Эстәлеккә күсергә

Хажи I Гирәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хажи Гәрәй битенән йүнәлтелде)
Хажи Гирәй бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Хажи Гирәй (мәғәнәләр).
Хажи I Гирәй
ҡырым. I Hacı Geray, ١ حاجى كراى
Ҡырымдың ғали йәнәптәре, падишаһ һәм бөйөк ханы
1441 — 1466
Алдан килеүсе: -
Дауамсы: Нур-Дәүләт
 
Дине: Сөнниҙәр
Тыуған: 1397({{padleft:1397|4|0}})
Фараз буйынса хәҙерге Белоруссия, Лида
Үлгән: 1466({{padleft:1466|4|0}})
Ҡырым
Ерләнгән: Дюрбе Хаджи Герая[d]
Нәҫел: Гирәйҙәр
Атаһы: Ғаяс-әд-Дин
Әсәһе: Асия
Балалары: улдары: Дәүләтйәр, Нур-Дәүләт, Айҙар, Уз-Темир, Менгли I Гирәй, Ҡотлоҡ-Заман (Мәлик-Әмин), Килдеш һәм Ямгурчи.

Хажи́ I Гирәй Мәлик (Хажи́ I Гәрәй Малик; ҡырым. I Hacı Geray, ١ حاجى كراى‎; Melek Hacı Geray, ملک حاجى كراى‎; (яҡынса 13971466) — бойондороҡһоҙ Ҡырым ханлығына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе ханы (14411466). Гирәйҙәр династияһын башлап ебәреүсе.

Хажи Гәрәй сығышы менән Жүсинең 13-сө улы һәм монголдарҙың бөйөк хакимы Сыңғыҙхандың ейәне (Сыңғыҙиҙар) — Туҡай-Тимер тоҡомонан булған. Туҡай-Тимер Батый хандың яулап алыу походтарында ҡатнашҡан. 1260-сы йылдарҙа Алтын Урҙа ханы Менгу-Тимер Ҡырым улусын идаралыҡҡа үҙенең алыҫ туғаны һәм Туҡай-Тимерҙең улы Уран-Тимергә тапшырған. Уран-Тимерҙең тоҡомдары Ҡырым улусы менән хан наместниктары (әмирҙәр) булараҡ идара иткәндәр.

Хажи Гирәй фараз буйынса хәҙерге Белоруссияның Лида ҡалаһында[1], ул ваҡыттағы Бөйөк Литва кенәзлегенең баш ҡалаһында тыуған. Ҡырымда тотороҡһоҙ хәл булғанға күрә, уның ғаиләһе бында йәшәгән.

Хажи Гирәйҙең атаһы Ғаязетдин, ә әсәһе мырҙа ҡыҙы Асия булған. Ғаязетдин 1395 йылда үҙен бойондороҡһоҙ Ҡырымдың ханы тип иғлан иткән Таш-Тимерҙең улы булған. Аҡһаҡ Тимер Алтын Урҙаға ябрылғанда Таш-Тимер үҙ биләмәләренән ҡыуылған. Уның улдары Ғаязетдин менән Дәүләтбирҙе Бөйөк Литва кенәзлеге биләмәләренән ҡасырға мәжбүр булғандар. Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың төмән Иҙеүкәй менән көрәштә ҡәрҙәштәр Туҡтамыш яғында һуғышҡан. Алыштарҙың береһендә Туҡтамыштың күп көрәштәштәре, шул иҫәптән Ғаязетдин һәләк булған. Риүәйәттәр хәбәр итеүенсә, Ғаязетдиндың хеҙмәтсеһе үҙенең хужаһының бәләкәй улын үлтереүҙән саҡ ҡотҡарып ҡала. Алты йыл дауамында хеҙмәтсе бала менән ҡайҙалыр йәшенеп йөрөгән, артабан малайҙы тәрбиәләүгә туғандарына тапшырған.

1419 йылда Иҙеүкәй Туҡтамыштың улдары менән алыштарҙа һәләк булған. Ҡырымда Таш-Тимерҙең икенсе улы һәм Хажи Гирәйҙең олатаһы Дәүләтбирҙе нығынған. 1427 йылда Дәүләтбирҙе Алтын Урҙаның баш ҡалаһы Һарайҙы баҫып алған, әммә тиҙҙен Барак тарафынан үлтерелгән.

