Усманов Мансур Хәбибулла улы
| Усманов Мансур Хәбибулла улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1915 |
| Тыуған урыны | Кешәнне, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
| Вафат булған көнө | сентябрь 1944 |
| Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | хәбәрһеҙ юғалған[d] |
Усманов Мансур Хәбибулла улы (1915 йыл — сентябрь 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Усманов Мансур Хәбибулла улы 1915 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Кешәнне ауыл Советы Кешәнне ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Өфө ҡалаһының Сталин районы хәрби комиссариаты тарафынан[1], икенсе материалдар буйынса 1941 йылда Өфө районы Крыкинстройҙан билдәһеҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан[2] саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының орудие расчеты составында хеҙмәт итә. 1943 йылдың ноябрь айында яралана. 1944 йылдың июленән хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, сентябрҙә рәсми рәүештә хәбәрһеҙ юғалған тип таныла[1].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мансур Усманов һуғышҡа алынғанға тиклем өйләнгән була. Ҡатыны ошо уҡ ауылдыҡы — Х. Усманова[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- УСМАНОВ Мансур Хабибуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- Память народа. Усманов Мансур Хабибуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)