Эстәлеккә күсергә

С. Н. Ғимаев исемендәге боҙло комплекс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
С. Н. Ғимаев исемендәге БК
Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан
Туймазы

Нигеҙләнгән

2013

Төҙөлгән

2013

Асылған

3 сентябрь 2013

Төҙөлөш хаҡы

302 млн. һум

Архитектор

«Акустик материалдар»[1] (Өфө)

Һыйҙырылышлығы

808

Майҙан размеры

60х30 м.

Япма

боҙ

 С. Н. Ғимаев исемендәге БК Викимилектә

С. Н. Ғимаев исемендәге боҙло комплекс — Башҡортостандың Туймазы ҡалаһында тәүге яһалма боҙло һәм тамашасылар өсөн трибуналары булған боҙ һарайы. Һыйҙырышлығы — 808 урын, 2013 йылдың 3 сентябрендә асыла. Төп функцияһы — шайбалы хоккей буйынса уйындар, фигуралы шыуыу, шорт-трек һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү. 2017 йылға тиклем Туймазы-Арена исемен йөрөтә.

Комплекс 2013 йылда төҙөлә һәм 3 сентябрҙә рәсми рәүештә асыла. Туймазы-Аренаны асыу тантанаһында Башҡортостан республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнаша[2]. Төҙөлөш эштәренең дөйөм хаҡы — 302 миллион һум, был аҡса «АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән һәм Башҡортостандың социаль маҡсаттар фондынан бирелә. Тантаналы асыш сиктәрендә урындағы «Девон» һәм АНК «Башнефть» ААЙ топ-менеджерҙары йыйылма командалары араһында уйында Республика президентын тәүге символик вбрасывание яһарға һорайҙар.

2017 йылдың 30 май көнөндә Туймазы-Аренаға билдәле хоккейсы, шул йылда вафат булған абруйлы эксперт Сергей Ғимаевтың исеме бирелә[3]. Йыл һайын бында Сергей Ғимаев исемендәге һәүәҫкәрҙәр араһында хоккей турниры үтә. 2017 йылдың ноябрендә был аренала 2004 йылғы үҫмерҙәр араһында региондар араһында Рәсәй финалы үтә[4].

Характеристикалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боҙло комплекстың дөйөм майҙаны — 5528 м². Спорт комплексы эсенә:

  • 808 тамашасы өсөн булған трибуналы боҙ майҙансығы
  • хоккейсыларҙың көс әҙерлеге өсөн зал
  • фигурсыларҙың хореография менән шөғөлләнер өсөн зал
  • спорт һәм тренажер залдары
  • ашхана
  • медпункт һәм башҡа ярҙамсы бүлмәләр инә[5].
Комплекстың боҙ майҙансығы