Эстәлеккә күсергә

Вязовый (станция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вязовый
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡытаутамаҡ ҡала округы
Хужаһы Көньяҡ Урал тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1890[1]
Киләһе туҡталыш Минка[d] һәм 1822 км[d]
Тимер юл һыҙаты Кропачёво — Бердяуш[d]
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Код станции 807903
Карта
 Вязовый Викимилектә

Вязовый — Көньяҡ Урал тимер юлы Златоуст төбәге тимер юл станцияһы, Ҡытаутамаҡ ҡала округы Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала округының Вязовый ҡасабаһында урынлашҡан.

Үҙәк станция булып тора, унан Ҡытау-Ивановск ҡалаһына бер тармаҡ китә. Төп хеҙмәтенең характеры буйынса — участка станцияһы, башҡарылған эштәр күләме буйынса 3-сө класҡа ҡарай[2]. Станцияла локомотив депоһы, юл дистанцияһы, элемтә үҙәге, вагондарҙы техник тикшереү пункты урынлашҡан.

Станция 1882 йылда Һамарҙан 791 саҡрым алыҫлыҡта, металлургия предприятиеларын хеҙмәтләндереү маҡсатында Һамар-Златоуст тимер юлын[3] төҙөгәндә барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта станцияла бер ҡатлы вокзал бинаһы төҙөлә. Ул бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған һәм XIX быуат архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Проект авторы билдәһеҙ. Диуарҙарҙың тышҡы көпләүе IX быуат ахыры—ХХ бырат башы урыҫ архитектураһының һоҡланғыс өлгөһө тип танылды. Оҙаҡ ҡына ваҡыт дауамында вокзалдың ҙур өлөшөн ресторан биләй, әммә ул 1960-сы йылдар аҙағында ябыла.

2005 йылда вокзалды яңыртыу эштәре тамамлана. Интерьер, көтөү залы, кассалар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн биналар тотош яңыртыла. Бинаның тышҡы ҡиәфәте һәм биҙәү элементтары элек нисек булған, шулай һаҡлана. Вокзал йөҙгә яҡын кешене һыйҙыра. XX быуат башында станцияла локомотив депоһы төҙөлә. 1970-се йылдарҙа станцияла вагондарҙы техник тикшереү пункты, локомотив депоһы, юл дистанцияһы, элемтә үҙәге, дауахана, тауар һәм багаж контораһы була.

Алыҫ араға йөрөүсе поездар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Станцияла алыҫ араларға йөрөүсе поездарҙың күпселеге, шулар иҫәбендә СиләбеМәскәү № 013/014 «Көньяҡ Урал» поезы, туҡтай.

2020 йылғы график буйынса, станция аша түбәндәге алыҫ араға йөрөүсе поездар үтә:

Поездарҙың йыл әйләнәһенә хәрәкәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поездарҙың миҙгелле хәрәкәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала яны поездары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Златоуст йүнәлешендә көнөнә 4 пар электропоезд, шулар араһында икеһе Силәбегә — көндөҙгө һәм төнгө, Кропачёво йүнәлешендә — көнөнә 6 пар (шуларҙан 3-һө Вязовый — Кропачёво маршруты буйынса).

Билдәле хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Степанович Головин (1912 йылдың 1 ғинуары—1981 йылдың 5 майы) — Калинин фронты 3-сө Удар армияһы 63-сө айырым саңғы батальонының отделение командиры, сержант, Советтар Союзы Геройы. 1939 йылда Вязовый тимер юл станцияһында юлдарҙы йөрөп сығыусы (путеобходчик) булып эшләгән.

  1. http://osm.sbin.ru/esr/esr:807903
  2. [chel-portal.ru/?site=encyclopedia&t=vyazovaya&id=5327 Энциклопедия Челябинской области]
  3. Инновационный портал Уральского федерального округа. ИА ИНВУР. Новости