Эстәлеккә күсергә

Хафизов Олег Эсғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хафизов Олег Эсғәт улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист
Эш урыны Тула дәүләт университеты
Уҡыу йорто Тула дәүләт педагогия университеты

Хафизов Олег Эсғәт улы (13 март 1959 йыл) — Рәсәй яҙыусыһы, журналист.

1959 йылдың 13 мартында Свердловск ҡалаһында завод хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуған. Өс йәшенән Тула ҡалаһында йәшәй.

Ҡала ситендәге мәктәпте тамамлай, бала саҡтан тарих, рок-музыка һәм сәнғәт менән ҡыҙыҡһына, музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә белем ала, көнсығыш бергә-бер (единоборство) көрәштәре һәм бокс менән шөғөлләнә. 24 йәшендә рус классик һәм хәҙерге заман Европа әҙәби әҫәрҙәре, айырыуса инглиз телендәге әҫәрҙәр, өлгөһөндә проза әҫәрҙәре яҙа башлай.

Мәктәпте тамамлағас, ул рәссам-оформитель булып эшләй, һуңынан Тула педагогия институтының сит ил телдәре факультетына уҡырға инә. Ғилми--тикшеренеү институтында һәм Конструкторҙар бюроһында техник тәржемәсе булып эшләп, ситтән тороп институтты тамамлай. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, реклама буйынса белгес булып эшләй, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт иснтитутында уҡый. Тула өлкә «Йәш коммунар» гәзитендә журналист, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы, телевидение мөхәррире, сценарист булып эшләй. Төрлө баҫмаларға фрилансер сифатында әҫәрҙәр яҙа һәм журналистиканан студенттар уҡыта.

Тәүге етди баҫмалары «Волга» журналында 90-сы йылдарҙа баҫылып сыға башлай. Шунан бирле даими рәүештә проза һәм пьесалар яҙа, ләкин бер ун йылдан һуң ғына уның әҫәрҙәре Мәскәүҙең «Новый мир», «Знамя», «Октябрь», «Дружба народов», «Вестник Европы» етди ҡалын журналдарында баҫтылып сыға башлай. Ошо уҡ ваҡытта уның әҫәрҙәре АҠШ, Бөйөк Британия, Германия һәм Дания ваҡытлы матбуғаттарында баҫыла.

Тәнҡитселәр Олег Хафизовтың һуңғы ваҡытта яҙған әҫәрҙәрен Сергей Довлатов һәм Генри Миллер әҫәрҙәренә оҡшатып сағыштыралар[1]. «Метрополь» легендар альманахында ҡатнашыусы Евгений Попов «Хафизов Рәсәйҙең иң яҡшы яҙыусыларының береһе» тип иҫәпләй[2]. Хафизов Олег Эсғәт улы 1917 йылдан һуң Рәсәйҙә тыуған билдәле әҙәбиәтселәр исемлегендәге «Русские писатели. Современная эпоха» энциклопедияһына индерелгән.

Хәҙерге заман һәм тарихи материалдар нигеҙендә яҙылған дүрт проза китабының авторы.

  • 2004 — шорт-лист премии имени И. П. Белкина (повесть «Полёт „России“»)[3]
  • 2011 — 2-е место Международного конкурса журнала «Флорида» (рассказ «Мёртвая петля»)[4]
  • Только сон: Рассказы / Олег Хафизов. — Тула: Шар, Б. г. [1998]. — 53, [1] с.: портр.; 22 см. — (Библиотека альбома). Содерж.: Чужой дом; Миф; Только сон; Планета Человек; Раздавленный небом; Несмеяна. — 11000 экз. — ISBN 5-86963-026-6
  • Дом боли: Роман. Магнусов: Повесть / Олег Хафизов. — Тула: Шар, 2000. — 205, [2] с.; 20 см. — 500 экз. — ISBN 5-86963-061-4
  • Дикий американец: авантюрный роман о графе Фёдоре Толстом / Олег Хафизов. — М.: Аграф, 2007. — 381, [2] с.: ил.; 21 см. Авт. по кн. — 1000 экз. — ISBN 978-5-7784-0349-9 (В пер.)
  • Кукла наследника Какаяна: Роман / Олег Хафизов. — М.: Гелеос, 2008. — 283, [1] с.; 21 см. — (Geleos). авт. по базе. — 5000 экз. — ISBN 978-5-8189-1313-1
  1. Фабрика литературных звёзд. «КоммерсантЪ-Деньги» (9 марта 2009). Проверено 2 ноября 2012. Архивировано 22 ноября 2012 года.
  2. Герой его романа. «Молодой коммунар» (22 августа 2007). Проверено 2 ноября 2012. Архивировано 22 ноября 2012 года.
  3. Премия И. П. Белкина 2013 йыл 21 июль архивланған.. Проверено 2 ноября 2012. 22 ноября 2012 года.
  4. Олег Хафизов. «Флорида». Проверено 2 ноября 2012. 22 ноября 2012 года.