1428 йылда Хажи Гирәй, Бөйөк Литва кенәзе Витовттың ярҙамы менән Ҡырым улусын яулап ала. 16 меңлек ғәскәр башында Хажи Гирәй Эске Ҡырымды биләй. Хажи Гирәй яғына ширин ырыуының мырҙалары күскән. Яңы хан хакимлығы аҫтына Ҡырҡы-Ер һәм Солхат ҡалалары күскән. Шул уҡ йылда Алтын Урҙа ханы Олуғ-Мөхәмәт Ҡырымду үҙенең юғары власына буйһондороға ҡарар иткән һәм Хажи Гәрәйгә ҡаршы яу ойошторған. Ширин ырыуының башлығы Тәгәнәй бей Олуғ-Мөхәмәт яғына күскән һәм урҙа ғәскәре башында Ҡырымға баҫып ингән. Аҡһөйәктәрҙең хуплауынан мәхрүм ителгән Хажи Гирәй Ҡырымдан Ҡыпсаҡ далаһына ҡасҡан, ә унан Бөйөк Литва кенәзлеге биләмәләренә барған. Бөйөк Литва кенәзе Витовт Хажи Гирәйгә Ҡырым улусы өсөн көрәштә ярҙам итергә вәғәҙә биргән.

Бөйөк Литва кенәзлеге биләмәләрендә Алтын Урҙалағы эске низағтар ваҡытында ҡасҡан күп төркиҙәр йәшәгән. 1431 йылда Литвала йыйылған яңы ғәскәр башында Хәжи Гирәй Ҡырымға яңы яу ойоштора һәм Солхат ҡалаһын ҡамап уны ала. Был ваҡытта ширин ырыуы мырҙаһы Тәгәнәй бей Алтын Урҙа ханы Олуғ-Мөхәмәт менән талашҡан һәм Ҡырымға ҡайтҡан. Перекоп тирәһендә Хажи Гирәй менән Тәгәнәй бей осрашҡан, бей Хәжи Гирәйҙе үҙенең хакимы итеп таныған. Алтын Урҙа тәхете өсөн үҙ-ара һуғышҡан Олуғ-Мөхәмәт һәм Кесе-Мөхәмәт үҙ власына Ҡырым улусын буйһондорырға ынтылған. Әммә Ҡырым ханы Хажи Гирәй уларҙың ғәскәрҙәрен еңә алған һәм нәҫел улусын үҙ артынан һаҡлай алған.

Витовт менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә Хажи Гирәй 1429 йылғы Луцктағы халыҡ-ара Европа съезында ҡатнашҡан, бында христиан Европаһының төрөктәргә ҡаршы берҙәм яуы ниәттәре буйынса фекер алышыуҙар булған. 1460-сы йылдар аҙағынан Ҡырым ханлығы Ғосман империяһы власы аҫтына эләгә һәм ошонан алып Литва кенәзлеге һәм Ҡырым араһындағы мөнәсәбәттәр ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәрә[2].

1433 йылда Ҡырым ханы Хажи Гирәй Феодоро кенәзеге менән союз килешеүен төҙөй. Шул уҡ йылдың көҙөндә гот кенәзе Алексей үҙенең союздашы Хажи Гирйәҙең ярҙамына өмөт итеп, Ҡырымдағы Генуя Республикаһының биләмәләренә яу ойошторған. 1433 йылдың көҙөндә Алексей генуялыларҙың Чембало (Балаклава) ҡәлғәһен ҡамаған һәм алған. Генуя яуап итеп Феодоро кенәзлегенә ҡаршы каратель экспедицияһын ойошторған. Генуялылар Ҡырымға Карло Ломеллино командалығындағы алты мең һалдат менән егерме галераны ебәргән. 1434 йылдың 4 июнендә генуялылар Чембалоны алған һәм талаған, кенәз Алексей әсиргә эләккән. Һуңынан генуялылар Феодоро кенәзлегенең Каламита (Инкерман) ҡәлғәһен штурм менән алған һәм талаған. Бынан һуң генуялылар артабан йүнәлгәндәр, әммә 22 июндә Солхат ҡалаһы тирәһендә улар Хажи Гирәйҙең биш меңлек отряды тарафынан тар-мар ителгән. Хажи Гирейҙең ғәскәре Кафа (Кефе, Феодосия) ҡалаһын ҡамауға алған. 1434 йылдың 13 июлендә тыныслыҡ килешеүе төҙөлгән, уның шарттарына ярашлы генуялылар Хажи Гирәйҙе Ҡырымдың ханы итеп таный һәм үҙенең әсиргә алынған һалдаттары һәм граждандарын ҡайтарыр өсөн ҙур аҡса түләй.

