Филимонов Александр Николаевич
Филимонов Александр Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 ноябрь 1927 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 30 август 1999 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Уҡыу йорто | Ишембай нефть колледжы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Филимонов Александр Николаевич (22 ноябрь 1927 йыл — 17 август 1999 йыл) — совет нефтсе-геологы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1968), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1970).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Николаевич Филимонов 1927 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған[1].
Белеме
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 14-се мәктәбендә белем ала[2]. 1946 йылда Ишембай нефть техникумын техник-технолог һөнәре буйынса тамамлай. 1952 йылда Ленинградта М. В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби диңгеҙ училищеһын тамамлай[1]. 1963 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын (ул ваҡытта ӨНИ, ситтән тороп уҡый) тау инженеры һөнәре буйынса тамамлай.
Хеҙмәт юлы
19 йәшендә тыуған ҡалаһы Стәрлетамаҡта «Башнефтеразведка» тресында хеҙмәт юлын быраулаусы ярҙамсыһы булып башлай. Бында ул 1946—1947 йылдарҙа эшләй. Ленинградта уҡыуын тамамлағас, СССР Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә. 1956—1964 йылдарҙа «Туймазабурнефть» тресында: быраулаусы ярҙамсыһы, 1957 йылдан башлап өлкән инженер, 1958 йылдан — профсоюз комитеты рәйесе, 1963 йылдан— 1-се быраулау контораһының цех начальнигы. 1964 йылдан башлап «Тюменнефтегазразведка» берекмәһенең «Сургутбурнефть» тресы Усть-Балык быраулау контораһы директоры, 1971 йылда — Нефтеюганск быраулау эштәре идаралығы директоры, 1977 йылдан алып «Урайнефтегаз» ПБ-ның генераль директоры, 1982—1987 йылдарҙа «Юганскнефтеспецстрой» тресы идарасыһы[1].
А. Н. Филимонов етәксегендә яңы быраулау техникаһы һәм технологиялары индерелә, 8-се биш йыллыҡ план осоронда юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшә. Төмән өлкә хеҙмәтсәндәр Советы депутаты, Нефтеюганск ҡала пратия комитеты һәм ҡала профсоздар комитеты ағзаһы була[2].
1987 йылдан — хаҡлы ялда. Мәскәүҙә йәшәй. 1999 йылдың 17 авгусында Өфөлә вафат була[2]. Ханты-Манси автономиялы округы Нефтеюганск ҡалаһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Ленин ордены (1971);
- СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1968);
- СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1970);
- Нефтеюганск ҡалаһының почетлы гражданы (1997)[2].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. Н. Филимоновтың иҫтәлегенә Нефтеюганск ҡалаһындаа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1]. Ханты-Манси автономиялы округы Урай ҡалаһында Дан Аллеяһында Филимоновтың барельефы ҡуйылған[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Филимонов Александр Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Филимонов Александр Николаевич . «Герои страны» сайты.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Филимонов Александр Николаевич . «Герои страны» сайты.
- Филимонов Александр Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 22 ноябрҙә тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- Стәрлетамаҡта тыуғандар
- 30 августа вафат булғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Көнбайыш Себер ер аҫтын эшкәртеү һәм нефть-газ комплексын үҫтереү өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар