Харин Григорий Ефимович
Харин Григорий Ефимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 ғинуар 1924 |
Тыуған урыны | Лозовка ауылы[d], Сельское поселение Новые Ключи[d], Кинель-Черкасский район[d] |
Вафат булған көнө | 4 июнь 2005 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | рәссам |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Харин Григорий Ефимович (2 ғинуар 1924 йыл — 4 июнь 2005 йыл) — рәссам. 1976 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү парадында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1987) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Григорий Ефимович Харин 1924 йылдың 2 ғинуарында Куйбышев өлкәһенең Петровский районы Лозовка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 30-сы йылдарҙа Хариндар ғаиләһе Өфөгә күсеп килә.
1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Орел, Смоленск, Витебск ҡалаларын азат итеүҙә, Инстербург, Пиллау һәм Көнигсберг ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр яралана. Хәрби хеҙмәттәре өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына (ике тапҡыр), Ватан һуғышы орденына, маршал Иван Баграмяндың рәхмәт белдереүенә, күп миҙалдарға лайыҡ була. Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнаша. Һуғыш тамамланып ике йыл үткәс демобилизациялана һәм Өфөгә әйләнеп ҡайта. 1949 йылда ул М. И. Калинин исемендәге Мәҙәниәт йорто янындағы рәсем сәнғәте студияһында рәссам Г. В. Огородовта шөғөлләнә башлай.
1970 йылда Мәскәүҙә Н. К. Крупская исемендәге Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу халыҡ мәҙәниәте университетының рәсем сәнғәте факультетын тамамлай (НОУ ситтән тороп уҡыу халыҡ сәнғәте университеты).
Григорий Ефимович Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Училищела уҡыта, һуңынан Өфө моторҙар эшләү заводында рәссам-биҙәүсе булып эшләй.
2005 йылдың 4 июнендә Өфөлә вафат булып ҡала.
Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), МРСИ (Джерси-Сити, АҠШ), Алла Булянская галереяһында (Мәскәү, ЦДХ), «Academia» сәнғәт галереяһында (Өфө, УГАЭС), «Сәнғәт» галереяһында (Өфө), «Мираҫ» галереяһында (Өфө), Нефтекама «Мираҫ» картиналар галереяһында (Башҡортостан Республикаһындағы Нефтекама ҡалаһы), «Янғантау» картиналар галереяһында (Башҡортостан Республикаһының Салауат районы, «Янғантау» шифаханаһы) һаҡлана.
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Григорий Ефимович Харин йөҙҙән ашыу картина тыуҙыра, шулар иҫәбендә «Урал», «Ҡыҙылтүштәр», «Өфө иртәһе», «Ҡыҙыл тал сәскә ата» «Зәңгәр кис», «Изумрудный полдень», «Муллаҡай пристане», «Таш сәсмәһе», «Инйәр йылғаһы», «Ҡара ҡарғалар килделәр», «Йәйге көн», «Һайыҫҡандар боҙ өҫтөндә», «Март» пейзаждары.
Күргәҙмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Григорий Ефимович Харин — 1959 йылдан алып республика, зона һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1975 йылда башҡорт рәссамдары әҫәрҙәренең ГДР-ҙағы күргәҙмәһендә, 1975, 1976 йылдарҙа — Япониялағы күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Шәхси күргәҙмәһе — 1974 һәм 2005 йылдарҙа.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1944)
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1987)
БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
- Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
- Башкирская энциклопедия. Уфа, 2007.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.shrb.ru/painting/harin.htm
- http://www.hrono.ru/text/2005/solo08_05.html
- http://artru.info/ar/14488/ 2016 йыл 5 март архивланған.
- http://kulturarb.com/publ/biografii/khudozhniki/grigorij_kharin/21-1-0-254 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://artsalonufa.ru/art-category/hudozhnik/harin-g-e/ 2016 йыл 17 июнь архивланған.