алтын Урҙа ханы Үзбәкте исламға килтергән Сәйет-Ата[18], Хаким-Атаның Хорезмдағы мазарының һаҡсыһы булған тип раҫлай[19]. Академик В. В. Бартольд 1902 йылда Төркөстанда 1543 йылға ҡараған төрки ҡулъяҙмаһын һатып ала, унда бер шәйехтең тормош юлы һүрәтләнә.

Шәйех Гүргәнжтән көнбайышҡа табан ятҡан урынға барыр булған, Үәзир ҡалаһы ла, Баҡырған далаһы ла шул тарафта, Хәрезмдан (Гүргәнж) өс көнлөк юлда ятҡан, шәйехтәр Хәким-Ата, Сәйет-Ата һәм Хөбби-Хужа ҡәберҙәре тап шунда урынлашҡан[20].

Сәйет-Атаның Амударьяға яҡын, Аралда ерләнеүе лә билдәле. Әл-Кәшифи ҙә XVI быуат башында Баҡырғаниҙы Хәрезмға бәйләй, Әбелғази (1603—1664) заманында Амударьяның түбәнге ағымында Баҡырған-Ата[11] урманы ята. Венгр ғалимы Арминий Вамбери 1864 йылда баҫылып сыҡҡан «Урта Азия буйлап сәйәхәт» яҙмаһында Хәким-Атаны Ҡоңраттан алыҫ булмаған ерҙә, Арал диңгеҙе яғында ятыуын билдәләп үтә[21]. Хәҙер Сөләймән Баҡырғаниҙы Амударьи тамағында[22]; Муйнаҡта ерләнгән, тип иҫәпләнелә, Муйнаҡ районында Хәким-Ата йыйыны бар.

П. А. Комаров версияһы буйынса Хужа-Баҡырғани Хужанд янында, Һырдаръяның һул ҡушылдығы Хужа-Баҡырған-Сай йылғаһы буйында ята[23][11]. Ҡырғыҙ профессоры А. Мокеев, топоним Сөләймән Баҡырғани менән, йәғни шәйех был урын менән ниндәйҙер кимәлдә бәйле, тип иҫәпләй.[24].

Ҡаҙан тюркологы Н. Ф. Катанов Ясы (хәҙер Ҡаҙағстандағы Төркөстан ҡалаһы, унда Йәсәүи мәктәбе урынлашҡан)[2] янындағы Баҡа-Ҡурғанға күрһәтә.

Хәким-Ата Төмән өлкәһе Вагай районындағы Байыш астанаһында ерләнгән тигән фараз да бар.

Баҡырғаниҙың ижады тәүге тапҡыр 1846 йылда Ҡазанда сығатай телендә баҫыла: «Ахыры заман китабы» (Книга о кончине мира) һәм «Баҡырған Китабы» (Книга Бакыргана)[25]. Беренсе китабында Апокалипсистың ислам версияһы һәм Дәжжәлдең килеүе яҡтыртыла, уны 1897 йылда урыҫ теленә протоиерей Евфимий Малов[26][7].тәржемә итә.

"Баҡырған китабы"нда Хәким-Аты әҫәрҙәре менән бер рәттән Әхмәт Йәсәүи, Нәсими, Факири, Ҡол Шәриф һәм Урта быуаттағы башҡа төрки шағирҙарының ижады ла урынлаштырыла. Ул мәктәптәрҙә уҡыу әсбабы булараҡ ҡулланыла.

Баҡырғаниҙың «Мәрйәм хәҙрәт китабы» (Сказание о святой Мариам), ул Мәрйәм Инәнең һуңғы көндәренә арналған[2].

2008 йылда беренсе тапҡыр Алматыла «Әҙәби ҡомартҡылар» баҫмаһының 7-се томында ҡаҙаҡ телендә Баҡырғаниҙың сағыштырмаса тулы йыйылма әҫәрҙәре баҫтырылып сығарыла.

Волга буйында Баҡырғани үҙенең уҡытыусыһы Әхмәт Йәсәүигә[2]. ҡарағанда ла популярыраҡ булып китә. 1899 йылда Ҡаҙан университетында «Хөбби-Хужа тураһында хикәйәт» (Кыссэ-и Хубби-ходжа) лиро-эпик поэма баҫылып сыға, уның авторытип XVI быуат шағиры Ҡол Шәрифте иҫәпләйҙәр[27]. Баҡырғани шиғриәте мотивтары XIXбыуаттың башҡорт суфый шағирҙары (Шәмсетдин Зәки, А. Ҡарғалы, М. Ҡотош-Ҡыпсаки, Х. С. Сәлихов һәм башҡалар.)[28] ижадында ла сағылыш таба.

