Хисмәтуллин Ҡаһарман Ильяс улы
| Хисмәтуллин Ҡаһарман Ильяс улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1916 |
| Тыуған урыны | 1-се Эткол, Баймаҡ районы, СССР |
| Вафат булған көнө | 28 ноябрь 1942 |
| Хәрби звание | лейтенант |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Хисмәтуллин Ҡаһарман Ильяс улы (рус. Хисматуллин Кагарман Ильясович) (1916 йыл — 28 ноябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының огневой взводы командиры. .
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаһарман Ильяс улы Хисмәтуллин 1916 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында[1] тыуған. 1941 йылдың 19 декабрендә Үзбәк ССР-ы Сәмәрҡәнд районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. ВЛКСМ ағзаһы. Юғары белемле. Хәрби юлын 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында башлай, 294-се кавалерия полкының огневой взводы командиры булып хеҙмәт итә[2]. 294-се кавполк составында 1942 йылдың 1 майынан 10 октябренә тиклем хәрби юл үтә, артабан Ҡаһарман Хисмәтуллинды Оборона Халыҡ Комиссарриатының кадрҙар буйынса Баш идаралығына күсерәләр[2]. 1942 йылдың 19 ноябрендә яуҙа һәләк була һәм Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһе Обливская станицаһында һуңғы төйәген таба[1]. Биләгән вазифалар исемлеге документтарында Баймаҡ ҡалаһы, Арыҡ урамы, 14 йорт тигән яҙыу бар[2]. Сәмәрҡәнд ҡалаһында ҡатыны Бәхтиева Нәғимә Сәфиулла ҡыҙы күрһәтелгән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Чтобы помнили 2021 йыл 13 июнь архивланған.
- 1 2 3 Сведения о личном составе
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисматуллин Кагарман Ильясович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Чтобы помнили 2021 йыл 13 июнь архивланған.