Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы
Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: | |
Театр: |
Башҡорт драма театры, «Нур» татар халҡы театры |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы |
Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы (1 апрель 1962 йыл) — театр һәм кино актёры. 1991 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры актёры (1991), бер үк ваҡытта 2007 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының (2003) һәм Татарстан Республикаһының (2006) халыҡ артисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Резида Рауил ҡыҙы Фәхруллина 1962 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Үрге Маншыр ауылында тыуған.
Ғаиләлә биш бала була. Әсәһе Альбина Мирғәли ҡыҙы колхозда эшләй. Атаһы Рауил Хәниф улы — нефтсе, пенсия йәшенә яҡыная килә — колхозға күсә, художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша, гармунда уйнай, бейей.
Резида Рауил ҡыҙы 1986 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ф. К. Ҡасимова курсы) тамамлай һәм Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлай. Ул — лирик-драматик актёр.
1991 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театрында эшләй, ә 2007 йылдан алып Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.
«Көлөрһөң дә, көйөрһөң дә», «Йыр булып ҡайтырмын!», «Йәшлек мөғжизәләре» һәм башҡа театрлаштырылған тамашалар режиссеры. «Ике алыҫ-яҡын ҡыштар» кинофильмында төшә(«Башҡортостан» киностудияһы, 1996).
1992 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт драма театрында: Әлиә («Майҙан тотабыҙ», Нәжиб Асанбаев; дебют, 1986), Гөлзифа («Башҡорт туйы»), Илфирә («Аманатҡа хыянат» Ф. В. Боғҙанов).
«Нур» театрында ролдәре: Джульетта («Ромео һәм Джульетта», Уильям Шекспир), Гөлсөм (Ғ. Исхаҡиҙың «Көҙ» повесы буйынса шул уҡ исемле спектакль), Зөлфиә («Үҙеңдең йөрәгеңде аяуһыҙландырма» Р. Ҡол-Дәүләт), Шәмсиғаян («Өс аршын ер», А. М. Ғиләжев), Мәҙинә («Ай булмаһа, йондоҙ бар», .Т. Миңнуллин), Дилбәр («Гүргә инер сер ине», Р. М. Кинйәбаев), Ольга (А. П. Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү» пьесаһы мотивтары буйынса Л.-М. Зайлаускастың «Апалы-һеңлеле өсәү. Йылдар үткәс…» спектакле), Сәмиға («Кейәүкәй» Х. Ибраһимов) һәм башҡалар.
Резеда Рауил ҡыҙының уйнаған ролдәре характерҙы тәрән аңлау, геройының эске донъяһын, уның фажиғәле яҙмышын тулыһынса асыу менән айырыла.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Көҙ» спектаклендә Гөлсөм роле өсөн — Ҡазандағы «Наурыҙ» Халыҡ-ара Төрки халыҡтар театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында премия лауреаты (1998)
- К. Тинчурин исемендәге IV республика театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» лауреаты (1999, Ҡазан).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003)
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2006)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нуртдинов Р. К вершинам созидания. — Уфа, 2005.
- Иксанова Г. О театре И не только: очерки, интервью, рец. — Уфа, 2006.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2021)
- Дослужилась до «трактирщицы» // Российская газета
- Фахруллина Резида Равилевна // Уфимский государственный татарский театр «Нур»
- 1 апрелдә тыуғандар
- 1962 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса актёрҙар
- СССР актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- Татарстандың халыҡ артистары
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған артистары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Илеш районында тыуғандар