Төйәләҫ (йыр)
Төйәләҫ | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Автор | Халыҡ |
Башҡарыусы/артист | Айҙар Ғалимов |
«Төйәләҫ» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр 1931 йылда Ғ. З. Сөләймәнов Башҡорт АССР-ының Баймаҡ-Таналыҡ районы 1-се Төрөкмән ауылында (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Баймаҡ районы) яҙып ала. «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында Хөсәйен Әхмәтов яҙмаһында баҫтырыла. Варианттарын Ф. Х. Камаев, Л. Н. Лебединский яҙып ала. Лирик характерҙағы йыр.
Йырҙың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төйәләҫкәй буйы бигерәк йәмле,
Аҡ тирмәләр ҡороп та йәйләргә,
Төйәләҫ буйҙары;
Ҡайҙа ла ғына барһаң, дуҫ-иш кәрәк,
Ҡаршы сығып атыңды бәйләргә,
Төйәләҫ буйҙары.
Төйәләҫкәй буйын, әй, тал алған,
Ат саптырам тиһәң дә, тал яман,
Төйәләҫ буйҙары;
Донъялыҡта ғына, эй, ни яман,
Йәштән етем ҡалһаң да, шул яман,
Төйәләҫ буйҙары.
Төйәләҫкәй буйы, эй, һары тал,
Ир балалар менә лә ат итеп,
Төйәләҫ буйҙары;
Сит илдәрҙә йөрөп, илеңә ҡайтһаң,
Үҙ туғаның тора ла ят итеп,
Төйәләҫ буйҙары.
Риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе вариант
Был йыр Төйәләҫ йылғаһы үҙәнендәге бер ауылда булған хәлдәргә бәйле ижад ителгән. Бер мәл, томан төшөү менән файҙаланып, ҡаҙаҡтар барымта ойоштороп, башҡорттарҙың өйөр-өйөр малдарын алып ҡасалар. Ат кешнәүен ишетеп, эштең нимәлә икәнен шунда уҡ аңлаған көтөүселәр ҡаҙаҡтарға ҡаршы сығып алыша башлай. Ләкин барымтасылар күберәк булып сыға. Мал ҡаҙаҡ далаларына китә. Көтөүселәр, ауылға ҡайтып, был хәл тураһында хәбәр тарата. Был хәлде ишетеп, ирҙәр, малдарын һаҡлап алып ҡалырға теләп, уғрылар артынан сабалар. Ауылда ҡалған балалар, ҡатындар, ҡарт-ҡоролар ҙа буш ултырмай. Ҡулдарына нимә эләгә, шуны тотоп, улар тыуған ерҙәрен һаҡларға әҙер торалар. Ауыл батырҙары иһә, ҡаҙаҡтарҙың ниндәй юл менән барырҙарын тоҫмаллап, турараҡ юлдан баралар. Ҡыҙыл йылғаһын кисеп, батырҙар тегеләргә ҡаршы сығып, бер урында йәшенәләр. Бер ни һиҙмәгән ҡаҙаҡтар йылғаға төшәләр. Шул мәл батырҙар, йәшенгән урындарынан сығып, барымтасыларҙы дөмбәҫләйҙәр. Ҡаҙаҡ батыры Торсонбай, бүтән башҡорттарға барымта яһамаясаҡтарын белдереп, ант итә. Ҡаҙаҡтар ҡайтып китә, ә башҡорттар шунда уҡ тыуған илен, ерен, малын һаҡлап ҡалған батырҙарҙы данлап, «Төйәләҫ» йырын сығара.
Икенсе вариант
Төйәләҫ йылғаһы буйында ултырған ауылдарҙың береһендә Батыр исемле бер кеше старшина була. Ярлыларҙы яҡлағаны өсөн, үтә ныҡ дөрөҫлөк яҡлы булған өсөн, уны батша власы яратып етмәй. Байҙар, муллалар һәм уларҙың ҡуштандары Батыр старшина өҫтөнән губернаторға хат артынан хат яҙалар. Шулай дауам итеп, бер мәл старшинаны, нимәгәлер ғәйепләп, Себергә һөргөнгө оҙаталар. Старшина, тыуған яғын һағынып, йыр сығара.