1434 йылда Алтын Урҙа ханы Олуғ-Мөхәмәт ҙур ғәскәр башында үҙ юғары власы аҫтына буйһондроу өсөн йәнә Ҡырым улусына яуға сыға. Ширин мырҙалары Хажи Гирәйгә хыянат иткәндәр һәм Олуға-Мөхәмәт яғына сыҡҡандар. Хажи Гирәй дошмандан еңелгән, һәм үҙенең ҡалған ғәскәрҙәре менән Ҡырымдан Днепр аръяғына сигенгән. Хажи Гирәй Литваның сик буйы биләмәләренә ингән һәм яңы ғәскәр йыйып Ҡырымға яу әҙерләй башлаған. Был осорҙа Бөйөк Литва кенәзлегендә ике туған ҡәрҙәштәр — Свидригайло Ольгерд улы (1430-1432) һәм Сигизмунд Кейстут улы ([1432-1440) араһында тәхет өсөн ҡаты феодаль һуғыш барған. Алтын Урҙа ханы Олуғ-Мөхәмәт, Хажи Гирәйҙән хәүефләнеп, Свидригайло менән союзын өҙгән һәм Сигизмундты хуплай башлаған. Бөйөк Литва кенәзе Сигизмунд Кейстут улы башта Хажи Гирәйҙе яҡшы ҡабул иткән һәм үҙенең ярҙамын вәғәҙә иткән, әммә һуңынан ул Ҡырымға ҡайтмаһын өсөн уны ебәрмәҫәкә ҡарар иткән. Хажи Гирәй Вильноға саҡырылған, бында ул почётлы аманат булараҡ йәшәгән. Бөйөк Литва кенәзе Сигизмунды Хажи Гирәйгә Лида замогын һәм уның тирәһен биргән.

Алтын Урҙа ханы Олуғ-Мөхәмәт Ҡырымды биләгән һәм Солхатта үҙенең наместнигын ултыртҡан. 1437 йылда икенсе хан Кесе-Мөхәмәт Ҡырымды яулап алған һәм уның наместнигын ҡыуған. Тиҙҙән Ҡара диңгеҙ буйы далаларында Туҡтамыштың ейәне хан Сәйет-Әхмәт нығынған, ул Олуғ-Мөхәмәтте Алтын Урҙаның төньяғына ҡыуған һәм Ҡырымды баҫып алған. Ҡырымда бөлгөнлөк батшалыҡ иткән. Күсмә татарҙар бер нисә Ҡырым ярымутрауын талаған. Сәйет-Әхмәт тарафынан тәғәйенләнгән чиновниктар һәм ҡазыйҙар ҡырҡа һалымдарҙы арттырған, был үҙ сиратында халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырған.

1440 йыл тирәһендә ширин һәм барын ырыуҙары башлығындағы Ҡырым татарҙары аристократияһы Бөйөк Литва кенәзлегенең яңы хакимы Казимир Ягеллончикҡа (1440—1492) хан тәхетенә ултыртыр өсөн Хажи Гирәйҙе Ҡырымға ҡайтарыуҙы һорап мәрәжәғәт иткәндәр. Казимир Хажи Гәрәйҙе Лиданан Киевҡа саҡыртҡан, бында ул бей илселәре менән осрашҡан һәм улар менән Литва юлбашсыһы Радзивилл Остикович оҙатылыуында Киевтан Ҡырымға йүнәлгән. Тәгәнәй бей башлығындағы Ҡырым бейҙәре һәм мырҙалары үҙенең хакимы булараҡ Хажи Гирәйгә ант иткән, ә литва юлбашсыһы Радзивилл бөйөк Литва кенәзе Казимир Ягеллон исеменә ун хан тәхетендә раҫлаған. 1441 йылда Хажи Гәрәй ғәскәре менән Ҡырымға үтеп ингән һәм Сәйет-Әхмәттең наместнигын ҡыуған. 1441 йылдың мартында генуялыларҙың сығанаҡтары Хажи Гирәйҙе Ҡырымдың яңы хакимы булараҡ телгә алған. 1441 йылға ҡарай Хажи-Гәрәй тарафынан Ҡырҡ-Ер ҡалаһында тәүге тәңкәләр сығарылған.

