Эстәлеккә күсергә

Тбилиси ваҡиғалары (1989)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тбилиси ваҡиғалары
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Урын Тбилиси
Ваҡиға ваҡыты 9 апрель 1989
Яралылар һаны билдәһеҙ
Һәләк булғандар һаны 21
 Тбилиси ваҡиғалары (1989) Викимилектә

«Тбилиси ваҡиғалары» йәки «9 апреле фажиғәһе» (груз. 9 აპრილის ტრაგედია) — Тбилисиҙа Грузия ССР-ы Хөкүмәте йорто янындағы оппозицион митингыны ҡыуып таратыу буйынса махсус операция, уны 1989 йылдың 9 апрелендә СССР Эске эштәр министрлығы һәм Совет армияһы көстәре башҡара. Баш күтәреүселәрҙең ғәмәлдәре һәм Тбилиси Эске эштәр министрлығы яғынан операция саботажы арҡаһында 21 кешенең һәләк булыуына һәм 290 кеше йәрәхәтләнеүенә килтерә.

Тбилиси ваҡиғалары грузин-абхаз конфликты фонында «үҙгәртеп ҡороу» осоронда була.

1989 йылдың 18 мартында Лыхна ауылында 30 мең кешелек абхаз йыйыны уҙғарыла, йыйында Абхаз АССР-ының Грузия ССР-нан сығыуы һәм уның союздаш республика булараҡ тергеҙелеүе тураһында иғлан ителә[1], йыйындың әлеге ҡарары грузиндарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. «Формаль булмаған ойошмалар» рөхсәт ителмәгән митингылар ойоштора башлай.

25 мартта Гали ҡалаһында митингыға 12 мең кеше йыйыла; 1 апрелдә — Леселидзела, шулай уҡ митингылар Сухумила һәм Грузияның башҡа ҡалаларында үтә[1].

1989 йылдың 4 апрелендә Звиад Гамсахурдиа, Мераб Костава, Ираклий Церетели һәм Георгий Чантурия етәкселегендә грузин милли хәрәкәте мөҙҙәтһеҙ митинг башлана[2]. Митингыға әҙерлек барышында «Грузин ыласындары легионы» һәм элекке яугир-афгансылар, спортсылар һәм физик яҡтан көслө ирҙәрҙән торған отрядтар ойошторола. Улар тимер таяҡтар, сынйыр, таш һәм башҡа ҡул аҫтындағы саралар менән ҡоралланалар. Утлы ҡорал алыу өсөн аҡса йыйыу ойошторола[3][4].

6 апрелдә майҙанда «Долой коммунистик режим!», «Рус империализмын долой!», «СССР — халыҡтар төрмәһе!», «Совет власы долой!» тип яҙылған лозунгылар барлыҡҡа килә[2].

Митингыла президент һәм АҠШ Конгресы исеменә мөрәжәғәтнамә уҡып ишеттерелә һәм хуплана: «1. БМО ултырыштарының береһен Суверен Грузия көнөнә бағышлау — 26 май. 2. 1921 йылдың 25 февраль көнөн Рәсәй большевистик көстәре тарафынан Грузияны оккупациялау көнө тип танырға. 3. Грузияға СССР составынан сығыу өсөн ярҙам күрһәтергә, шул иҫәптән НАТО йәки БМО ғәскәрҙәрен индереү аша»[5]

Мөрәжәғәтте ҡабул иткәндән һуң ҡултамғалар йыйыу башлана, шулай уҡ «Милли комитет» («ваҡытлы хөкүмәт функциялары менән») булдырыу буйынса эштәр башҡарыла. Был ынтылыш, күренеүенсә, уңышһыҙ булып сыға, сөнки тиҙҙән «забастовка комитеты» ойошторола башлай.

Киләһе көндө, 7 апрелдә, сәғәт 9-сы 35 минутта Грузия ССР-ы Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары Джумбер Патиашвили ҡултамғаһы менән КПСС Үҙәк Комитетына телеграмма ебәрелә. Уны республика Үҙәк комитетының икенсе секретары Борис Никольский әҙерләй, телеграммала Тбилисиға Эске эштәр министрлығынан һәм Оборона министрлығынан өҫтәмә көстәр ебәреү һорала[2]. Кисен В. М. Чебриков кәңәшмә йыя, ул Е. К. Лигачев рәйеслегендә үтә, кәңәшмә Грузия ССР-ы хөкүмәтенә республика халҡына үҙ позицияһын белдереп мөрәжәғәт итергә, ә массауи сыуалыштарға нөктә ҡуйыу өсөн Тбилисиға хәрби частарҙы (шул иҫәптән Әрмән ССР-нан да) йүнәлтергә тәҡдим итә[6]. Бик һуң кис көнө «Внуково» аэропортында сит ил сәфәренән әле генә ҡайтып төшкән М. С. Горбачев менән Грузиялағы хәлдәр буйынса һөйләшеү була. Ул Тбилисиға Үҙәктең ғәҙәттән тыш эмиссарҙарын — Политбюро ағзаһы Эдуард Шеварднадзены һәм КПСС Үҙәк Комитеты секретары Георгий Разумовскийҙы ебәрергә ҡарар итә. «„Азатлыҡ“» радиоһына биргән интервьюһында КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһының элекке ағзаһы, Горбачевтың арҡаҙашы Вадим Медведев түбәндәгеләрҙе бәйән итә:

« Грузия Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары Джумбер Патиашвили, Тбилисиҙа хәлдәр ҡатмарлы, әммә ул уны хәл итәсәк, тип ышандыра. Апрель башында, беҙ, Политбюро ағзалары, килеп сыҡҡан хәлдәр буйынса бер нисә тапҡыр йыйылыштыҡ. Михаил Горбачёв, иҫегеҙгә төшөрәм, сәфәрҙә ине. Был һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡандарҙың ҡайһы берҙәре Грузия һәм Абхазия етәкселәрен Мәскәүгә саҡыртырға һәм, йыйылып киткән мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн, улар менән дикуссия үткәрергә. Әммә йыйылғандарҙың күбеһе шундай һығымтаға килдләр: быны эшләргә ярамай, Грузия етәкселеге Абхазия етәкселеге менән әйҙә үҙе булышһын.

Ниндәйҙер бер мәлдә, митингыға йыйылғандар абхаз мәсьәләһенән Грузияның милли үҙбилдәнеше менән бәйле дөйөм проблемаларға күсеүе асыҡланды. Тбилисиҙа, беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, йәмәғәткә ҡаршы булған һәм хатта хулиганлыҡ сағылыштары теркәлә барҙы. Ошоноң менән бәйле һаҡ аҫтына төп дәүләт объекттарын алырға ҡарар ителде. Әммә митинг үткәрелгән майҙанда бер ниндәй ҙә хәрби частар, подразделениелар күренмәне[7].

»

4 апрель көнө сәғәт төнгө 12-нән башлап Тбилисиға Спитактан Дзержинский дивизияһының 4-се мотоуҡсылар полкы (650 кеше), Кировабадтан 345-се десант полкы (440 кеше), Пермь һәм Воронеж ОМОН-дары (160 кеше) һәм СССР Эске эштәр министрлығының Горький юғары мәктәбе курсанттары (450 кеше)[2]. Бынан тыш, махсусоперацияһына Тбилисила урынлашҡан 8-се мотоуҡсылар полкы (650 кеше) йәлеп ителә. Кәм тигәндә бер шаһиттың мәғлүмәте буйынса, ОМОН митингыны ҡыуыыуҙа ҡатнашмай, сөнки автобус шоферҙары уларҙы ваҡиғалар урынына алып барыуҙан баш тарта, ә үҙҙәре улар армай[8]. Грузия милицияһы ла митингыны ҡыуып таратыуҙа ҡатнашмай, ә киреһенсә, ҡатнашыусыларҙы яҡларға һәм хәүефле урындан сығарырға тырыша.

