Эстәлеккә күсергә

Филүс (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Филүс — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Филүс исеме фарсы теленән планета тигәнде аңлата.

Гәрәев Филүс Фазлиәхмәт улы (24 октябрь 1941 йыл — 1 апрель 1990 йыл) — йырсы (баритон). Башҡорт АССР-ының халыҡ (1987) һәм атҡаҙанған (1978) артисы.

Ҡалмырҙин Филүс Фәрүәз улы — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.[1].

Ҡансурин Филүс Тәлғәт улы (11 ғинуар 1990 йыл) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, ефрейтор, Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы.

Филүс Каһиров — йырсы, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2023).

Валеев Филүс Фәнит улы- йырсы, «Бәхетле» төркөмөнөң солисы.

Филүс Хисаметдинов (23 март 1950 йыл)- популяр йырҙар авторы, шағир Татарстандың баш ветеринар табибы булып эшләй.

Филүс һәм Илдус Рәҡимовтар — ҡул көрәше менән шөғөлләнәләр. Төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар, ГДЗС, янғын һүндереү буйынса ярыштарҙа һәм гер спорты призерҙары.

Шәңгәрәев Филюс — йырсы. Ҡариҙел районы.

Хантимеров Филүс Фәйруз улы — Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