1442 йылда Хажи Гәрәй һәм генуялылар колонияһы Кафа араһында хәрби низағ булған. Кафаның консулы Оло Урҙа ханы Сәйет-Әхмәт менән һөйләшеүҙәр алып барған һәм уға Ҡырымға аҫып инеүгә үҙенең ярҙамын вәғәҙә иткән. Генуялылар Ҡырым ханына яңы тыныслыҡ килешеүен төҙөргә тәҡдим иткән, ләкин уның шарттары Хажи Гәрәй өсөн яраҡһыҙ булған. Генуя Республикаһы Кафаға ҙур хәрби отряд ебәргән. Хәл иткес алышта Ҡырым ханы хәйләкәрлек ҡулланып дошманды тар-мар иткән. Кафа әсирҙәр менән алмашҡан һәм ташламаларға килгән. Шул уҡ ваҡытта хан Сәйет-Әхмәт ур ғәскәр менән Ҡырымға ингән һәм ажи Гирәйҙе алышһыҙ Солхаттан ҡыуған. Ширин мырҙалары Сәйет-Әхмәт яғына күскәндәр һәм уны Ҡырым ханы итеп танығандар. Хажи Гирәй Ҡырымдан Днепрға ҡасҡан, бында көрәште дауам итеү өсөн ғәскәр йыя башлаған. Оло Урҙаның ханы Сәйет-Әхмәт яһаҡ йыйған һәм Сохатты яҡҡан, бының менән ул үҙен Ҡырым аҡһөйәктәренең хуплауынан мәхрүм иткән.

Сәйет-Әхмәт Ҡырымдан киткәндән һуң Хажи Гирәй Перекопта нығынған һәм Оло Урҙаға ҡаршы көрәшен дауам иткән. Сәйет-Әхмәт Донда һуғышҡан ваҡытта, Хажи Гирәй Ҡыпсаҡ далаһындағы уның подданыйҙарының биләмәләрен яулап алырға маташҡан. Хажи Гәрәйҙең һөжүме кире ҡағылған һәм ул Перекопҡа сигенгән. Хажи Гирейҙың еңелеүен белгән хан наместнигы Перекопты алырға маташҡан. Хажи Гирәй уны тар-мар иткән һәм Перекопты нығытып Сәйет-Әхмәттең һөжүменә әҙерләнә башлаған.

1445 йылда Оло Урҙа ханы Сәйет-Әхмәт үҙенең көнәркәштәрен еңгәндән һуң ҙур ғәскәре менән Хажи Гирәйгә ҡаршы яуға сыҡҡан. Сәйет-Әхмәт Перекопты ҡамаған, әммә ала алмаған. Дошман сигенгән ваҡытта Хажи Гирәй етди еңеү яулаған. Оло Урҙаның ханы ҙур юғалтыуҙар менән Дон аръяғына сигенгән. Ширин һәм барын мырҙаларының отрядтары менән бергә Хажи Гирәй Ҡырымға ингән һәм бында хан тип иғлан ителгән.

Хан тәхетенә ҡайтҡандан һуң Хажи Гирей Феодро кенәзлеге менән союзды тергеҙгән һәм кенәз Алексей I (1410—1447) менән хат алышҡан. Хандың улдары башлығындағы отряд гот кенәзенә генуялылар тарафынан яулап алынған Каламита (Инкерман) ҡала-портын кире ҡайтарырға ярҙам иткән. Ҡырым ханы Феодоро кенәзлегенә финанс һәм сәйәси ярҙам күрһәткән. Солхатта Хажи Гирәйҙең улдары менән кенәзлектең йәш вариҫы тәрбиәләнгән, ә Феодоро кенәзлеге һарайында хандың кесе ул Менгли Гирәй йәшәгән.

Хажи Гирәй Ҡырым ханлығының тәүге бойондроҡһоҙ хакимы булып китә. Днестрҙан Донға тиклем далаларҙы контролдә тотҡан Сәйет-Әхмәт хан Польша һәм Литва ерҙәренә бихисап сапҡындар яһаған. Сәйет-Әхмәт һөжүм иткәндә Польша короле һәм Бөйөк Литва кенәзе Казимир IV Ягеллон ярҙам һорап Ҡырым ханы Хажи Гирәйгә мөрәжәғәт иткән. 1452 йылда Сәйет-Әхмәт Литва биләмәләренә сираттағы сапҡын ойошторған һәм Подольск ерәрен Львовҡа ҡәҙәр талаған[3]. Ҙур һандағы әсирҙәр һәм бай табыш менән Сәйет-Әхмәт кире үҙ улустарына йүнәлгән. Ҡырым ханы Хажи Гирей ғәскәр йыйып Сәйет-Әхмәткә ҡаршы сыҡҡан һәм ул Днепр йылғаһы аша үткәндән һуң уға һөжүм иткән[3]. Ҡапыл һөжүм яһап, Ҡырым ханы Оло Урҙа ғәскәрен ҡамаған һәм тар-мар иткән[3]. Сәйет-Әхмәт хан ҙур булмаған отряды менән ҡамауҙан сыға алған, ә уның күпселек яугирҙары Ҡырым ханы яғына күскән[3]. Сәйет-Әхмәт Киевҡа ҡасҡан һәм Казимир Ягеллонға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Киевта Сәйет-Әхмәт ҡулға алынған һәм Бөйөк Литва кенәзлегенең баш ҡалаһы Вильноға ебәрелгән[3]. Казимир уны Ковноға ебәргән, бында ул ғүмеренең аҙағына тиклем әсирҙә тотолған[3]. Сәйет-Әхмәттең туғыҙ улы Литва татарҙары араһында төпләнгән[3].