8 апрелдә митингыла ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө урамдарҙы ҡамау өсөн техниканы тартып алырға һәм милицияға һәм хәрбиҙәргә һөжүм итергә маташа, һөҙөмтәлә 7 хәрби кешеһе һәм 5 милиция хеҙмәткәре туҡмала. Шулай уҡ Рустав металлургия заводын баҫып алыу планлаштырыла, әммә уларҙы комбинат һаҡсылары туҡтата[3]. Рәсми версия буйынса, митингыны ҡыуыу буйынса ҡарар 8 апрелдә грузин партия етәкселәре һәм Кавказ аръяғы хәрби округы командующийы Игорь Родионов һәм Мәскәүҙән килеп еткән СССР Оборона министры урынбаҫары Константин Кочетков ҡатнашлығында ҡабул ителә. Шул уҡ көндөң кисендә Грузия ССР-ы Министрҙар Советы рәйесе Зураб Чхеидзе республика Эске эштәр минстрлығына митингыла йыйылған халыҡты Хөкүмәт йорто тирәһендәге территориянан ҡыуып ебәреү буйынса саралар ҡабул итергә, бының өсөн эске эштәр һәм Совет армияһы ғәскәрҙәре хәрбиҙәрен йәлеп итергә ҡуша[2].

« Грузияға Эске эштәр подразделениеларын, махсус милиция подразделениелары һәм Совет Армияһы ғәскәрҙәрен йүнәлтеү 7 һәм 8 апрелдә КПСС Үҙәк Комитетындағы кәңәшмәләр санкциялары нигеҙҙә үткәрелә, әммә ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы бындай ҡарарҙарҙы тейешле дәүләт органдары ғына ҡабул итә ала. Бындай мөһим дәүләт мәсәләләре буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү тәртибе ысынында совет власының конституцион органдарының эшлекһеҙлегенә килтерә, был осраҡта ла шулай булды (...) Әлеге кәңәшмәлә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың йөкмәткеһе һәм ошо ҡарарҙарға ярашлы Оборона министрлығы һәм СССР Эске эштәр министрлығы яғынан бойороҡтар тураһында унда ҡатнашҡан кешеләрҙең аңлатмаларынан ғына белеп була. Кәңәшмә барышы протоколланмаған, һәм ҡабул ителгән ҡарарҙар теркәлмәгән була. (...) Грузия СССР-ы Компартияһы Үҙәк Комитеты һәм республика Оборона министрлығы ултырыштарында ҡарарҙар тейейшле рәүештә теркәлмәгән, шуға күрә ултырышта ҡайһы бер ҡатнашҡандар Хөкүмәт йорто алдындағы митингыны ҡыуып ебәреү буйынса ҡарар ҡабул итеүҙә ҡатнашыуын инҡар итеүгә мөмкинлек бирә. »

Республика етәкселеге үтенесе буйынса Тбилисиға йәмәғәт тәртибен булдырыу өсөн СССР Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәре килеүе сәбәпле Гамсахурдия, Костава, Церетели «абхаз мәсьәләһен хәл итеү өсөн» боевиктар отрядтарының Сухумға китеүен кисектереп торалар. Улар Сухумға 9 апрелдән һуң китәләр, унда милләт-ара конфликтар һөҙөмтәһендә 25 кеше үлтерелә, 665 кеше яралана һәм 4900 утлы ҡорал берәмәге урлана[9].

Генерал Игорь Родионов раҫлауынса, митингыны армия көстәре таратып ебәрмәһә, милләтселәр Грузия СССР-ы Компартияһы Үҙәк Комитеты бинаһына һөжүм итерҙәр ине һәм был осраҡта һәләк булыусыларҙың һәм яралыларҙың һаны бик күп булыр ине[10]. Әммә әлеге фекер комиссия һығымталарына тап килмәй, уларға ярашлы «ҡалалағы хәл тотороҡлана һәм контороль аҫтында була», ә митингыла йыйылыусылар штурмлауға тиклем пассивлыҡ һаҡлай:

