Тимур (исем)
Тимур — төрки сығышлы ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимур — мосолман булмаған халыҡтар араһында ла ир балаларға йыш ҡушылған төрки сығышлы исем. 1336—1405 йылдарҙа Урта Азияла дәүләт эшмәкәре — әмир Аҡһаҡ Тимер исеме менән бәйле[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимур Марсель улы Сафин (4 август 1992 йыл) — рапирала фехтовальщик, ике тапҡыр Европа чемпионы. Европа уйындары, донъя һәм Европа чемпионаттары приздарын алыусы. Командалы рапира ярыштарында Олимпия чемпионы (2016), рапирала шәхси ярыштарҙа XXXI йәйге Олимпия уйындарының бронза миҙалын яулаусы. Фехтование буйынса Рәсәй спорт мастеры (2007), халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2012)
Тимур Таһир улы Бәҙритдинов — Рәсәй киноһында комедия актеры, телевидение һәм КВН телетапшырыуҙарын алып барыусы.
Тимур Александрович Исмәғилев (27 февраль 1982 йыл) — Рәсәйҙең хәҙерге заман композиторы, пианист, аранжировкалар яһаусы.
Тимур Мөхәмәт улы Ғарипов (26 февраль 1975 йыл) — театр актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — Георг IV, Петя, Әбүләй ролдәрен башҡарған өсөн (2003).
Аҡһаҡ Тимер — Урта, Көньяҡ һәм Көнбайыш Азия, шулай уҡ Кавказ, Волга буйы һәм Русь тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес, яулап алыусы. Атаҡлы йыhангир, әмир (1370 йылдан). Баш ҡалаһы Сәмәрҡәнд булған империяға һәм Тимериҙәр династияһына нигеҙ һалыусы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |