Эстәлеккә күсергә

Ғәбиҙуллина Фәниә Рауил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фәниә Рауил ҡыҙы Ғәбиҙуллина битенән йүнәлтелде)
Фәниә Ғәбиҙуллина
Исеме:

Ғәбиҙуллина
Фәниә Рауил ҡыҙы

Тыуған көнө:

4 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районы Наҙытамаҡ ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йүнәлеше:

журналист, шағир, яҙыусы

Жанр:

публицистика, проза, шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

татар, башҡорт

Премиялары:

Назар Нәжми (2016) һәм Фәтих Кәрим (2017) исемендәге әҙәби премиялар

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008)

Ғәбиҙуллина Фәниә Рауил ҡыҙы (4 март 1957 йыл) — матбуғат ветераны, журналист, шағир һәм яҙыусы, йәмәғәтсе. 1985—2013 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» республика ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире. 2013 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары, татар телендә ижад итеүсе әҙиптәр берекмәһе етәксеһе. 1999 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар һәм 2009 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008). Назар Нәжми (2016) һәм Фәтих Кәрим (2017) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

Фәниә Рауил ҡыҙы Ғәбиҙуллина (ҡыҙ фамилияһы Сәйетгәрәева) 1957 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ы (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Наҙытамаҡ ауылында тыуған[1]. Күрше Әсәндә урта мәктәпте тамамлағас, Ҡазан дәүләт университетының тарих—филология факультетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегендә юғары һөнәри белем ала. 1979 йылда уҡыуын тамамлап, йүнәтмә буйынса Ҡазан ҡалаһының 10-сы мәктәп-интернатында үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай: тәрбиәсе һәм пионервожатый була, бер үк ваҡытта татар теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр алып бара.

1980 йылда Өфөгә күсенә һәм приборҙар эшләү заводының 58-се урта һөнәри техник училищеһында комсомол комитеты секретары вазифаһын башҡара. Йәштәр ойошмаһына етәкселек итеүҙәге ҡаҙаныштары һәм тәрбиә эшендәге уңыштары өсөн ВЛКСМ-дың завод, Октябрь район һәм Башҡортостан өлкә комитеттарының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

1985—2013 йылдарҙа Фәниә Ғәбиҙуллина «Ҡыҙыл таң» республика ижтимағи-сәйәси гәзитендә эшләй: башта корректор, артабан хәбәрсе була һәм һуңынан редакцияның әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. 1999 йылдан ул Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы.

Матбуғата эшләгән осорҙа көнүҙәк темаларға яҙылған яҡшы мәҡәләре менән республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеп сыға[2], «Ҡыҙыл таң» гәзитенең лауреаты итеп таныла, Башҡортостандың Мәғариф, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлыҡтарының Маҡтау грамоталарына лайыҡ була, театрҙар коллективтарынан Рәхмәт хаттары ала.

2008 йылда Фәниә Ғәбиҙуллинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[3].

2013 йылдың апреленән Фәниә Рауил ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, татар телендә ижад итеүсе яҙыусылар берләшмәһе етәксеһе.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижади ойошма етәкселәренең береһе һәм әүҙем ижадсы булараҡ, Фәниә Ғәбиҙуллина Өфөлә һәм республикабыҙҙың район-ҡалаларында үткәрелгән төрлө кисәләрҙә, әҙиптәргә арналған сараларҙа һәм китап уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа бик теләп ҡатнаша[4].

Фәниә Ғәбиҙуллинаның әҙәби ижадҡа ылығыуы Шәйехзада Бабич исемендәге Әсән урта мәктәбендә уҡыған йылдарға тура килә. Ул тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ойошторған әҙәби һәм йәш хәбәрселәр түңәрәктәренә бик теләп йөрөй, данлыҡлы яҡташы өлгөһөндә ҡәләмен һынап ҡарай. Ошо тәүге ижади аҙымдары уны Ҡазан дәүләт университетының филология факультетына әйҙәй.

  • Таң ҡыҙы: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2001. — 124 бит.
  • Күңел емештәрем: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 103 бит.
  • Яҙмыштар ярында: Публицистика (мәҡәләләр, очерктар, интервьюлар. — Өфө: Китап, 2007. — 312 бит.

Матбуғаттағы мәҡәләләре, уның менән интервьюлар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Фәнис Фәтхи. Фәния Габидуллина: «Әдәбият елында өч айга түләүсез ялга җибәрделәр», 2015, 25 август (тат.)[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Владимир Романов. Видные деятели печати Башкортостана: Фания Габидуллина (К юбилею журналиста). Информационное агентство «Башинформ», 2017, 4 март[8].
  • Ямалетдин М. Матурлыҡ янда ғына. «Башҡортостан» гәзите, 2017, 3 март[9].
  • Роберт Миңнуллин. Егетлек ул хатын-кызларга да килешә. Журналист һәм шагыйрә Фәния Габидуллинага — 60 яшь. «Кызыл таң» гәзите, 2017 йыл, 2 март[10].
  • 2015 йылдың 15 декабрендә Өфөлә 300 дана менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиғә арналған «Йырҙың булмай һуңлағаны» («Песнь не бывает запоздалой») тигән рус, башҡорт һәм татар телдәрендәге китаптың төҙөүсеһе Фәиә Ғәбиҙуллина ҙур эш башҡарған[11].
  • Хәсән Назар. «Үҙ йондоҙо». Майҙан, 2014, № 1.
  • Рәсих Ханнанов. «Үҙеңә юл табыу хәйрле». Толпар, 2012, № 2.
  • Ғәлим Дәүләди. Шиғриәттә таң ҡыҙы менән осрашыу. («Күңел емештәрем» йыйынтығына баш һүҙ) — Өфө: Китап, 2007.
  1. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Фәниә Ғәбиҙуллинаның ижад кисәһе үтәсәк — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 13 март
  2. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2011, 5 апрель
  3. Указ Президента РБ от 03.07.2008 N УП-316 “О присвоении почетного звания «Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан» работникам государственного унитарного предприятия “Редакция газеты «Кызыл тан»“ 2021 йыл 25 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2019)
  4. Өфөлә Ғабдулла Туҡайҙың хәтер кисәһе үтте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2013, 5 апрель
  5. «Азатлыҡ» радиоһы сайты
  6. Республикала 2017 йылғы Фәтих Кәрим исемендәге Әҙәби премияһы лауреаттарын атанылар. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 17 апрель (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2017)
  7. Җәмгыять сезгә таяна! «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2015, 26 май 2016 йыл 5 март архивланған.
  8. Видные деятели печати Башкортостана: Фания Габидуллина (К юбилею журналиста). Информационное агентство «Башинформ», 2017, 4 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  9. «Башҡортостан» гәзите, 2017, 3 март 2017 йыл 8 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  10. Егетлек ул хатын-кызларга да килешә. «Кызыл таң» гәзите, 2017 йыл, 2 март(недоступная ссылка) (тат.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  11. В Уфе увидела свет книга посвящений народному поэту Башкортостана Назару Наджми. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 15 декабрь (рус.)