« Операция башланыуға 45 минут ҡалғас, митингысыларға Грузия католикосы Илия II мөрәжәғәт итә. Католикостың сығышы тәрән тынлыҡта үтә, уның аҡыл менән эш итеүгә өндәүенән һуң ете минутлыҡ тынлыҡ урынлаша, шунан күмәкләп «Отче наш» намаҙын уҡыйҙар. Митингыла йыйылыусылар тәртип һаҡлай, ҡурҡыуҙың эҙе лә һиҙелмәй: күбеһе йырлай һәм бейей. Шунан неформал лидерҙарҙың береһе Церетели И. таралмаҫҡа, ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә, тыныслыҡ һаҡларға өндәп сығыш яһай, ә иң яҡшыһы башлыса Хөкүмәт Йорто басҡыстары тирәһендә ултырырға («ултырғандарҙы туҡмамайҙар!»), күбеһе шулай эшләне лә. Ул үҙенең сығышын 3 сәғәт 59 минутта тамамлай. Сәғәт 4-тә генерал-полковник Родионов И. Н. ҡыҫырыҡлау операцияһын башлау буйынса бойороҡ бирә.
1989 йылдың 9 апрелендә Тбилиси ҡалаһында булған ваҡиғаларҙы тикшереү буйынса СССР Халыҡ депутаттары съезы һығымтаһынан[11].
»

9 апрель ваҡиғалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

8 апрелдән 9апрелгә ҡараған төндә митинг ғәскәрҙәр һәм милиция менән уратып алына. төнгә ҡарай митингыла 10 мең тирәһе кеше йыйыла. Митингысылар эргә-тирәләге урамдарҙа баррикадалар төҙөйҙәр. бының өсөн улар 29 йөк машинаһы һәм троллейбустар ҡулланалар[2]. 2 сәғәт 50 минутта халыҡҡа Тбилиси ҡалаһы УВД начальнигы Гвенцадзе мегафон аша мөрәжәғәт итә, ул халыҡты таралырға өндәй. ошондай уү мөрәжәғәт менән Илия II лә сығыш яһай[12]. Сәғәт дүрттә генерал Игорь Родионов митингыла ҡатнашыусыларҙы майҙандан ҡыҫырыҡлап сығара башларға ҡуша. Собчак комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҫырыҡлау 4 сәғәт 15 минутта башлана һәм 4 сәғәт 21 минутта тамамлана. Митингыла ҡатнашыусылар майҙанды ташлап сыға башлайҙар, әммә бөтә сыға торған урындар автотранспорт менән ҡапланған була, йәғни эвакуация юлдары ҡәтғи рәүештә сикләнгән була, һөҙөмтәлә паника һәм массауи этеш-төртөш барлыҡҡа килә.

« 4-се МСП ғәскәри сылбырҙары митингыға йыйылғандарҙы Хөкүмәт Йортона табан һәм Руставели проспектына ҡарай ҡыҫырыҡлай башлайҙар. Ошо уҡ ваҡытта Хөкүмәт йортоноң һул яғынан торған митингыла ҡатнашыусылар, ирекһеҙҙән ҡыҫырыҡланған кешеләргә юлды ябып, үҙ урынында ҡала. Ошо уҡ ваҡытта 8-се МСП-ның 1-се батальоны, генерал-майор Ефимовтың бойороғона ярашлы, Чичинадзе урамынан майҙанға хәрәкәтен башлау арҡаһында хәлдәр бик ныҡ ҡатмарлаша. Һөҙөмтәлә һул газон тирәһендә бик күп кеше өйкөлөшә, этеш-төртөш башлана. Тап ошонда бик күп кеше һәләк була һәм яралана. Йәрәхәттәр алыусылар араһында үҙ бурыстарын ҡатмарлы шарттарҙа башҡарған милиция хеҙмәткәрҙәре лә аҙ булмай, улар медперсоналға зыян күреүселәрҙе эвакуациялауҙа булышлыҡ ҡына итеп ҡалмай, үҙҙәре лә йәрәхәтләнгәндәргә һәм аслыҡ иғлан иткән граждандарға кәрәкле ярҙам күрһәтәләр. »

