Ғилманов Фәнүр Мөғәмбәр улы
Ғилманов Фәнүр Мөғәмбәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 февраль 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Абзан ауылы, Күсәрбай ауыл Советы, Благовар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | журналист |
Биләгән вазифаһы | Корреспондент[d] |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[1] |
Әүҙемлек урыны | «Ҡыҙыл таң» гәзите[1] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Журналистар союзы[d][1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғилманов Фәнүр Мөғәмбәр улы (9 февраль 1956 йыл) — журналист. 1986 йылдан республиканың ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни баҫмаһы «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011)[2],
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнүр Мөғәмбәр улы Ғилманов 1956 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ының[3] Благовар районы Яңы Абзан ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғаиләһендә тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1973 йылда, Иҫке Күсәрбай урта мәктәбен тамамлағас, тыуған ауылындағы «Октябрь» колхозында башлай. 1974 йылдың яҙында СССР Ҡораллы Көстәренә саҡырыла, хәрби хеҙмәтте Төньяҡ төркөм ғәскәрҙәре составында Польша Халыҡ Республикаһы биләмәләрендә үтә. 1976 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә.
БДУ-ның филология факультеты рус-татар бүлеген 1981 йылда тамамлағас, артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген журналистика өлкәһендә дауам итә. Благовар районының «Знамя труда» («Хеҙмәт байрағы») гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, хәбәрсе, артабан редакцияның хаттар һәм ауыл хужалығы бүлектәре мөдире була.
1986 йылдың мартында «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенә Благовар, Бүздәк, Дәүләкән һәм Шишмә райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп эшкә саҡырыла. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.
1993 −1994 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзитенең Асҡын, Ҡариҙел һәм Мишкә райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләп алғандан һуң, яңынан тәүге вазифаһына кире ҡайта һәм әле лә шунда хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнүр Ғилманов мәктәп йылдарында уҡ ҡулына ҡәләм ала. Уның төрлө темаларға яҙылған хәбәрҙәре һәм һүрәтләмәләре республиканың балалар гәзите "Башҡортостан пионеры"нда, йәштәр баҫмаһы «Ленинец»—"Ленинсы" һәм Благовар районы гәзитендә даими баҫылып килә. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт иткәндә, «За Родину» хәрби округ гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда, «Акчарлаклар» әҙәби-ижад түңәрәгендә бик теләп шөғөлләнә.
«Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләү дәүерендә Фәнүр Ғилманов республика кимәлендә киң яңғырау алған бик күп мәҡәлә һәм очерк ижад итте. Уның ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисад темаларына, ауылдың күп яҡлы тормошона арналған ижад емештәре һәр саҡ үҙ уҡыусыһын таба. Шуға ла ул күп тапҡырҙар үҙе эшләгән гәзиттең йыл лауреаты исемен алды.
Эҙләнеүсән журналист булараҡ, Фәнүр Мөғәмбәр улы тыуған төбәге ауылдарының тарихын өйрәнеүгә күп ваҡыт бүлә. Гәзит биттәрендә төрлө йылдарҙа донъя күргән мәҡәләләрен бергә туплап, алты китап баҫтырып сығарҙы.
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының улы булараҡ, Фәнүр Ғилманов хәрби-патриотик теманы ла үҙ итте. Яҡташ яугирҙар хаҡында гәзит биттәрендә даими һөйләү менән бергә 2010 йылда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан, тыуған районының һуғышта ҡатнашҡан барлыҡ аҫыл егеттәренә арналған «Благовар яугирҙаре сафта ҡала» тигән буклет әҙерләп баҫтырҙы.
Матбуғат өлкәһендә күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн 2006 йылда Фәнүр Ғилмановҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Журналистың 2011 йылда нәшер ителгән «Такова жизнь…» китабы Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды[2].
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Притяжение Буздякской земли (2003)
- Тыуған яғым аҫылташтары (2004) (тат.)
- Мы — из Бигильдино (2007)
- Донъя был... (2011) (тат.)
- Яңы Бишенде: тарихы, кешеләре, ваҡиғалар (2013)
- Ғәфүр йылдар аша (2014)
- Благовар районы:үҫеш потенциалы (2015)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006)[4]
- Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011)[2]
Ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гиззатуллин Р. Такова жизнь. У журналиста Фанура Гильманова острое перо и свой взгляд на события «Республика Башкортостан» гәзите, 2011, 21 сентябрь[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Вручены премии имени Шагита Худайбердина. Правительство Республики Башкортостан. Официальный сайт. 19.10.2011 2020 йыл 31 октябрь архивланған. (рус.)
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы
- ↑ Перечень знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2016 год(недоступная ссылка)
- ↑ «Республика Башкортостан» гәзите, 2011, 21 сентябрь 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. — ISBN 5-98755-015-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2017)
- «Ҡыҙыл таң» гәзитенең сайты. Редакция
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғилманов Фәнүр Мөғәмбәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
- Пресс-служба Правительства Республики Башкортостан. 19.10.2011.Вручены премии имени Шагита Худайбердина . Правительство Республики Башкортостан. Официальный сайт. Дата обращения: 22 декабрь 2015. 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
- Официальный сайт Благоварской центральной библиотеки. ГИЛЬМАНОВ ФАНУР МУГАМБАРОВИЧ(недоступная ссылка)
- Кугарчинская централизованная библиотечная система. Официальный сайт. Лауреаты премии им. Ш.Худайбердина
- 9 февралдә тыуғандар
- 1956 йылда тыуғандар
- Благовар районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса журналистар
- Башҡортостан журналистары
- «Ҡыҙыл таң» гәзите журналистары
- СССР Журналистар союзы ағзалары
- XX быуат журналистары
- XXI быуат журналистары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары