Фәнүзә
Фәнүзә |
Фәнүзә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнүзә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе яҡтыртҡыс, маяҡ тигәнде аңлата[1]..
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы (7 февраль 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны, ғалим-фольклорсы. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылдан — өлкән, 1999 йылдан — төп, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре докторы (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
Баһауетдинова Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы (22 май 1965 йыл) — журналист, уҡытыусы һәм үҙешмәкәр йырсы. 1991 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы мөхәррире һәм алып барыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мөхәррире. 2013 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015).
Ғималова Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы (3 октябрь 1957 йыл) — ғалим-химик-органик, химия фәндәре докторы (2007), профессор (2010)
Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы (22 апрель 1935 йыл), хеҙмәт ветераны. 1960—1994 йылдарҙа бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |