Ҡыҙыл Селек (йылға)
Ҡыҙыл Селек (Тимирҡуна) | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 62 км |
Бассейн | 1590 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Ғөмбәй йылғаһының һул ярына тамағынан 119 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 53°17′44″ с. ш. 60°05′30″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Силәбе өлкәһе |
РДҺР | 12010000312112200001793 |
Ҡыҙыл Селек (рус. Тимиркуна (Кзыл-Чилик)) — Рәсәйҙәге йылға. Силәбе өлкәһенең Нагайбәк районы[1] биләмәләрендә аға. Йылғаның башы Яңы Ауыл (Париж) янында. Тамағы Фершампенуаз ауылы янында. Йылға Ғөмбәй йылғаһының һул ярына тамағынан 119 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 62 км, һыу бассейны майҙаны — 1590 км².
- Ҡыҙыл Селек йылғаһының уң ярына тамағынан 23 км өҫтәрәк Тимер Еңгәй йылғаһы ҡушыла.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Магнитогорск һыуһаҡлағысынан Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәте буйынса[2]:
— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000312112200001793
— Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200179
— Бассейн коды — 12.01.00.003
— ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
— ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Н. И. Шувалов Ҡыҙыл Селек топонимын былай аңлата:
Кизил-Чилик, река, левый приток Гумбейки, бассейн Урала, поселок, гора, Нагайбакский район. село, Карталинский район.
Кизил-Чилик — «река, где растет красная ива» (кызыл — «красный», чилик — «мелкий кустарник из рода ивы, мелкая ива»). Речка Сухая, левый приток Зингейки, прежде именовалась тоже Кизил-Чилик, ее название перешло на село Кизилчилик Карталинского района.
Йылға тарихи Башҡортостан ерҙәре аша аға, һәм был атама, әлбиттә, башҡортсанан, «Ҡыҙыл» һәм «Селек» һүҙҙәренән сыҡҡан. Селек иһә тал төрө түгел, ә ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған ҡыуаҡлыҡ (лат. Caragána). Ҡаҙаҡтарҙың ул төбәккә күпләп күсеп ултырыуы атамаларҙы шул телдән эҙләүгә килтерә һәм ярайһы йыш хаталы аңлатмалар осрай. Был топонимды ла ҡаҙаҡ теленән ингән тиеүселәр бар. Мәгәр, ҡаҙаҡ Википедияһында селек карагана тип бирелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Тимиркуна (Кзыл-Чилик) .
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.