Эстәлеккә күсергә

Ғүмәров Фәрит Хафиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фәрит Ғүмәров битенән йүнәлтелде)
Ғүмәров Фәрит Хафиз улы
Тыуған көнө

10 март 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Һары ауылы

Вафат көнө

15 июнь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (71 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тарих, Башҡортостан тарихы

Эшләгән урыны

СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты,

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты, КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһы (Мәскәү) (1964)

Награда һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре 2000)

Ғүмәров Фәрит Хафиз улы (10 март 1929 йыл15 июнь 2000 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1964). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).

Фәрит Хафиз улы Ғүмәров 1929 йылдың 10 мартында Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Һары ауылында тыуған.

1952 йыл — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университетын),

1964 йыл — КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын (Мәскәү)тамамлай.

1952—1954 йылдар- СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре.

1954—1961 йылдар- КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты лекторҙар төркөмөндә лектор.

1964 йылдар- КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире.

1964 йыл- тарих фәндәре кандидаты фәнни дәрәжәһенә диссертация яҡлай (диссертация темаһы «Башҡорт АССР-ы эшсәндәренең халыҡ хужалығын яңынан тергеҙеү өсөн көрәше (1920—1928 йылдар)»).

1966 йылдан- Өфө авиация институтында (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты ) һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) КПСС тарихы кафедраһында эшләй. Ф. Ғүмәров ошо осорҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретаре Миҙхәт Закир улы Шакировтың референты ла була, шул сәбәпле уға ябыҡ партия архивы менән ҡулланыу рөхсәт ителә.

Фәрит Хафиз улының лекцияларына студенттар ҙур теләк менән йөрөй, сөнки ул башҡа бер ерҙә уҡып ҡына түгел, ишетеп булмаған хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләй. Мәҫәлән, төрлө йылдарҙа булған репрессиялар, колхозлашыу йылдарындағы ғәҙелһеҙлектәр, революция һәм Башҡортостандағы башҡорт милли хәрәкәте тураһында һөйләргә ҡурҡмай. 1937—1938 йылдарҙағы көсөргәнешле хәл, репрессия ҡорбаны булған күренекле шәхестәр: ул ваҡыттағы Башҡортостан етәкселәре, мәҫәлән, 1929—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше өсөн янып эшләгән өлкә комитетының беренсе секретары Яков Быкин (Беркович), икенсе секретарь- Әхмәт Иҫәнсурин, дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы Афзал Таһиров, комбриг Муса Мортазин, комсомол етәксеһе- Бөтә союз комсомолы Үҙәк комитетының икенсе секретары Шәрифә Тимерғәлина, башҡа золом ҡорбандары тураһында студенттар башлап Ғүмәров лекцияларында ишетә. Уның лекцияларын тыңларға пединститутҡа хатта Өфөнөң башҡа вуздарынан да студенттар йөрөй.

1984—1986 йылдар — Башҡортостандың берләштереләгән дәүләт музейы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Милли музейы) директоры урынбаҫары.

1986—1993 йылдар- Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының ижтимағи-гуманитар фәндәр кафедраһы мөдире.

1993—2000 йылдар- Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарихи архивының өлкән хеҙмәткәре;

Республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған «Башҡортостан тарихы буйынса хрестоматия» (2 томлыҡ) исемле ҙур күләмле хеҙмәтте төҙөп, нәшер итә. Был китап Башҡортостан мәктәптәре һәм башҡа уҡыу йорттары өсөн күптән көтөп алынған хеҙмәт.

Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм башҡа күренекле эшмәкәрҙәр ((Кәрим Хәкимов) тураһында биографик эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнә.

1999 йылда Фәрит Ғүмәров «Рәсәй империяһының башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр, бобылдәр тураһындағы закондары» («Законы Российской империи о башкирах, мишарях, тептерях и бобылях»,Өфө, 1999) исемле китап баҫтыра. Был китапта Башҡортостандың административ төҙөлөшө, идара итеү механизмы, Рәсәй дәүләтенең исламға һәм мосолмандарға ҡарашы яҡтыртылған документтар урын алған. Унда шулай уҡ 18 быуаттағы башҡорт ихтилалдары тарихы һәм башҡорттарҙың хәрби хеҙмәт үҙенсәлектәре, суд-хөкөм эштәре, яһаҡ- һалым түләү, һаулыҡ һаҡлау тураһындағы материалдар бар. Материалдар 1649 йылғы Соборное уложение (ҡанундар йыйынтығы) осоронан алып, Көньяҡ Урал тарихын яҡтырта.

Ғалим Башҡортостан Республикаһы гәзит-журналдары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, радио һәм телевидениела йыш сығыш яһай. Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша, «Белем» («Знание») йәмғиәтенең лекторы була.

2000 йылдың 15 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000)
  • Гумеров Ф. Х. Генерал Шаймуратов — Уфа: Китап, 1999.
  • Гумеров Ф. Х. (сост.) Хрестоматия по истории Башкортостана. Часть 1

Уфа: Китап, 2005. — 368 с., с илл.

  • Гумеров Фарит Хафизович — Вымыслы и действительность …[1]
  • Вымыслы и действительность. (Против буржуазной фальсификации организационных принципов КПСС)Год: 1967

Автор: Гумеров Фарит Хафизович Жанр: история, политология, фальсификации обществознания Издательство: Политиздат Серия: Партийная публицистика

  • Гадилов Лутфи Закирович, Гумеров Фарит Хафизович. Карим Хакимов : Революционер и дипломат. 1892—1937 : Ист.-биогр. очерк ,Уфа : Башкнигоиздат,1960
  • Фарит Хафизович Гумеров. У истоков борьбы за суверенитет Башкортостана, 1917—1925 гг.: Док. и материалы : [Посвящ. 80-летию провозглашения Башк. автономии] / Ф. Х. Гумеров ; Центр. гос. ист. арх. Респ. Башкортостан,232,[1] с. ил. 21 см,Уфа Башк. изд-во «Китап», 1997
  • Хрестоматия по истории Башкортостана. Часть первая. Документы и материалы с древнейших времен до 1917 г. // учебное пособие / Составитель Ф. Х. Гумеров. Уфа: Китап, 1996
  • Законы Российской империи о башкирах, мишарях, тептярях и бобылях. /Сост. Гумеров Ф. Х., Исангулов Т. Ф., Калимуллина Г. Т., Валишин А. Н. — Уфа: Издательство «Китап», 1999 г.
  • Генерал Шаймуратов. /Сост. Гумеров Ф.Х, Иргалин Г. Д., Халтурина Н. Г. — Уфа: «Китап», 1999 г.
  • Хрестоматия по истории Башкортостана. Ч.2. /Сост. Гумеров Ф. Х., Исангулов Т. Ф., Халтурина Н. Г. — Уфа: Издательство «Китап», 2001 г.
  • Генерал Шаймуратов. /Сост. Гумеров Ф.Х, Иргалин Г. Д., Халтурина Н. Г. — Уфа: «Китап», 2002 г. (переиздано)
  1. [dinante.ru/istoriya/file15385.html Гумеров Фарит Хафизович — Вымыслы и действительность …]