Эстәлеккә күсергә

Угрюмова Маргарита Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Угрюмова Маргарита Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 29 ғинуар 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Шатрово[d], Тюменский округ[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 июнь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Төмән, Рәсәй
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Угрюмова Маргарита Николаевна (29 ғинуар 1927 йыл — 11 июнь 2008 йыл) — СССР-ҙың хеҙмәт алдынғыһы. 1943—1989 йылдарҙа Төмән машиналар эшләү заводы токаре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960), СССР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXI съезы делегаты.

Маргарита Николаевна Угрюмова РСФСР Урал өлкәһе Төмән округының Шатров районы Шатрово ауыл советының Шатрово ауылында (хәҙер ауыл советы һәм район Ҡурған өлкәһе составына инә) 1927 йылдың 29 ғинуарында тыуған, урыҫ.

1943 йылдың 2 ғинуарында 766-сы заводта токарь өйрәнсеге (һуңынан «Төмән төҙөлөш машиналары заводы», хәҙер ООО «Строймаш») булып ҡабул ителә. 2 көн эсендә уҡыу курсын тамамлап, токарь булып эшләй башлай, фронт өсөн сменаһында 2000 -әр дана 82 мм калибрындағы миномет минаһыстабилизаторҙары етештерә[1].

1944 йылда «Барыһы ла Еңеү өсөн» комсомол бригадаларының социалистик ярыш еңеүсеһе була[2]. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң был заводта токарь булып эшләүен дауам итә, бында бетон бутағыс һәм иретмә бутағыстыр сығарыу яйға һалына. Ул үҙ эшенең профессионалы, йәш белгестәр өсөн яҡшы остаз була[3].

СССР Юғары Советы Президиумының 1960 йылдың 7 мартындағы Указы менән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайы менән машиналар эшләү өлкәһендә юғары производство ҡаҙаныштары өсөн Төмән совет ауыл хужалығы Төмән машиналар эшләү заводының токаре Урюмова Маргарита Николаевнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы»]] исеме бирелә.

КПСС-тың XXI съезы делегаты итеп һайлана (1959), СССР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1962—1966), КПСС-тың Төмән өлкә комитеты ағзаһы

Хаҡлы ялға киткәнгә тиклем токарь булып эшләй[4]. Хеҙмәт стажы 46 йыл[5].

Төмән өлкәһе Төмән ҡалаһында йәшәй

Маргарита Николаевна Угрюмова 2008 йылдың 11 июнендә вафат була[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы, 7 март 1960 йыл
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы
  • Ленин ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены, 30 май 1977 йыл
  • миҙалдар
  • Төмән ҡалаһының почётлы гражданы, 15 май 1975 йыл

Төмән ҡалаһы Үҙәк административ округының Березняковский ҡасабаһында урам Маргарита Угрюмова исемен йөрөтә.

  1. Рафаэль Гольдберг. Человек и эпоха. Газета «Тюменский курьер» от 17.06.2008 2019 йыл 17 февраль архивланған.
  2. Почетные граждане — ГАУК ТОНБ.www.tonb.ru.Дата обращения 9 марта 2020.
  3. Почетные граждане Тюмени — Маргарита Угрюмова. PUTI-shestvuy.Дата обращения 9 марта 2020.
  4. Угрюмова Маргарита Николаевна – ГородТ. gorod-t.info. Дата обращения: 9 март 2020.
  5. газета «Тюменская правда». Сам маршал Буденный вручал ей награду. 2020 йыл 11 август архивланған.
  6. Угрюмова Маргарита Николаевна. www.rodinatyumen.ru. Дата обращения: 9 март 2020.