Эстәлеккә күсергә

Төлөк (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Тюлюк
Төлөк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Ҡытау-Ивановск

Ауыл биләмәһе

Төлөк

Координаталар

54°36′38″ с. ш. 58°46′24″ в. д.HGЯO

Халҡы

224[1] кеше (2010)

Почта индексы

456102

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

75 229 877 001

Код ОКТМО

75 629 477 101

Номер в ГКГН

0326257

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тюлюк (Рәсәй)
Тюлюк
Тюлюк
Төлөк (Силәбе өлкәһе) (Силәбе өлкәһе)
Тюлюк
Төлөк ауылы

Төлөк (рус. Тюлюк) — Силәбе өлкәһе Ҡытау-Ивановск районының көньяҡ-көнсығыш яғында урынлашҡан ауыл. Төлөк ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Төлөккә нигеҙ һалыу темаһында бик күп версиялар бар. Уларҙың береһе буйынса, ауыл XVIII быуат аҙағында ошо урындарҙа күсмә башҡорттар тарафынан барлыҡҡа килгән. Әммә Төлөктә күптән йәшәүселәр икенсе фекерҙә: ауылға Себергә ебәрелгән һөрөлсөләр нигеҙ һалғандар тиҙәр. Ғәҙәти булмаған матур тау тәбиғәтенә һоҡланып, юлсылар тейешле ерҙәренә барып етмәй, ошондағы тау йылғаһы буйында төпләнәләр. Өсөнсө версия буйынса Төлөк Йүрүҙән заводының булендеге булараҡ барлыҡҡа килгән һәм унда тәүгеләрҙән булып заводы крәҫтиәндәре йәшәй башлаған[2].

Ауыл аша Йүрүҙәндең уң ҡушылдығы Төлөк йылғаһы аға. Тораҡ пункты диңгеҙ кимәленән 564 м бейеклектә урынлашҡан.

Яҡында Егәлге, Баҡты һырттары, шулай уҡ Ирәмәл тауы урынлашҡан. Урманда япраҡлы (ҡайын, ҡарағай, тал), шулай уҡ ылыҫлы (ҡарағай, шыршы, пихта, артыш) ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Бейеклек бүлкәтлелек күҙәтелә: йылғаларҙың үҙәндәрендәге ҡатнаш урмандар тауҙар түбәһеләрендәге тау тундраларына тиклем үҙгәрә. Эргә-тирәлә эре имеҙеүселәр (һеләүһендәр, мышылар, бүреләр, айыуҙар) төйәк итә[3][4].

Халыҡ иҫәбе
185019171985[5]2002[6]2007[7]2010[1]
5391388390299270224

Төлөк төбәктең 75К-121 автомобиль юлы Первуха- Мәсеҙе- Төлөк аша М5 "Урал" федераль автомобиль юлы менән бәйле. М5 "Урал" федераль юлынан алып Мәсеҙегә тиклем асфальт япмаһы һалынған, Мәсеҙенән Төлөккә тиклем — ҡырсынташлы юл. Төлөктән Александровка һәм Яңы Хөсәйенгә илткән юлдарҙа ябай грунт[8]. Төлөк Йүрүҙән, Ҡытау-Ивановск ҡалалары менән даими автобус бәйләнеше менән бәйле. Район үҙәге Ҡытау-Ивановск ҡалаһына тиклем 117 саҡрым[9]. Яҡындағы иң ҙур тимер юл станцияһы — Вязовый, Төлөктән 64 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

1894 йылдан - башланғыс мәктәп, 1937 йылдан - ете, 1962 йылдан һигеҙ классыҡҡа әйләнә. 1976 йылда мәктәп ун классыҡлыға әйләнә һәм яңы бинаға күсә. 2001 йылдың 5 декабрендә мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла[10].

"Матрешка" этнойорт-музейы ауылдың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, XIX быуат заманындағы ағас йорто һүрәтләтә. Әлеге ваҡытта "Сельский быт", "Привет, XX быуат", "История тюлюкской матрешки" исемле өс даими экспозициялар ҡарау өсөн асылған.

Ауылдан 14 саҡрым алыҫлыҡта Ирәмәл тауы урынлашҡан.

Төлөк йылғаһында, ауылдан 3 саҡрым алыҫлыҡта йәмле Ларкин тарлауығы урынлашҡан, унда Төлөк тирмәндәренең береһе булған.

  1. 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  2. туристический портал Челябинской области 2021 йыл 5 март архивланған.
  3. Ксения Уфимцева. На Южном Урале озверели медведи: они начали избивать охотников. Новый регион (10 ноябрь 2010). Дата обращения: 23 ноябрь 2010. Архивировано из оригинала 16 май 2013 года. 2013 йыл 16 май архивланған.
  4. Моё село. МОУ ООШ с. Тюлюк. Дата обращения: 12 июль 2011. Архивировано из оригинала 7 октябрь 2013 года. 2013 йыл 7 октябрь архивланған.
  5. Топографическая карта N-40-58. Тюлюк. Дата обращения: 12 июль 2011. Архивировано 4 март 2012 года.
  6. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  7. Жители поселка Тюлюк остаются четвертый день без электроэнергии
  8. [mapn40.narod.ru/map1/in40058.html Топографическая карта N-40-58. Тюлюк]. Дата обращения: 12 июль 2011.
  9. Марк Рискин. Домкрат для просевших в яму. Кыштымский рабочий. Дата обращения: 23 октябрь 2011. Архивировано 4 март 2012 года.
  10. История школы. МОУ ООШ с. Тюлюк. Дата обращения: 12 июль 2011. Архивировано из оригинала 7 октябрь 2013 года. 2013 йыл 7 октябрь архивланған.