Томаров Василий Александрович
Томаров Василий Александрович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 12 февраль 1921 |
Тыуған урыны | Совет Рәсәйе, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Жилин (Башҡортостан) |
Вафат булған көнө | 5 ғинуар 2004 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Томаров Василий Александрович (12 февраль 1921 йыл — 5 ғинуар 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, подполковник (1955). Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Василий Александрович Томаров 1921 йылдың 12 февралендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Жилино ауылында (хәҙ. Өфө ҡалаһы составында) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Мәктәптең 7 синыфын тамамлаған. 1944 йылдан КПСС ағзаһы.
Василий Александрович армияға саҡырылғанға тиклем Өфө аэроклубының инструктор-летчигы булып эшләй.
Ҡыҙыл армияға 1942 йылда Өфө район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Шул уҡ йылда Ейск хәрби-диңгеҙ авиация летчиктар училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың 27 ғинуарынан.
872-се штурм авиацияһы полкының бүлек командиры (281-се штурм авиацияһы дивизияһы, 13-се һауа армияһы, Ленинград фронты) лейтенант В. А . Томаров немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ күрһәтә.
Һуғыштан һуң В. А. Томаров Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылда офицерҙар составын камиллаштырыуҙың Юғары осоу-тактика курстарын, 1955 йылда — Хәрби-һауа академияһын тамамлай.
1958 йылда подполковник В. А. Томаров — запаста. Өфөгә ҡайтҡас, «Башнефтезаводстрой» тресында инженер, Өфө моторҙар заводында заказсының хәрби вәкиле булып эшләй.
2004 йылдың 5 ғинуарында вафат була. Өфө ҡалаһының көньяҡ зыяратында ерләнә.
Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Үҙенең хәрби эшен башҡарыу дәүерендә лейтенант Томаров 104 хәрби осош яһай. 52 хәрби осошонда Томаров өс— алты ИЛ-2 самолеттарын төркөмөн алып барыусы сифатында атҡара. Немец илбаҫарҙары өҫтөнә лейтенант. Томаров төрлө калибрлы 45 тонна бомба ташлай, 80 меңгә яҡын снаряд һәм патрон ата, һөҙөмтәлә уның тарафынан юҡ ителә: урта һәм эре калибрлы ЗА орудиеһы (зенит артиллерияһы) — 18, П орудиеһы (ялан артиллерия) — 34, МЗА орудиеһы (бәләкәй зенит артиллерияһы) — 29, ут нөктәһе — 17, паровоз — 1, ғәскәр һәм йөк менән автомашиналар — 57, йөк арбаһы менән — 28, бензоцистерна — 1, аэродромдағы самолеттар — 2, һауа һуғышында бәреп төшөрөлгән — 1 ФВ-190, дзот, өйҙәр һәм блиндаж — 24, тимер юлы биналары — 2, яғыулыҡ менән келәттәре — 1, янғын усағы һәм көслө шартлауҙар — 6, 350-нән ашыу дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә…».
В. А. Томаровҡа Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылдың 23 февралендә бирелә.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өфө районының Зинино ауылындағы урам һәм Нуғай ауылындағы урта мәктәп Герой исемен йөрөтә
Уның исеме Өфө аэроклубын тамамлаусы Советтар Союзы Геройҙарының мемориаль таҡтаһына индерелгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (23.02.1945)[1];
- Ленин ордены (23.02.1945);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.04.1944)[2];
- Александр Невский ордены (29.06.1944)[3];
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)[4];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (05.02.1944)[5];
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943);
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 8/48, л. 8/38—41).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1082, л. 2, 22, 23).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1082, л. 2, 35, 36).
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2893, л. 3, 38, 39).
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 6. Советы нар. хозяйства. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2010. — 544 с. — ISBN 978-5-88185-071-5.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Томаров Василий Александрович. «Герои страны» сайты.
- 12 февралдә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Өфө өйәҙендә тыуғандар
- 5 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфөлә ерләнгәндәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены (СССР) кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Шәхестәр:Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө губернаһында тыуғандар