Аҙ орнаментланған ундецима диапазонындағы көй мажор пентатоникаға ҡоролған. Квинта һәм секста сиктәрендәге көй боролоштары мелодиканың формалашыуында мөһим урын алып тора. Ҡатмарлы алмашыныусан размер (нигеҙҙә өс өлөшлө метрлы), үҙенсәлекле ритмик структура көйгә композиция йәһәтенән йыйнаҡлыҡты, ҡабатланмаусанлыҡты тәьмин итә.
Ғата Сөләймәновтың ҡуйын дәфтәренән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең стиле энциклопедик түгел йәки башҡорт теле нормаларын боҙа. |
Башҡортостандың көнсығышында, Урал тауының тармағы булып, Ирәндек йәйрәп ята. Тау итәктәренән урғылып шишмәләр аға. Шишмәнең бер тармағы Баймаҡ районы Иҫәнбәт, ике Басай, 1-се Төрөкмән ауылдары янынан үтеп, Мостай, Атнағол, 2-се Төрөкмән ауылдарын һыуландыра, өсөнсө тармағы Ғәҙелша, Абҙаҡ, Әхмәр ауылдарын үтеп, Туғажман тауы янында төйөн яһаған һымаҡ, бергә ҡушылып, төшлөккә табан китә. Шуға күрә лә боронғолар йылғаны Төйәләҫ тип атағандар. Йылғаны Аһылай, Туғажман, Йәннәт һәм Ялан тауҙары ҡурсылап уратҡандар. Шул ерҙәргә, бында йәшәгән кешеләргә арналған да инде «Төйәләҫ» йыры.
Шул дәүерҙә ҡаҙаҡтар башҡорттарға яу менән килер булған. Башҡорттар алып киткән малды, әсирҙәрҙе алып ҡайтыр өсөн һуғышып ҡан ҡойорға мәжбүр булғандар. Бер көн ҡаҙаҡтарҙың ҙур төркөмө Төйәләҫ буйында йөрөгән башҡорт малдарын Яйыҡ яғына алып китергә булғандар. Көтөүселәр ҡаршы тора алмаған. Бала-сағанан алып ҡарт-ҡороға тиклем ауыл халҡы көрәшкә әҙерләнгән. Аһылғәле менән Яланғәле етәкселек иткән һыбайлылар Сыуаш тауы араһынан үтеп, ҡыҙыл йылғаһы аша сыҡҡандар ҙа ошонда ҡаҙаҡтарҙы көтә башлағандар. Киткән алыш. Шул саҡ ҡаҙаҡтарҙың береһе: «Туҡтағыҙ… башҡорт аҡһаҡалдары менән ҡаҙаҡ ҡашҡалары аҡ эсеп, ер үбеп ҡарымта менән барымта булмаһын тигән вәғәҙәне боҙабыҙ түгелме?!»- тип оран һалған, ти. Был әҙәм Торсонбай исемле ҡаҙаҡ батыры булып сыҡҡан. Башҡорттар яғынан Аһылай батыр сыҡҡан. Ҡаҙаҡ батыры, башҡа был ерҙәргә аяҡ баҫмам, тере ҡалғандарҙы эйәртеп, үлгәндәрҙе алып ҡайтырға рөхсәт һорай.
Ил баҫыусылар менән батырҙарса көрәшеп шаһит үлгән егеттәрҙе ерләгәндән һуң, халыҡ баш баҫып тынлыҡта ултырған. Шул саҡ йыр тыуған:
- Туғажман да тауҙың башына менһәң,
- Күренеп кенә ята күп ерҙәр.
- Йәмле Төйәләҫ буйҙары.
- Баҫып ингән яуҙы тар-мар итеп,
- Тупраҡ булып ҡалды күп ирҙәр.
- Шыбаҡ ҡына шыбаҡ ҡарҙар ирей,
- Таш аралар ятып та ҡом ҡала.
- Йәмле Төйәләҫ буйҙары.
- Яу ҡайтарып, ирҙәр башын һала,
- Тыуған илдә бөтмәҫ дан ҡала
Йырҙан һуң бер аҡһаҡалдың тәҡдиме буйынса «Төйәләҫ» ҡәберлек убаһына — «Йәннәт түбәһе», тауҙарға батырҙар хөрмәтенә Яланғәле һәм Аһылғәле исемдәре бирелә. Шул дәүерҙән алып Баймаҡ районы, хәҙерге 1-се Төрөкмән һәм 2-се Төрөкмән ауылдары ерендәге Төйәләҫ йылғаһы буйында Аһылай һәм Ялан тауҙары ҡалған, тип Абҙаҡ ауылы нан Һөйөсов ҡарт 1931 йылда һөйләгән.