1465 йылда Хажи Гирәй Дон буйындағы алышта Оло Урҙа ханы Мәхмүттең ғәскәрен тар-мар иткән[4]. Дон аша үткәндә Ҡырым ханы урҙа ғәскәренә һөжүм иткән һәм уларҙы еңгән. Еңелгән Мәхмүт ханды тәхеттән ҡустыһы Әхмәт алып ташлаған, Мәхмүт Хан Әстерханға ҡасырға мәжбүр булған[4]. Урҙа ғәскәрҙәренең күп кенә яугирҙары Ҡырым ханы Хажи Гирәйгә хеҙмәткә күскән, ул уларға үҙ биләмәләрендә ер биргән һәм үҙенең хәрби көстәрен тағы ла арттырған[5].

1454 йылдың йәйендә Ғосман империяһының 56 караптан торған Демир-кяхьи командалағандағы эскадраһы генуялыларҙың сауҙа торамаларын талау өсөн Ҡырым ярҙарында килеп сыҡҡан[6]. Июль башында төрөк караптары Кафаға килеп еткән һәм ярға десант төшөргән. Төрөк отряды ҡәлғәне штурм менән алырға маташҡан һәм уларҙың һөжүме кире ҡағылған[7]. Өсөнсө көнгә ҡарай Кафаға үҙенең 16 меңлек ғәскәре менән Ҡырым ханы Хажи Гирәй килгән[7]. Хан төрөктәрҙең командиры Демир-кяхья менән һөйләшеүҙәр башлаған[7]. Уларҙың һөйләшеүҙәренең йөкмәткеһе билдәһеҙ булып ҡалған[7]. Киләһе көндә төрөктәр Кафанан сигенгән, артабан генуялыларҙан кәрәк-яраҡтар талап итеп һәм алып, диңгеҙгә киткән[7].

Хан тәхетендә нығынғас Хажи Гирәй баш ҡаланы Ҡырым ҡалаһынан (уның элекке ата-бабалары әмирҙәр резиденцияһынан) Ҡырҡ-Ер ҡалаһына күсергән. Хажи Гирәй халыҡ араһында популяр булған, шунлыҡтан Фәрештә (ҡырымтат. Melek) ҡушаматын алған.

1466 йылдың авгусында Хажи Гирәй вафат булған[5], ул хәҙерге Баҡсаһарай ҡалаһы сиктәрендәге Салачик торамаһы төрбәһендә ерләнгән.

  1. О. Гайворонский. Повелители двух материков, том 1, Киев-Бахчисарай, 2007 г., ст. 13
  2. Ігор Шаров. 100 визначних місць України. — К.: АртЕк, 2004. – 480 c.. ISBN 966-505-163-6  (укр.)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 О. Гайворонский. Повелители двух материков, том 1, Киев-Бахчисарай, 2007 г., ст. 22
  4. 4,0 4,1 О. Гайворонский. Повелители двух материков, том 1, Киев-Бахчисарай, 2007 г., ст. 29
  5. 5,0 5,1 О. Гайворонский. Повелители двух материков, том 1, Киев-Бахчисарай, 2007 г., ст. 30
  6. О. Гайворонский. Повелители двух материков, том 1, Киев-Бахчисарай, 2007 г., ст. 26
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 О. Гайворонский. Повелители двух материков, том 1, Киев-Бахчисарай, 2007 г., ст. 27
  • Олекса Гайворонский. Повелители двух материков. Том 1. — Киев-Бахчисарай, 2007. — С. 13-30. ISBN 978-966-96917-1-2.

Ҡалып:Крымские ханы