Эстәлеккә күсергә

Харисов Фираз Фәхрәз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фираз Фахразович Харисов битенән йүнәлтелде)
Харисов Фираз Фәхрәз улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 24 май 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Истәк, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]

Харисов Фираз Фәхрәз улы (24 май 1952 йыл) — ғалим-педагог. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Татарстан Республикаһы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Ҡәйүм Насыри исемендәге премия лауреаты (1998).

Фираз Фәхрәз улы Харисов 1952 йылдың 24 майында Башҡорт АССР-ы Яңауыл районы Истәк ауылында тыуған. Фәрис Харисовтың ағаһы[1].

Урта белемде Яңауыл ҡалаһының 1-се мәктәбендә ала. 1969 йылдан ауыл мәктәбендә эшләй. 1971—1973 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә[2]. 1978 йылда Ҡазан педагогия институтын тамамлаған[1].

1978 йылдан Ҡазан педагогия институтында эшләй, ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары була. 1979 йылдан халыҡ депутаттарының Ҡазан ҡалаһы Ленин район Советы башҡарма комитетының бүлек мөдире урынбаҫары[1].

1987 йылдан Татар гуманитар-педагогия университетында бүлек начальнигы, 1991—2011 йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 2001—2009 йылдарҙа татар теле һәм мәҙәниәт-ара бәйләнештәр кафедраһы мөдире[1].

2011 йылдан Ҡазан федераль университетында уҡыта: ғилми-белем татаристика, төркиәт һәм этномәҙәни белем биреү үҙәге етәксеһе урынбаҫары, 2012—2015 йылдарҙа татар теле һәм уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире вазифаларын үтәй[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән уҡытыу-методик әсбаптар, һүҙлектәр, программалар авторы. Татар һәм француз телдәре буйынса әсбаптарҙың авторҙашы[2].

Төп хеҙмәттәре
  • Основы методики обучения татарскому языку как неродному. Монография. — Спб.: Просвещение, 2001. — 431 с.
  • Татар телен чит тел буларак өйрәтүнең фәнни-методик нигезләре. Монография. — Казан: Мәгариф, 2002. — 367 б.
  • Научные основы начального обучения татар­скому языку как неродному / под ред. Л. З. Шакировой. — Казань: Тарих, 2000. — 480 с.
  • Язык и нация: проблемы экологии в условиях полилингвизма. — Казань: Школа, 1998. — 72 с.
  • Лингводидактические основы первоначального обучения татарской устной речи в русской школе. Монография / под ред. Л. З. Шакировой.— Казань: Магариф, 1999. — 175 с.
  • Татар теле: рус телендә белем бируче мәк­тәпнең 5 нче сыйныфында укучы татар балалары өчен дәреслек. — Казан: Мәгариф, 2004. — 174 б. (Соавт. Ч. М. Харисова).
  • Мой первый татарский словарь: иллюстрированный татарско-русский словарь. — Казань: Магариф, 1995. — 159 с. Соавт. Ч. М. Харисова. (Рекомендован МО РФ).
  • В мире слов и предложений. — Казань: Ма­гариф, 1999. — 223 с. (Соавт. Ч. М. Харисова).
  • Русско-татарский и татарско-русский карманный словарь. — Казань: Хэтер, 2001. — 176 с.
  • Рус мәктәбенең башлангыч сыйныфларында укучы татар балаларына татар теле укыту программасы // Рус мәктәпләре өчен татар теле про­граммалары. — Казан: Мәгариф, 2001. — 3-29 б.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Харисов Фираз Фәхрәз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 Харисов Фираз Фахразович 2019 йыл 3 декабрь архивланған. // Казанская лингвистическая школа: Книга первая: Казанская тюркологическая лингвистическая школа/ сост. М. З. Закиев. — Казань: Татар. кн. изд-во, 2008. — С. 300—301.