Тихомиров Александр Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тихомиров Александр Андреевич
рус. Александр Андреевич Тихомиров
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Александр Андреевич Тихомиров
Тыуған көнө 19 сентябрь (1 октябрь) 1850
Тыуған урыны Ельнинский уезд[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 октябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (81 йәш)
Вафат булған урыны Сергиев Посад, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө зоолог
Эшмәкәрлек төрө Зоология
Эш биреүсе Мәскәү император университеты[d]
Биләгән вазифаһы ректор Московского университета[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Мәскәү университетының физика-математика факультеты
Императорский Санкт-Петербургский университет[d]
Ғилми дәрәжә тәбиғәт фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Анатолий Петрович Богданов[d]
Аспиранттар Борис Михайлович Житков[d]

Тихомиров Александр Андреевич (1 октябрь 1850 йыл — 23 октябрь 1931 йыл) — Рәсәй империяһы биологы, зоология докторы.1899-1904 йылдарҙа Мәскәү университеты ректоры, йәшерен советнигы (1912). Мәскәү университеты ҡарамағындағы боронғо Рәсәй тарихы һәм йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Андреевич Тихомиров 1850 йылдың 1 октябрендә (19 сентябрь) Смоленск губернаһы Ельнинский өйәҙе Корыстино ауылында дворян ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы отставкалағы колледж асессоры (дәрәжә) була.

1868 йылда Смоленск гимназияһын алтын миҙал менән тамамлай һәм Мәскәү университетының юридик факультетына уҡырға инә. Бер йылдан Санкт-Петербург университетының юридик факультетына күсә, уны 1872 йылда кандидат дәрәжәһендә тамамлай. Биологияны үҙенең «фәнни донъяға ҡарашы» нигеҙе итеп ҡуйырға ҡарар иткәс, шул уҡ 1872 йылда Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетында тәбиғәт фәндәре кафедраһында уҡый башлай, ләкин тиҙҙән Мәскәү университетының физика-математика факультетына күсә, уны 1876 йылдың майында тамамлай. Профессор А. П. Богдановтың уҡыусыһы була, уның тәҡдиме буйынса Мәскәү университеты студент сағынан уҡ тәбиғәтте яратыусылар йәмғиәте тарафынан Лейпциг университетына командировкаға ебәрелә. Унда йәйге семестр буйынса сағыштырма анатомия һәм зоология буйынса лекциялар тыңлай. Р. Лейкарт лабораторияһында шөғөлләнә. Һуңынан Тихомиров А. П. Богданов менән Виллафранкта диңгеҙ фаунаһының төп вәкилдәре менән таныша.

1876 йылдың йәйендә Рәсәй хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе климатлаштырыу йәмғиәте тарафынан Көнбайыш Европа зоология баҡсалары төҙөлөшөн өйрәнеү өсөн Көнбайыш Европаға ебәрелә. Рәсәйгә ҡайтҡас, А. П. Богдановҡа уҡыусылар менән практик дәрестәрҙә ярҙам итә; 1877 йылдың декабренән (1884 йылдың июненә тиклем) Мәскәү университеты ҡарамағындағы Зоология музейы коллекцияларының штаттан тыш ярҙамсыһы һәм кураторы була.

18791880 йылдарҙа Мәскәү гувернанс йәмғиәтендә зоология курсын уҡый, 1880-1881 йылдарҙа Лицейҙа Цесарович Николай иҫтәлегенә тәбиғәт тарихын уҡыта. 1881 йылда Ауыл һәм урман хужалығы академияһында сағыштырмаса анатомия курсын уҡый.

