Ханжонков Александр Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ханжонков Александр Алексеевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 8 август 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]
Тыуған урыны Макеевская волость[d],Макеевка[d]
Вафат булған көнө 26 сентябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1] (68 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Ҡырым өлкәһе[d], Ялта[d]
Ерләнгән урыны Поликуровский мемориал[d]
Һөнәр төрө кинорежиссёр, кинопродюсер, сценарий яҙыусы
Уҡыу йорто Новочеркасск казактар училищеһы
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Commons-logo.svg Ханжонков Александр Алексеевич Викимилектә

Ханжонков Александр Алексеевич (8 август 1877 йыл, Верхне-Ханженовский ҡасабаһы, Рәсәй империяһы) — 26 сентябрь 1945 йыл, Ялта, СССР) — Рәсәй эшҡыуары, кино сәнәғәтен ойоштороусы, продюсер, режиссер, сценарист, рус кинематографы пионерҙарының береһе

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ханжонков ательеһы етештергән фильмдарҙы асыу башбиҙәге
Файл:Dom Hanjonkova.jpeg
Триумфальная майҙанында Ханжонков кинотеатры. 1920 йылдарҙағы фотоһүрәт
Ялтала Хажонков һәйкәле
Дондағы Ростовта Хажонковҡа мемориаль таҡтаташ

Александр Алексеевич Ханжонков (Ханженков) 1877 йылдың 8 авгусында сотник ғаиләһендә тыуған, Дон Ғәскәре дворяндарынан; атаһы — Алексей Петрович Ханжонков — алпауыт булған.

1896 йылда Новочеркасск казактар училищеһын тамамлай һәм подхорунжий чинында Мәскәүҙә фатирҙарға урынлаштырылған өҫтөнлөклө 1-се Дон казак полкына ҡабул ителә. 1905 йылда һаулыҡ торошо буйынса подъесаул чинында запасҡа китә, бындай осраҡта закон буйынса тейешле 5 мең һум аҡса ала[1]. Был сумманы Ханжонков кино сәнәғәтенә һала: күрәһең, ул тәүҙә «Гомон һәм Сиверсен» исемле Мәскәү компанияһының пайщигы була, аҙаҡ ул шәхси предприятиеһы булып өҫтәлә һәм шуның нигеҙендә Ханжонков яңы ҡорамалдарҙа Саввин ихатаһында кинотаҫмалар етештереү буйынса фабрика аса. 1906 йылда Рәсәйҙә сит ил кинофильмдарын прокатҡа алыу һәм Рәсәй кинотаҫмаларын булдырыу маҡсатында «Э. Ош и А. Ханжонков» сауҙа йорто ойошторола.

1906 йылдың 9 (22) декабрендә Ханжонков Мәскәү сауҙагәр идаралығына «Өс вкладчик менән берлектә ышанысҡа ширҡәт рәүешендә „А. Ханжонков һәм Ко“ фирмаһы аҫтында сауҙа йортон ойоштороу буйынса һәм уның маҡсаты итеп кинематографик таҫмалар етештереп һатыу, тылсымлы фонарь, томанлы картиналар, төрлө машиналар һәм приборҙар һәм бөтә был әйберҙәрҙе эшләп сығарыу өсөн» тигән ғариза менән мөрәжәғәт итә. Компанияның өҫтөнән яуаплылыҡты билдәле банкир Иван Озеров, Дәүләт Советының буласаҡ ағзаһы ала.

Башта Ханжонков кинодокументалистика һәм Рәсәйҙә сит ил фильмдарын прокатҡа сығарыу менән генә шөғөлләнә, әммә 1907 йылдың йәйендә ул үҙенең шәхси «Палочкин һәм Галочкин» картинаһын төшөрә башлай, хәйер, ул тамамланмай[2].

