Фәйзуллин Рәфғәт Шакирйән улы
Фәйзуллин Рәфғәт Шакирйән улы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Ырымбур ҡалаһы |
Һөнәре: |
актёр, режиссёр |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1920 - 1971 |
Театр: | |
Наградалары: |
Фәйзуллин Рәфғәт Шакирйән улы (3 август 1904 йыл — 5 сентябрь 1983 йыл) — башҡорт театр актёры, режиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955) кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәфғәт Шакирйән улы Фәйзуллин (Рәфғәт Фәйзи) 1904 йылдың 3 авгусында Ырымбур ҡалаһында тыуған. 1920 йылда Һамар ҡалаһында Волга аръяғы хәрби округы сәйәси идаралығы ҡарамағындағы драматик студияны тамамлай.
1924 −1927 йылдарҙа Мәскәү халыҡ мәғарифы бүлегенең Техник белем биреү профсоюз идаралығы янындағы кино мәктәбендә (педагогы В. Р. Гардин) уҡый.
1920 йылдан Ырымбур ҡалаһының драматик студияһында, аҙаҡ Ырымбурҙың Өсөнсө Көнсығыш театрында эшләй. 1924 йылдың көҙөндә Рәфғәт Фәйзуллин Мәскәүгә китә. Унда уҡый һәм бер үк ваҡытта Мәскәү татар эшселәр театрында эшләй. 1933 йылдан башлап Әстрахан татар театрында артист һәм баш режиссёр булып эшләй, сезонына өсәр спектакль ҡуя һәм бер нисә роль башҡара.
1934 йылдан Башҡорт академия драма театрында артист һәм режиссёр булып эшләй башлай, бер үк ваҡытта Башҡорт театр-сәнғәт училищеһында уҡыта.
Рәфғәт Фәйзуллин, бронь бирелгән булыуына ҡарамаҫтан, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1942 йылдың 6 авгусында снаряд ярсығы менән яралана. 1942 йылдың 9 авгусында икенсегә пуля яраһы ала. Үҙе дауаланған госпиталдә, яралы һалдаттар һәм медперсонал көсө менән «Балыҡсы ҡыҙы» спектаклен ҡуя. Дауаланып сыҡҡас, тағы ла һуғышҡа инә. 1942 йылдың декабрендә яңынан ҡаты яралана һәм демобилизациялана.
Өфөгә әйләнеп ҡайтҡас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына режиссёр итеп тәғәйенләнә. Башҡорт драма театрында Мостай Кәримдең «Туй дауам итә» (1947; «Свадьба продолжается»), Назар Нәжмиҙең «Саҡырылмаған ҡунаҡ» (1954; «Незваный гость»), Н. Иҫәнбәттең «Муса Йәлил» (1956; «Муса Джалиль») һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡуя.
1959—1971 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы янында телевидение һәм радио тапшырыу буйынса Комитеттың режиссёры булып эшләй. Телевидениелә «Һаумы, Өфө!» телевизион фильмын, А. С. Пушкиндың «Бәләкәй трагедиялары» буйынса «Таш ҡунаҡ» һәм «Һаран рыцарь», Сыңғыҙ Айтматовтың повесы буйынса «Беренсе уҡытыусы» , Кәрим Тинчуриндың «Америкалы» телеспектаклдәрен ҡуя.
Ғаиләһе: ҡатыны Р. Фәйзуллина Мәрйәм ханым, Мәскәү консерваторияһын тамамлағас, Өфө опера һәм балет театрында йырлай. Рәфғәт Шакирйән улы 1983 йылдың 5 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була, мосолман зыяратында ерләнгән.
Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исмәғил («Ғәлиәбаныу»), Франц Моор («Юлбаҫарҙар» — «Разбойники» Ф.Шиллер), Шуйский («Борис Годунов» А. С. Пушкин), Берест («Платон Кречет» А. Е. Корнейчук), Яго («Отелло» У.Шекспир), Ҡарт «Өмөт» («Надежда»; «Баштелефильм», 1972) телефильмдә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944)
- БАССР-ҙың халыҡ артисы (1964)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө ҡалаһында Ленин урамындағы 9/11 йортта «Был йортта 1959—1971 йылдарҙа БАССР-ҙың халыҡ артисы Фәйзуллин Рәфғәт Шакирйән улы (Рәфғәт Фәйзи) йәшәне» тигән яҙыулы мемориаль таҡта ҡуйылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиева А. Телевидение — минең тормошом. Өфө, 2008.
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 53 с. ISBN 5-295-02294-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һ.С.Сәйетов, Тәржемәсе Г.Һ.Ризуанова. / Фәйзуллин Рәфғәт Шакирйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://www.archive.gov.tatarstan.ru/magazine/go/anonymous/main/?path=mg:/numbers/2011_1_2/10/10/ 2019 йыл 6 август архивланған.
- 3 августа тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса актёрҙар
- СССР актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- XXI быуат актёрҙары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары