Эстәлеккә күсергә

Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 июль 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Арыҫлан, Шишмә районы
Вафат булған көнө 14 октябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы (28 июль 1911 йыл — 14 октябрь 1995 йыл) — башҡорт совет театр актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1955) һәм атҡаҙанған (1940) артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры.

Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы Бикташева 1911 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Ҡара Яҡуп волосы [1] Арыҫлан ауылында тыуған.

1929 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын (В. Г. Мортазин-Иманский һәм М. А. Мәһәҙиев класы) тамамлай. 1930 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы.

Актёр 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша, уның ижады унда юғары баһа ала.

Тәлиғә Бикташева сәнғәтендә сағыу драматизм һәм тәрән лиризм бергә тура килгән. Студент сағында М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» мелодрамаһында төп ролде башҡара. Бөтәһе 100-ҙән ашыу сәхнә образы ижад итә, ул үҙе уйнаған ролдәрен һәр саҡ милли һыҙаттар менән үреп алып бара.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң мөһим ролдәре: Ҡарлуғас («Ҡарлуғас», Б. Бикбай), Айһылыу («Һаҡмар» — «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», С. Мифтахов), Ғәйнәүәл («Ташҡын», Т. Ғиззәт), Ксения («Борис Годунов», А. Пушкин), Көнбикә («Ҡатынҡайым», А. Мөбәрәков), Ульяна Громова һәм Елена Кошевая («Йәш гвардия», А. Фадеев — В. Ғәлимов), Мәрзиә, Илбикә («Ул ҡайтты», «Әсә хөкөмө», Ә. Атнабаев), Мәстүрә («Йырланмаған йыр», М. Кәрим). Иң яҡшы роле — Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури).

  • Тормош юлдашы — билдәле актёр һәм режиссёр Тимербулат Имашев.
  • Ҡыҙҙары Эльмира Недосеева Мәскәүҙә йәшәй, әле хаҡлы ялда.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1955)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1940)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1968)