1909 йылдың 2 ғинуарында (1908 йылдың 20 декабрендә иҫке стиль буйынса) экрандарға Ханжонков ательеһының тәүге нәфис продукцияһы — «Драма в таборе подмосковных цыган» фильмы сыға, ул турала «Сине-фоно» журналы былай тип яҙа: «… шул фактты билдәләп китер кәрәк, А.Ханжонковтың шәхси труппаһы уйнаған был беренсе таҫмаһы драма кеүек сығарыла, сөнки быға тиклем телгә алынған ателье натуранан төшөрөүҙе етештерә ине». Был ваҡытҡа Ханжонков ательеһында бер юлы бер нисә нәфис һәм документаль фильм була, улар 1909 йылда сыға— шул иҫәптән «Калашников сауҙагәре тураһында йыр», «XVI быуатта рус туйы», «Ванька-асҡыс яһаусы» һ.б. Улар өҫтөндә эшләү өсөн ул йәш режиссер Василий Гончаровты һәм халыҡ йортоноң Введенский театр труппаһын йәлеп итә, унда Александра Гончарова, Андрей Громов, Петр Чардынин була, өс йылдан һуң Иван Мозжухин килә. Ханжонков сығарған картиналарҙың тематикаһы булып рус классикаһының, халыҡ әкиәттәренең, йыр һәм романстарҙың экранизацияһы була[3].

1910 йыл аҙағынан Ханжонков компанияһы «Вестник кинематографии» журналын сығара башлай. 1913 йылда Дондағы Ростовта икенсе баҫмаһы — «Синема» барлыҡҡа килә. 1915 йылдан ул финанслаған «Пегас» журналы сыға башлай, унда кино тураһындағы материалдарҙан тыш, театр тормошо, музыка, әҙәбиәт һәм, ғөмүмән, хәҙерге мәҙәниәт тураһында материалдар баҫыла.

Ханжонков ательеһы иҫәбендә рәсәй киноһын үҫтереүҙә күп мөһим ҡаҙаныштар бар. 1911 йылда Рәсәйҙә Ханжонков һәм Гончаров менән берлектәге беренсе тулы метражлы «Севастополь оборонаһы» фильмы экрандарға сыға. 1912 йылда компания донъяла беренсе күләмле анимация техникаһында төшөрөлгән «Һылыу Люканида, йәки мөгөҙлөләрҙең мыйыҡлылар менән һуғышы» исемле Владислав Старевич постановкаһындағы йәнһүрәтте прокатҡа сығара. 1910 йылдар башында Ханжонков компанияһы рәсәй кино етештереүе буйынса лидер була. 1912 йыл башында компания 500 000 һум устав капиталы менән «Ханжонков и К°» акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә[4].

Ханжонков берҙән-бер иң эре рәсәй кино эшләп сығарыусыһы була, ул үҙ ательеһында белем биреү, этнографик, тәбиғәт күренешен сағылдырған фильмдар төшөрөү өсөн махсус Ғилми бүлек булдыра, ул алдынғы рәсәй белгестәрен йәлеп итеп, ауыл хужалығы, география, зоология, ботаника, медицина буйынса таҫмалар сығара[5]. Был фильмдарҙың ҡайһы берҙәрен сығарыу өсөн компанияның иң яҡшы көстәре йәлеп ителә: мәҫәлән, «Эскелек һәм уның эҙемтәләре» фильмында, документаль кадрҙарҙа бала үҫешендә ҡот осҡос тайпылыштарҙы күрһәтеүҙән тыш, көлкөлө күренештәр ҙә була —Иван Мозжухин аҡ биҙгәккә тиклем эсеүҙең сигенә еткән алкоголикты уйнай, ул шешәнән сығып килгән шайтанды күрә (Старевич Владислав тормошҡа ашырған ул ваҡыт өсөн бик һирәк булған бер махсус эффект).

1917 йылдың яҙында Ханжонков компанияның күпселек хеҙмәткәрҙәре менән бергә Ҡырымға бара, унда Ялтала яҡшы сифатлы кино етештереү ойоштора һәм бер нисә йыл рәттән фильмдар сығарыуҙы дауам итә. Врангель армияһы ҡыйратылғандан һуң ул 1920 йылдың ноябрь айында Истанбулға китә, һуңынан Милан һәм Венаға, унда кино етештереүҙе тергеҙергә тырыша. 1922 йылдың ҡуртымға алынған Баден виллаһында тауышлы фильм булдырыу буйынса тикшереүҙәр ойоштора, әммә аҡса етмәү сәбәпле уларҙы туҡтатырға мәжбүр була.

