Хювинкяа
Хювинкяа | |
Флаг | Герб |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1917 |
---|---|
Рәсми тел | Фин теле[1] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Уусимаа[d] һәм Хельсинки[d] |
Закондар сығарыу органы | Hyvinkää City Council[d] |
Халыҡ һаны | 46 739 кеше (31 декабрь 2017)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 100 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Туғандаш ҡала | Кострома[3], Херсфельд-Ротенбург[d][3], Кечкемет[d][3], Мутала[d][3], Эйгерсунн[d][3] һәм Куньшань[d][3] |
Сиктәш | Хаусъярви[d][4], Лоппи[d][4], Мянтсяля[d][4], Нурмиярви[d][4], Рийхимяки[d][4], Туусула[4] һәм Вихти[d][4] |
Майҙаны |
336,76 км², 336,77 км² (1 ғинуар 2023)[5], 322,69 км² (1 ғинуар 2023)[5], 14,08 км² (1 ғинуар 2023)[5] |
Рәсми сайт | hyvinkaa.fi |
![]() |
Хювинкяа, шулай уҡ Хювинкяй йәки Хювинкя[6] (фин.Hyvinkää [ˈhyʋiŋkæː], швед.Hyvinge) — Финляндияла Уусимаа провинцияһындағы ҡала, баш ҡалаһы Хельсинкинан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала статусын 1960 йылда ала. Көньяҡ Финляндия губернаһына (ляни) ҡарай. Халҡы — 44 306 кеше (2007).
Автомобиль магистрале һәм тимер юлдары арҡаһында Хювинкяа Оло Хельсинкиның иң мөһим биҫтәһе булып тора.
Хювинкяала билдәле архитектура ҡоролмалары — Хювинкяа сиркәүе (1961, Руусувуори Аарно) һәм Кютяйя поместьелары бар. Бында Фин тимер юл музейы урынлашҡан.
Ҡалала KCI Konecranes предприятиеһы күтәргес крандар етештерә һәм хеҙмәтләндерә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XVI быуатта бында таверна булған, ул Хельсинки һәм Хямеэнлинна араһында урынлашҡан. Беренсе һалым белешмәләре был урында бер нисә йортто билдәләгән.
Хювинкяа ауылы XIX быуатта бөтә Финляндия буйынса 1861 йылда тимер юлдары селтәре төҙөү арҡаһында шаҡтай ҙурая.
Ҡаланың үҙәге Хельсинки-Хямнелинн тимер юлы станцияһы арҡаһында барлыҡҡа килә һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлана. Ханко — Хювинкяа тимер юлы Финляндияла беренсе шәхси тимер юлы була. Ул 1875 йылда Finnish State RR Co тарафынан төҙөлә. XX быуат башында Хювинкяа ауылы Ханконан Төньяҡ Америкаға яңы тормош эҙләп юлланыусы эмигранттар өсөн ике аралағы пункт булып тора.
Ҡарағай урмандары арҡаһында Хювинкяала бик саф һауа. 1880-се йылдарҙа Хельсинки ҡалаһынан бер төркөм табиптар бында шифахана аса.
Индустриялаштырыу ваҡытында Хювинкяала йөн фабрикаһы барлыҡҡа килә. 1990 йылдарҙа фабрика эшләүҙән туҡтай. Хәҙер уның кирбес биналарында күргәҙмәләр урынлашҡан.
Хювинкяаның осоу майҙаны Икенсе донъя һуғышынан һуң Финляндияның төп аэропорты була, сөнки Хельсинкила Малмилағы аэропорт союздаштарҙың контроле аҫтында була. Осоу яланы янында автоспорт үҙәге урынлашҡан.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл | Халыҡ һаны |
---|---|
1917 | 7 657 |
1920 | 7 641 |
1925 | 8 641 |
1930 | 9 133 |
1935 | 10 424 |
1940 | 12 222 |
1945 | 13 244 |
1950 | 28 792 |
1955 | 23 438 |
1960 | 27 109 |
1965 | 30 952 |
1970 | 34 282 |
1975 | 36 218 |
1980 | 37 297 |
1985 | 38 742 |
1990 | 40 665 |
2005 | 43 837 |
2007 | 44 390 |
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Сәнғәт музейында фин һәм сит ил сәнғәт күргәҙмәләре үткәрелә.
- Шулай уҡ күргәҙмәләрҙе Променадигаллерия ойоштора
- Фин тимер юл музейы
- Иҫке йөн фабрикаһы
- Артту Виллаһы — балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 2005 йылдың ноябрендә асылған мәҙәни үҙәк.
- Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сәнғәт үҙәге
- Валвилла йөн фабрикаһы музейы
- Вилла театрҙары
- Хумала һәм Крапула студиялары
- Плюш айыу музейы
- Хювинкяа залы
- Хювинкяа сиркәүе
Спорт ҡоролмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Кютяйя-Усми, Свеитси, Хакаланмяки, Эркюла, Мартти-Тансикаллио һәм Пуолиматка саңғы юлдары
- Боҙ һарайы
- Перттула футбол яланы
- Урхейлопуйсто, Паллокентя, Перттула футбол яландары
- Мартинхалли, Хакала, Вехкоян, Ванха Арэна спорт залдары
- Свеитси һыу һәм саңғы үҙәге
- Урхеилупуисто еңел атлетика стадионы
Мәғарифы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хювинкяала 6 ябай мәктәп, 1 швед телле мәктәп , 2 махсус мәктәп бар.
- Медицина институты
- Хювинкяа бизнес-колледж
- Техник институты
- Ауыл хужалығы колледжы
- Сәнғәт мәктәбе
- Свеитсин лукио (тәбиғи фәндәр)
- Юхтеискоулун лукио (сәнғәт)
Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Осси Саволайнен — Хювинкяа мэры
- Эса Сааринен — философ
- Хелена Шерфбек — рәссам
- Маркку Уусипаавелниеми — керлингист
- Хейкки Миккола — мотокросс буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы
- Лаури Туконен — хоккейсы, НХЛ уйынсыһы
- Юрья Сааринен — рәссам
- Леена Вилкка — философ
- Раптори — рэп-төркөм
- Тюко Саалинен — рәссам
- XL5 — поп-төркөм
- Хейди Парвиайнен — фин музыканты, Amberian Dawn симфо-пауэр-метал төркөмөнөң элекке йырсыһы
- Микаэль Саари - йырсы, Евровидение-2013 һәм 2016 милли һайлап алыуҙа ҡатнашыусы .

Фестивалдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәй һыра фестивале үтә, унда Скандинавиянан рок-төркөмдәр ҡатнаша. Яҡынса 10000 кеше килә.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Айгерсунд, Норвегия
Кечкемет, Венгрия
Корсер, Дания
Кострома, Рәсәй
Мутала, Швеция
Херсфельд-Ротенбург районы, Германия
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Массовое убийство в Хювинкяа
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
- ↑ Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedot — Association of Finnish Municipalities.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Ystävyyskaupungit — Хювинкяа.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.) — MML.
- ↑ Генштаб Топокарта 2015 йыл 22 март архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Муниципалитет Хювинкяа (фин.) (инг.)
- Музей железных дорог Финляндии 2019 йыл 30 март архивланған. (фин.) (инг.)
- Информация о Хювинкяа(недоступная ссылка) (рус.) (инг.) (фин.) (швед.) (нем.) (нид.) (недоступная ссылка)