Эстәлеккә күсергә

Хундадзе Георгий Романович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хундадзе Георгий Романович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 30 март 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Тбилиси, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 ноябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Грузия ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө хирург
Эшмәкәрлек төрө хирургия[d]
Уҡыу йорто Тбилисский государственный медицинский университет[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хундадзе Георгий Романович (груз. გიორგი ხუნდაძე; 1905—1985) — СССР ғалимы һәм педагогы, врач-хирург, медицина фәндәре докторы (1953), профессор (1955). Грузин ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1961). Грузин ССР-ының дәүләт премияһы лауреаты (1984). Тбилиси дәүләт медицина институты директоры (1954—1979).

Георгий Романович Хундадз 1905 йылдың 30 мартында Тбилиси ҡалаһында тыуған.

1924 йылдан 1929 йылға тиклем Тбилиси дәүләт университетының медицина факультетында уҡый. 1929 йылдан алып 1933 йыға тиклем СССР Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында клиник эш менән шөғөлләнә. 1933 йылдан 1940 йылға тиклем Беренсе Ленинград медицина институтында госпиталь хирургия клиникаһында фәнни эштә. 1940 йылдан алып 1945 йылға тиклемге осорҙа Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Эвакуация госпиталендә хирургия бүлегенең төп хирургы һәм хирургия бүлеге мөдире була.

1946 йылдан алып 1954 йылға тиклем Беренсе Ленинград медицина институтында һәм Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетында педагогик эштә госпиталь хирургия кафедраһының уҡытыусыһы булып эшләй һәм педагогик эшмәкәрлек менән бер үк ваҡытта Н.В.Склифосовский исемендәге Тиҙ ярҙам Мәскәү ҡала ғилми-тикшеренеү институтында эксперимент-хирургия бүлегенең мөдире сифатында эшләй.

1954 йылдан алып 1985 йылға тиклем Тбилиси дәүләт медицина институтында педагогик эш менән шөғөлләнә. 1954 йылдан 1957 йылға тиклем хирургияның икенсе кафедраһы профессоры, 1957 йылдан алып 1981 йылға тиклем — хирургия һәм анестезиология кафедраһы мөдире, 1981 йылдан алып 1985 йылға тиклем — был кафедраның консультанты. Бер үк ваҡытта 1954 йылдан 1979 йылға тиклем — ошо институттың ректоры[1].

Фәнни-педагогик һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Г.Р. Хундадзеның төп фәнни-педагогия эшмәкәрлеге анестезиология мәсьәләләре һәм яһалма ҡыҙыл үңәс өлкәһендәге проблемалар менән бәйле. Яһалма ҡыҙыл үңәсте яһағанда, Г Р. Хундадзе етәкселегендә Б А. Петров менән бергә бығым, һуҡыр эсәкте мобилизациялау методикаһы эшләнә.

Г. Р. Хундадзе Тбилиси Грузин ССР-ының КП Үҙәк Комитетына ағза һәм Грузин ССР-ының Юғары Советына һәм хеҙмәтсәндәр депутаттарының Тбилиси ҡала Советына депутат итеп һайлана, шулай уҡ Грузин ССР-ы Коммунистар патияһының XXIII, XXIV һәм XXV съездарына делегат итеп һайлана.

1953 йылда медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, диссертация яҡлай, 1955 йылда уға профессор ғилми исеме бирелә. Г.Р. Хундадзе етәкселегендә йөҙгә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар яҙыла. 1961 йылда Грузин ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә, 1984 йылда анестезиология һәм реаниматология буйынса эштәр циклы өсөн ул Грузин ССР-ының дәүләт премияһы лауреаты була[1].

Р.Г.Хундадзе 1985 йылдың 21 ноябрендә Тбилиси ҡалаһында вафат була.

  • Искусственный пищевод из тонкой кишки. - Тбилиси : Сабчота Сакартвело, 1958. - 264 с.
  • Актуальные вопросы грудной хирургии / Ред. коллегия: проф. Г. Р. Хундадзе (отв. ред.) и др. ; М-во здравоохранения ССР. Тбилис. гос. ин-т усовершенствования врачей. - Тбилиси : Сабчота Сакартвело, 1963. - 174 с.
  • Жизнь и деятельность Ю.Ю. Джанелидзе: По воспоминаниям учеников / [Профессора А.В. Афанасьева, Л.М. Звягин, М.А. Лущицкий и др.] ; Под ред. проф. Г.Р. Хундадзе. - Тбилиси : Сабчота Сакартвело, 1977. - 152 с.
  1. 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 27. — 576 с.