Эстәлеккә күсергә

Хәким

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәким

Хәким — ир-ат исеме.

Хәким — башҡорт теленә ғәрәптәрҙән килеп ингән исем. Аҡыл эйәһе тигәнде аңлата[1]. Ғәрәптәрҙә ғәҙәттә ир-ат исеменә ә һәм а хәрефтәре ҡушылып ҡатын- ҡыҙ исеме яһала. Хәкимә — ҡатын-ҡыҙ исеме. Ҡатын-ҡыҙға ҡарата ҙур аҡыл эйәһе, түрә, ҡатын-ҡыҙ судья, бойороусы, фәйләсуф ҡатын тигән мәғәлә йөрөй[2].

Әхиәр Хәким, Әхиәр Хәсән улы Хәкимов (23 август 1929 йыл — 27 декабрь 2003 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), тәржемәсе, тәнҡитсе-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1967); Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Дәүләкән районының почётлы гражданы.

Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы (ғәр. کریم حاك; «Ҡыҙыл паша»; төп исеме — Ғәбделхәкимов Ғәбделкәрим Ғәбделрәүеф улы; 28 ноябрь (15 ноябрь) 1890 йыл — 10 ғинуар 1938 йыл) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, дипломат. Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Хәкимиә (мәҙрәсә) — Өфө ҡалаһының 4-се йәмиғ мәсете, Хәкимиә мәсетендә эшләп килеүсе урта дини уҡыу йорто.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