Митингыла ҡатнашыусыларға ҡаршы һалдаттар 73 сантиметрлыҡ резина таяҡтар, шулай уҡ «муйыл» газы (ағыулы матдәләр ҡулланыу[13] факттарын властар рәсми рәүештә тик 13 апрелдә таный)[2], кесе пехота көрәктәре һәм бер осраҡта (суд-медицина экспертизаһы һығымтаһы буйынса) утлы ҡорал ҡулланыла[12]. Тикшереү барышында 4-се мотоуҡсылар полкы командиры вазифаһын башҡарыусы подполковник Бакланов үҙ белдеге менән һалдаттарға «Си-эс» көслө газлы 4 граната ҡулланырға рөхсәт итә. Үҙ сиратында, ҡаршылыҡ көсәйгән һайын митингыла ҡатнашыусылар ҡул аҫтына эләккән әйберҙә ҡуллана. Алтмыш дүрт кеше, хәрбиҙәр ойошторған этеш-төртөштән түгел, ә билдәһеҙ кешеләр тарафынан ырғытылған әйберҙәрҙән яраландыҡ, тип белдерәләр[3].

« Хөкүмәт Йортоноң һул баҫҡыстары тирәһендәге митингыла ҡатнашыусыларҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу ысынында аслыҡ иғлан итеүселәрҙе һәм башҡа ҡатнашыусыларҙы ҡамауға килтерә. Резина таяҡтарын һәм ағыулы матдәләрҙе, демонстранттарҙы ҡыуыуҙа кесе пехота көрәктәрен тупаҫ рәүештә ҡулланыу ысынында совет кешеләрен язалауға әүрелде. »

Демонстранттарҙы ҡыҫырыҡлап сығарған саҡта шул урында 16 кеше һәләк була, ә өсәүһе хәстәханала үлә. суд-медицина экспертизаһы күрһәтеүенсә, бер осраҡтан башҡа, бөтәһе лә асфиксиянан (химик матдәләр тын юлына эләгеү һөҙөмтәһендә) һәм эте-төртөштә күкрәк ситлеге ҡыҫылыу арҡаһында һәләк булғандарь[2][3]. Операция ваҡытында һәм операциянан һуң бер нисә сәғәт дауамында хәстәханаға 251 кеше алып киленә, шул иҫәптән 183 кеше хәстәханала ҡала[12]. Тикшереү комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, ай дауамында, 1989 йылдың 9 апреленән 9 майына тиклем яҡынса 4000 кеше медицина ярҙамы һорап дауалау учреждениеларына мөрәжәғәт итә. СССР-ҙың генераль прокуроры. С. Трубин хәбәр итеүенсә, барыһы демонстранттар араһынан 154 кеше яраланған һәм 13 урындағы милиция хеҙмәткәре, уларҙың араһынан тик 100 демонстрант һәм милиционерҙар хәрбиҙәр ҡулынан зыян күрә. Ошо уҡ ваҡытта 189 хәрби тимер таятар, сынйырҙар, ҡулдан эшләнгән шартлау саралары, яныусан ҡатышмалы шешәләр, ағыулы химик матдәләр һәм башҡа әйберҙәрҙәр меннә ҡоралланған демонстранттар ҡулынан йәрәхәтләнә[4]

1989 йылдың 9 апрель фажиғһе ҡорбандары фотолары (башлыса ҡатын-ҡыҙ), Тбилиси

Ваҡиғаларҙы тикшереү өсөн СССР депутаттары съезы комиссия булдыра, уға Анатолий Собчак етәкселек итә. Комиссия хәлдәрҙең картинанһын тергеҙә, әммә, кем хәрбиҙәргә митингыны ҡыуыу буйынса бойороҡ биргәнен билдәләй алмай, сөнки бер ниндәй ҙә документтар булмай. Медицина экспертизаһы сәнсеүле һәм ҡырҡыулыяраларҙыңкөслө химик матдәләр менән ағыуланыу булыуын раҫлай[11]. Грузиндар ваҡиғаларҙа Совет Армияһын ғәйепләйҙәр һәм артабан протест марштарын үткәрәләр[14]. Хәрбиҙәр вәкилдәре демонстранттарға ҡаршы ағыулы матдәләрҙе һәм сапер көрәктәрен ҡулланыуҙы кире ҡағалар[11]. Комиссия, хәрбиҙәр демонстранттарға ҡарата артыҡ көс ҡулланған, тигән һығымтаға килә. Мәскәүҙә СССР етәкселеге, демонстранттар беренсе булып һөжүм иттеләр һәм һалдаттар тик һөжүмдән һаҡланғандар, тип белдерә. Халыҡ депутаттарының беренсе съезында (1989 йылдың май-июне) Михаил Горбачев демонстрацияны ҡыуған ваҡыттағы ваҡиғалар үҫеше өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмай һәм бөтә ғәйепте армияға япһара.