1923 йылда Ханжонковҡа «Русфильм» акционерҙар йәмғиәтенең вәкилдәре уға тыуған иленә ҡайтыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Ханжонков тәҡдимде ҡабул итә, әммә «Русфильм» эшләй ҙә башламайынса ябыла. Ханжонков күпмелер ваҡыт «Госкинола» консультант булып эшләй, ә һуңынан «Пролеткино» производствоһының мөдире булып эшләй.

1926 йылда Ханжонков «Пролеткино» етәкселәре төркөмө менән бергә, был ойошмала финанс енйәттәрендә ғәйепләнеп, ҡулға алына. Һөҙөмтәлә уның ғәйебен иҫбат итеүсе дәлилдәр булмау сәбәпле, азат ителә, әммә кинематография өлкәһендә эшләү тыйыла һәм сәйәси хоҡуҡтарҙан мәхрүм ителә. Ошо сәбәпле, шулай уҡ сәләмәтлеге ҡырҡа насарайыуы арҡаһында, Ханжонков Мәскәүҙән Ялтаға күсергә мәжбүр була.

1934 йылда Ханжонков кинофото идаралығы рәйесе (СССР кинематография фактик министрына) Борис Шумяцкийға хат менән мөрәжәғәт итә: «Минең хәлем матди яҡтан да әхлаҡи яҡтан да шул тиклем түҙеп торғоһоҙ булғанлыҡтан, <…> шундай хәлдән сығырға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә ҡарар иттем…. Абруйлы һүҙегеҙ менән минең хеҙмәтемде хупларға һәм миңә Совет кинематографияһының эшселәр ғаиләһенә тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып инеүгә ярҙам итеүегеҙҙе һорайым. Бынан тыш даими ихтыяждан минең алдымда тик һаулығымдың артабанғы насарайыу мөмкинлектәре, һәм ахыр сиктә — аслы-туҡлы йәшәүҙән вафат булыу, шул һәләкәткә мин ҡатыным менән дусар булдым». Хат тәҫьир итмәй ҡалмай — Ханжонков аҡлана һәм хөкүмәттән шәхси пенсияһын ала башлай. Һуңғы йылдарҙа ул мемуарҙар яҙыу менән мәшғүл була. Хәтирәләре өлөшләтә «Рус кинематографияһының тәүге йылдары» (1937) китабында баҫылып сыға.

1941—1944 йылдарҙа Ҡырымды немецтар оккупациялаған ваҡытта Ханженков Ялта ҡалаһында инвалид коляскаһында ҡала[6].

Поликуров зыяратында А. Ханжонков ҡәбере

1945 йылдың 26 сентябрендә вафат була. Ялтаның Поликуров зыяратында ерләнә.

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2008 йылдың 8 авгусында Макеевкала Ханжонковҡа һәйкәл асыла, Зураб Церетели эше[7][8].
  • 2011 йылдың 26 авгусында Ялтала XII Халыҡ-ара «Бергә» телекинофрум сиктәрендә Александр Ханжонковҡа, Ялта киностудияһына нигеҙ һалыусы булараҡ, һәйкәл асыла[9][10]. Скульпторҙар Геннадий һәм Федор Паршиндарҙың[11] эше булған һәйкәл Ялта киностудияһының административ бинаһынан йөҙ метр алыҫлыҡта, Боткин һәм Пушкин урамдарының киҫелешендә урынлашҡан.
  • Дондағы Ростовта 2016 йылдың 24 авгусында II Халыҡ-ара Bridge of Arts кинофестивале («Сәнғәт күпере») сиктәрендә Александр Ханжонковҡа һәйкәл асыла[12]. Скульптор Олешня Сергейҙың эше Буденновский проспектында буласаҡ кинематографист уҡыған гимназия бинаһы (хәҙер 43-сө һанлы мәктәп) ҡаршыһында урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ханжонков А. А. Первые годы русской кинематографии. — М., Л.: Искусство, 1937.
  • Кузнецова М. Александр Ханжонков. Жизнь за кадром // Профиль. — 1997. — № 29.
  • Янгиров Р. К биографии А. А. Ханжонкова: Новый ракурс // Киноведческие записки. — 2001. — № 55.
  • Гращенкова И. Н. Кино Серебряного века. Русский кинематограф 10-х годов и кинематограф Русского послеоктябрьского зарубежья 20-х годов. — М., 2005.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]