«Төйәләҫ» йырының икенсе бер варианты, батша колонизаторҙарына ҡаршы көрәшеп, «баструкка» киткән баш күтәреүсе егет исеменән йырлана:
- Ишектәргә барһам, ишек бикле,
- Тәҙрәләргә барһам, тимерле,
- Төйәләҫ буйҙары.
- Ҡайтыр ғына юлды ҡарай-ҡарай,
- Ҡарасәй генә күҙем талды инде.
- Төйәләҫ буйҙары.
- Төйәләҫкәй буйы туғай-туғай,
- Туғайҙары тулы мал буғай.
- Төйәләҫ буйҙары.
- Ярлыларға яһаҡ һалмайым, тип,
- Янып-көйгән яңғыҙ мин буғай
- Төйәләҫ буйҙары.
- Ҡояш байығанда әй ҡыҙарып,
- Туғажманда ҡала һөрөмө,
- Төйәләҫ буйҙары.
- Батыр киткәс, йәнә артыр инде,
- Ярлыларға яһаҡ күләме.
- Төйәләҫ буйҙары.
- Ҡояш ҡына ҡалҡыр әй әйләнеп,
- Аҡ болотҡайҙарға бәйләнеп.
- Төйәләҫ буйҙары.
- Баструктан сыҡҡас, мин ҡайтырмын,
- Тыуып үҫкән илгә әйләнеп
- Төйәләҫ буйҙары.
Был вариант тәүгеһенә ҡарағанда һуңғыраҡ тарихи дәүерҙә барлыҡҡа килгән булырға тейеш. Был егеттең исеме Батыр булған, ул бер нисә йыл буйы старшина булып торған. Батша түрәләре батырға сәркәтип итеп бере кешене ҡуйғандар. Был кеше старшина өҫтөнән йәшерен рәүештә күҙәтеү алып барған һәм ялыуҙар яҙған. Ялған ялалар батырҙы хөкөмгә еткергәс, старшина, үҙ хөкөмөн сығарып, сәркәтиптең йәнен алған һәм кантонға асыҡтан-асыҡ был турала һөйләп биргән. Шулай итеп, Батырҙы Себергә оҙаталар. Тотҡонда сағында тыуған илен, ерен, халҡын һағынып «Төйәләҫ» йырын йырлаған, тип Баймаҡ районы Абҙаҡ ауылынан ҡарт большевмик, пенсионер, Ибраһим Ғәзин һәм Төрөкмән ауылы ҡурайсыһы Минһаж Харрасов һәйләгән. Ваҡыт үтеү менән халыҡ үҙенең яратҡан көйөнә яңы йөкмәтке һалып, яңы һүҙҙәр сығара:
- Төйәләҫкәй буйы эй ҡырсынташ,
- Тулҡын килеп уны ла тултырған.
- Эй…тултырған.
- Йәмле төйәләҫкәй эй буйына,
- Теҙелешеп колхоздар ултырған.
- Эй…тултырған.
- Төйәләҫкәй буйының эй туғайы,
- Күркәс тауҙар менән ҡайылған.
- Эй…ҡайылған.
- Йәштәре лә шунда, ҡарттары ла,
- Уйнар-көлөр өсөн йыйылған
- Эй…йыйылған
[1].
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Төйәләҫ» йырын А. Ғ. Ғәлимов, Р. Ғ. Ғәлимуллина башҡара.
«Төйәләҫ» йырын К. Й. Рахимов, Ф. З. Яруллин тауыш һәм фортепиано өсөн, А. С. Ключарёв — хор һәм симфоник оркестр өсөн, Р. В. Сәлмәнов, М. П. Фоменков ҡатнаш хор өсөн эшкәрткән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ғата Сөләймәнов. Төйәләҫ. Совет Башҡортостаны. 14 август 1969
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се китап. Өфө, 1974
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төйәләҫ (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ғата Сөләймәнов. Төйәләҫ. Совет Башҡортостаны. 14 август 1969.