Ускова Нина Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ускова Нина Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ускова Нина Николаевна (30 май 1947 йыл) — педагог. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2011).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нина Николаевна Ускова 1947 йылдың 30 майында Өфө ҡалаһында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә хеҙмәт итеүсе ябай эшселр ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетына[1] уҡырға инә. Йәш белгес хеҙмәт юлын 1969 йылда Иглин районының Урман урта мәктәбендә башлай. 1971 йылдан Өфө ҡалаһының 87-се, 1973 йылдан 51-се, 1976 йылдан алып бөгөнгә тиклем — 60-сы урта мәктәп уҡытыусыһы[2]. Уның уҡыусылары артабан Рәсәйҙең абруйлы юғары уҡыу йорттарында белем ала. Күп йылдар Нина Ускованың уҡыусылары Болгария, Венгрия, Польша, Төркиә, Грецияла фәнни конференцияларҙа сығыш яһай. Нина Николаевна йәйге лагерҙарҙа математика фәндәрен уҡыта, институтта лекциялар уҡый[1].

Билдәле уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Басыров — профессор-математик. Уҡытыусыһы юлынан китеп, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, артабан АҠШ-тың Индиана университетында уҡый. Әлеге ваҡытта Висконсинск университетында (АҠШ, Меномони) уҡыта[1].
Андрей Грабовский — Новосибирск дәүләт университетының ядро физикаһы факультетын тамамлай, физика фәндәре кандидаты[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002)[2]
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996)[2]
Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2011)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]