Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтшина Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы Мөхәмәтшина битенән йүнәлтелде)
Мөхәмәтшина Фәүзиә
Миҙхәт ҡыҙы
Тыуған көнө:

15 июнь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы[1]Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналистика

Ижад йылдары:

1977

Йүнәлеше:

гәзит

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2016)[2].

Мөхәмәтшина Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы (15 июнь 1953 йыл) — башҡорт журналисы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2016)[2].

Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы Мөхәмәтшина 1953 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ы[1] Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуған.

1970 йылда [[Баймаҡ лицей-интернаты]]н тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, «Октябрь байрағы» район гәзитендә тәржемәсе булып, артабан Ишбирҙе һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1977 йылдан хеҙмәт эшмәкәрлеген КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты нәшриәтендә корректор булып дауам итә. Бер үк ваҡытта республика балалар гәзите «Башҡортостан пионеры» менән хеҙмәттәшлек итә, баҫмаға төрлө темаларға хәбәрҙәр һәм мәҡәләләр яҙа. Тиҙҙән уның ижади ынтылышын баһалайҙар һәм редакцияның мәктәп бүлегенә хәбәрсе итеп саҡыралар.

Бер аҙҙан Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы «Совет Башҡортостаны» гәзитенә эшкә күсә һәм тиҙ арала партия баҫмаһының иң оператив бүлегенә — мәғлүмәт бүлегенә хәбәрсе итеп тәғәйенләнә. 1985 йылдан ул хаттар бүлеге һәм социаль проблемалар бүлеге мөдире йөгөн тарта, артабан уға мәғариф бүлеген етәксеһе вазифаһын йөкмәтәләр һәм ул уны 2008 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы уңышлы башҡара.

Тәжрибәле журналист 2008 йылдан алып «Киске Өфө» гәзитендә хеҙмәт һала[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2016)[2].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998)
  • Башҡорт СССР-ы Юғары Советы Президиумының маҡтау ҡағыҙы (1991)
  • Башҡортостан Республикаһы Матбуғат министрлығының Маҡтау ҡағыҙы.
  • 2015-12-15. «Киске Өфө» гәзите сайты.. Дата обращения: 15 декабрь 2015.