Халиҡов Ғабдулхаҡ Әбйәлил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халиҡов Ғабдулхаҡ Әбйәлил улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 9 февраль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ҡормантау ауылы, Бурлы ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 30 сентябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1] (76 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө химия
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты
Ғилми исеме Prof.[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Халиҡов Ғабдулхак Әбйәлил улы (9 февраль 1931 йыл — 30 сентябрь 2007 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1973 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылға тиклем теоретик механика һәм гидродинамика, 1991—1998 йылдарҙа физик гидродинамика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992—1993 йылдарҙа физика факультеты деканы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғабдулхак Әбйәлил улы Халиҡов 1931 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ының Красноусол районы[2] Ҡормантау ауылында тыуған.

1956 йылда Өфө нефть институтын, 1979 йылда — Удмурт дәүләт университетын тамамлай.

Техник фәндәр докторы, профессор; Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991).

Башҡорт дәүләт университетының гидродинамика кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының минераль сеймалды комплекслы үҙләштереү лабораторияһы етәксеһе, Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының Башҡортостан йәштәр физика-техник институты генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР юғары белем биреү алдынғыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының нефть һәм газ бүлексәһе ағзаһы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]