Тбилиси ваҡиғаларынан биш ай үткәндән һуң «Мәскәү яңылыҡтары» гәзите генерал Родионов интервьюһынан фрагмент баҫтырып сығара, был интервьюла, кем армияны ҡулланыуға команданы бирҙе, тигән һорауға, генерал Родионов һорауға яуап итеп һорау бирә: «Әгәр ҙә мин, Генераль секретары, тиһәм?»[15]

Һуңыраҡ, ошо ваҡиғаларға һәм М. С. Горбачевтың роленә ҡағылышлы, В. М. Чебриков: «Мин үҙем уға шылтыраттым, хәлдәрҙе аңлаттым һәм ғәскәрҙәрҙе ҡулланыуға санкция һораным. Кем, Юғары баш командующийҙан башҡа, бындай бойороҡто бирә ала ине ?», тип раҫлай[16]

Ф. Д. Бобков раҫлауынса: «Бер команда ла Тбилисиға үҙ белдеге менән инмәне. Күптәр Горбачевтың Лондондан ҡайтҡандан һуң Внуково аэропортындағы „йәшерен кис“ тураһында бөтә нескәлектәре менән һөйләй ине. Мин унда булманым, әммә миңә Крючков шылтыратты һәм Горбачев, тәртип урынлаштырыу өсөн, ғәскәрҙәрҙе Тбилисиға индереүҙе хупланы, тине»[17]

Һуңыраҡ Патиашвили, 8 апрелдә сәғәт 10 тирәһендә уға Д. Т. Язов шылтыратты һәм, Тбилисиға үҙенең урынбаҫары К. А. Кочетовты ебәрҙем, тип хәбәр итте, тип һөйләй. Патиашвили телефон трубкаһын элеп өлгөрмәй, кабинетҡа Кочетов килеп инә, ул майҙанды бушатыу буйынса ҡарар ҡабул ителде, тип белдерә, ҡарарҙы үтәү армияға йөкмәтелә, операция менән етәкселек итеү генерал Родионовҡа йөкмәтелә, уның урынбаҫары итеп Грузия эске эштәр министры Шота Георгадзе тәғәйенләнә, ти.

Артабан Патиашвили ошоларҙы хәбәр итә: «Кочетов менән һөйләшкәндән һуң яҡынса бер сәғәт үткәс, Горбачев шылтыратты һәм ҡәтғи рәүештә һүҙмә-һүҙ түбәндәгене хәбәр итте: „Кисекмәҫтән майҙанды бушатырға кәрәк, һәм бының армия шөғөлләнәсәк“ тине Мин, ул билдәләнгән план тураһында белә һәм хуплай, тип аңланым».[18]

9 апрель фажиғәле ваҡиғаларҙан грузин йәмғиәтенең милли бойондороҡһоҙлок идеяһы, Грузия дәүләтселеген тергеҙеү тирәһендә тупланыу башлана. Митингыны ҡыуған көндөң иртәгеһенә үк протест йөҙөнән Тбилиси ҡалаһы һәм бөтә Грузия забастовка башлай. 40 көнлөк милли матәм иғлан ителә. Ҡала халҡы демонстранттар һәләк булған урынға күпләп сәскәләр һалалар. Грузияла ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә, әммә протест демонстрациялары дауам итә

Грузия хөкүмәте отставкаға китергә мәжбүр була. Звиад Гамсахурдиа, Мераб Костава, Церетели һәм Георгий Чантурияға ҡаршы Грузия прокуратураһы енәйәт эше аса, әммә 1990 йылдың 5 февралендә «хәлдәр үҙгәреү сәбәпле» эш ябыла[2].

1989 йылдың 9 апрелендәге фажиғә ваҡиғалары тураһында иҫтәлегенә «Грузияла милли берҙәмлек, граждан татыулығы һәм Ватан өсөн һәләк булғандар Көнө» билдәләнә.