  1. Бартольд, Хаким-Ата, 1964, с. 532532
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Бахревский, 2010
  3. Залеман, 1898
  4. ал-Кашифи, 1890
  5. Басилов В. Н. О происхождении туркмен-ата (простонародные формы среднеазиатского суфизма) // Домусульманские верования и обряды в Средней Азии. — М.: Наука, 1975.
  6. Бартольд В. В. Сведения об Аральском море и низовьях Амударьи с древнейших времён до XVII века // Сочинения. — М.: Наука, 1965. — Т. III. Работы по исторической географии. — 713 с.
  7. 7,0 7,1 Малов, 1897
  8. Залеман, 1898, с. 122122
  9. Залеман, 1898, с. 123123
  10. Басилов В. Н. О происхождении туркмен-ата (простонародные формы среднеазиатского суфизма) // Домусульманские верования и обряды в Средней Азии. — М.: Наука, 1975.
  11. 11,0 11,1 11,2 Бартольд, 1964, с. 361361
  12. Залеман, 1898, с. 124124
  13. Беннетт Дж. Г. Глава 6. Возвращение Учителей // Учителя Мудрости. — М.: Профит Стайл, 2006. — ISBN 5-98857-028-3.
  14. Залеман, 1898, с. 125125
  15. Бартольд В. В. Сведения об Аральском море и низовьях Амударьи с древнейших времён до XVII века // Сочинения. — М.: Наука, 1965. — Т. III. Работы по исторической географии. — 713 с.
  16. Селезнёв, 2009, с. 6464
  17. Легенды об Айша Биби. Silk Road Adventures. Дата обращения: 31 ғинуар 2013. Архивировано 6 февраль 2013 года. 2013 йыл 18 февраль архивланған.
  18. Какой праздник отметил хан Узбек в июне 1334 г. (рус.) // Золотоордынское наследие. Материалы международной научной конференции «Политическая и социально-экономическая Золотой Орды (XIII-XV вв.)». Казань, 17 марта 2009 г. : Сборник. — Казань: Фан, 2009. — В. 1.
  19. Юдин В. П. Избранные летописи из Книги побед (Таварих-и гузида-йи нусрат-наме): Комментарии // Материалы по истории казахских ханств XV-XVIII веков. (Извлечения из персидских и тюркских сочинений). — Алма-Ата: Наука, 1969.
  20. Бартольд В. В. Отчёт о командировке в Туркестан // Сочинения. — М.: Наука, 1973. — Т. VIII. Работы по источниковедению. — С. 147. — 723 с. — 4 600 экз.
  21. Арминий Вамбери. Путешествие по Средней Азии. — М.: Восточная литература, 2003.
  22. Муйнакская школа  (рус.), ИА «Жахон» (30 июль 2010). 30 ғинуар 2013 тикшерелгән. 2012 йыл 2 февраль архивланған.(рус.), ИА «Жахон» (30 июль 2010). 30 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  23. Комаров П. А. Ходжа Хаким Сулейман Бакыргани (рус.) // Протоколы Туркестанского кружка любителей археологии : журнал. — Ташкент, Год шестой. 1900—1901. — С. 105-112.
  24. Мокеев А. Роль суфийских шейхов в распространении исламской религии в Кыргызстане (рус.) // Journal of Turkic civilization studies : журнал. — Бишкек, 2006. — № 2. — С. 128.
  25. Шалгумбаева Ж. История казахского книгоиздания: фольклор, художественная литература и их цензура (XIX — нач. XX вв.). — Алматы, 1994.
  26. Издание «Литературные памятники». Институт литературы и искусства им. М. Ауэзова Национальной академии наук Казахстана. Дата обращения: 30 ғинуар 2013. Архивировано 6 февраль 2013 года.(рус.). Институт литературы и искусства им. М. Ауэзова Национальной академии наук Казахстана. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 февраль 2013. 30 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  27. Миннегулов Х. Благородный Кулшариф. Ислам.Ру (24 ғинуар 2013). Дата обращения: 30 ғинуар 2013. Архивировано 6 февраль 2013 года.(рус.). Ислам.Ру (2013-01-24). Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 февраль 2013. 30 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  28. Шарипова, 2005