Санкт-Петербург университетында «История развития тутового шелкопрядка Bomdyx mori L. в яйце» (Мәскәү, 1882) темаһына диссертация яҡлай. 1883 йылдың майында магистр дәрәжәһенә раҫлана. 1884 йылдың июнендә сит илгә ике йыллыҡ командировкаға сыға һәм Рәсәйгә ҡайтҡас, 1886 йылдың октябрендә Мәскәү университетының зоология кафедраһының хосуси-доцент вазифаһын ала; умыртҡалылар зоологияһы һәм эмбриология курстарын уҡый. 1887 йылдың апрель аҙағында Санкт-Петербург университетында «Гидроидтар үҫеше тарихы» буйынса диссертация яҡлағандан һуң зоология докторы дәрәжәһен ала.


1888 йылдың февраленән — штаттан тыш, 1888 йылдың декабренән — Мәскәү университетының штаттағы экстраординар профессоры, 1896 йылдың февраленән 1903 йылдың октябренә тиклем — зоология кафедраһының ординар профессоры; «Умыртҡалыларҙың эмбриологияһы», «Дөйөм гистология» курстары уҡый.

1891—1898 йылдарҙа Мәскәү университетының физика-математика факультеты советы секретары була. 1896—904 йылдарҙа Мәскәү университетының зоология музейы директоры.
А. А. Тихомиров — урыҫ ебәкселек эшенә нигеҙ һалыусы. 1887 йылда ебәкселек эшен ойоштороу өсөн Кавказға командировкаға ебәрелә, 1890-1905 йылдарҙа Мәскәү ауыл хужалығы йәмғиәтенең ебәкселек эше буйынса комитетын етәкләй.
Дәүләт милке министрлығы ҡушыуы буйынса Тихомиров Рәсәйҙә беренсе ебәкселек буйынса ҡулланма төҙөй. 1888 йылда фундаменталь биологик асыш яһай: ебәк ҡорто йомортҡаларында яһалма партеногенез күренешен — йомортҡа күҙәнәген аталандырмайынса үҫеште тасуирлай.

Бынан тыш, Тихомиров зоология, антропология һәм дөйөм биология буйынса хеҙмәттәре бар. Ул унда Лев Толстой, П. А. Кропоткин, шулай уҡ генетиктар Т. Х. Морган һәм Уильям Бэтсон , [2] физиолог Флюранс кеүек дарвинизмға һәм атеизмға ҡаршы сығыш яһай.

1899-1904 йылдарҙа Мәскәү университеты ректоры.
Ректор булып эшләгәндә А. А. Тихомиров Мәскәү университетының беренсе студент ятағы төҙөлөшөн тамамлай. 1899 йылдың 19 сентябрендә 141 фатирға иҫәпләнгән ятаҡ тантаналы шарттарҙа асыла. Тихомиров университетта капиталь төҙөлөштө дауам итә; уның ҡарамағында 1901 йылдың 1 сентябрендә Моховая урамындағы китапхана бинаһы сафҡа индерелә; 1902 йылдың 1 сентябрендә Зоология музейының яңы бинаһын асыу мөһим ваҡиға була.
1900 йылда физика-математика факультетының тарих-филология һәм метеорология факультетында грузин теле һәм әҙәбиәте бүлектәре асыла; Сағыштырма анатомия институты һәм музейы булдырылған (1901),Рәсәйҙә Е. Жуковский етәкселегендә беренсе аэродинамик торба төҙөлә (1902), Физик институт асыла, уның составына В. Ф. Лушниндың термохимик лабораторияһы инә (1903). Студенттар хәрәкәте үҫеү сәбәпле, 1904 йылдың майында Мәскәү университетының 150 йыллығын байрам итеүҙән баш тартыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйырға мәжбүр була.[3].

1904 йылдың 1 авгусында Халыҡ мәғарифы министрлығы департаменты директоры итеп тәғәйенләнә.
1911-1917 йылдарҙа  — Мәскәү уҡыу округы вәкиле.
Тихомиров Александр Алексеевич һуңғы 14 йылын Сергиев Посадта йәшәй, Унда 1917 йылда, революциянан һуң, эшен юғалтып күсеп килә (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 1920—1921 йылдарҙа Һарытау университеты профессоры була.[4]).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]