9 апрель ҡорбандарын иҫкә алыу
  • 2004 йылдың 23 ноябрендә Тбилисиҙа Руставели проспектында демонстранттар һәләк булған урында мемориал асыла.
  • Грузияла 9 апрель көнө дәүләт байрамы — «Милли берҙәмлек көнө» тип иғлан ителә.
  • Тбилисиҙа Александров паркы 9 апрель паркы тип атала.
  • 9 апрел фажиғәһенә «J.M.K.E.» эстон панк-хардкор төркөмө йыры «Tbilisi Tänavad» бағышланған.
  1. 1,0 1,1 Алексей Зверев. Этнические конфликты на Кавказе. (1988—1994 г.). Contested Borders in the Caucasus, ed. Bruno Coppieters ISBN 90 5487 1172 NUGI 654. VUB University Press (1996). Дата обращения: 11 июнь 2014. 2017 йыл 23 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Артём Кречетников. Тбилиси-89: «Ночь сапёрных лопаток»  (рус.), «Русская служба Би-би-си» // news.bbc.co.uk (7 апреля 2009 года).
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Н. С. Трубин, генеральный прокурор СССР. «О результатах расследования тбилисских событий 9 апреля 1989 года». Российский информационно-аналитический и образовательный проект «Война и мир» // warandpeace.ru (опубликовано 9 ноября 2007 года)
  4. 4,0 4,1 В. И. Алкснис. Документы по событиям в Тбилиси. — Информационное письмо генерального прокурора СССР Н. С. Трубина «О результатах расследования тбилисских событий 9 апреля 1989 года». // v-alksnis2.livejournal.com (8 ноября 2007 года)
  5. Первый съезд народных депутатов СССР. 25 мая — 9 июня. Стенографический отчёт. Т. 1. С. 524—526 (выступление И. Н. Родионова); Собчак А. А. Тбилисский излом. С. 102 (доклад И. Н. Родионова).
  6. Е. К. Лигачёв. «Кто предал СССР?». — М., «Эксмо», 2010.
  7. Людмила Телень. За кровь надо отвечать  (рус.), «Радио „Свобода“» // svobodanews.ru (9 апреля 2009 года). 2009 йыл 14 апрель архивланған.
  8. «Апрель 1989 года. Кошмар на проспекте Руставели» (воспоминания участника событий). Сайт Стаса Раздобреева // rv3doz.narod.ru (13 марта 2007 года)
  9. Михаил Жирохов. «Семена распада: войны и конфликты на территории бывшего СССР». / Под ред. Е. Кондуковой. — СПб.: «БХВ-Петербург», 2012. — С. 316. — 688 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-9775-0817-9.
  10. Игорь Родионов: «При Ельцине страной управляли из Америки». Газета «Патриот» (Республика Марий Эл, Йошкар-Ола) № 7 (51), 24 сентября 2007 года. // srn.su
  11. 11,0 11,1 11,2 Заключение Комиссии Съезда народных депутатов СССР по расследованию событий, имевших место в г. Тбилиси 9 апреля 1989 года. 2018 йыл 19 август архивланған. // sobchak.org
  12. 12,0 12,1 12,2 Подавление митинга в Тбилиси 9 апреля 1989 года. Справка, РИА Новости (9.4.2009).
  13. Слезоточивые газы, используемые силами правопорядка по всему миру, не относятся к отравляющим веществам.
  14. Historical Dictionary of Georgia. P. 612.
  15. Романов А. Частное расследование // Московские новости… 1989. № 37. 10 сентября. С. 13.
  16. Чебриков В. М. Страну проиграл Горбачёв // Трибуна. 2001. 27 января.
  17. Бобков Ф. Д. КГБ и власть. С. 369—370.
  18. Заявление бывшего Первого секретаря ЦК Компартии Грузии Джумбера Патиашвили. Кровавый апрель Тбилиси. Хочу рассказать всё. Интервью журналистов К. Абрамян и Т. Бойкова. 28 февраля 1992 г. // Этнополитическая ситуация в Грузии и абхазский вопрос (1987 — начало 1992 года). Очерки. Документы. Автор — составитель Г. П. Лежава / под ред. М. Н. Губогло. М., 1998. С. 154.