Токарев Пётр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Токарев Пётр Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 октябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Минзәлә, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 29 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] (1986)

Башҡортостандың халыҡ артисы

Токарев Пётр Михайлович (18 октябрь 1945 йыл29 сентябрь 2012 йыл) — йырсы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петр Михайлович Токарев 1945 йылдың 18 октябрендә Минзәлә ҡалаһында (Татарстан) тыуа.

Ҡазан музыка училищеһында уҡый. 1973 йылда Свердловск ҡалаһында Урал консерваторияһын (педагогы Я. Х. Вутирас) отличие менән тамамлай.

Консерватория тамамлағандан һуң Пермь опера һәм балет театрында, 1975—2000 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, артабан Магнитогорск опера һәм балет театрында эшләй.

Яңғыҙ йырлау кафедраһы доценты булараҡ, Магнитогорскиҙа М. И. Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһында уҡыта.

Йырсылар, СССР-ҙың халыҡ артистары А. Ф. Ведерников, Т. А. Милашкина, Е. С. Мирошниченко, А. А. Эйзен менән сығыш яһай. Рәсәй буйлап, Германияла, Польшала, Чехословакияла, Италияла (Ла-Скала) гастролдәрҙә була.

Спорт менән шөғөлләнә, волейбол һәм Саңғы спорты буйынса беренсе разрядҡа эйә, дзюдо көрәше буйынса спорт мастеры.

Опера партиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус, итальян, француз, башҡорт, татар, грузин телдәрендә 60 самаһы опера партияһы, шул иҫәптән Фигаро партияһын («Севильский цирюльник», Дж. Россини); Онегин («Евгений Онегин» П. И. Чайковский); Альфио («Сельская честь» П Масканья); Эскамильо («Кармен», Ж. Бизе); Жермон («Травиата», Дж. Верди); граф Орлов «Летучая мышь» һәм башҡа партиялар башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
  • Дзюдо буйынса спорт мастеры.

Өҫтәмә мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғаиләһе: ҡатыны Галина Адхамовна Павлова, ҡыҙы — Елена Токарева.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Елисеев М. «К вершинам актёрского мастерства». Вечерняя Уфа. 11.05.1984.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]