Әлишев Хәлил Фәйзрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хәлил Фәйзрахман улы Әлишев битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хәлил Фәйзрахман улы Әлишев
татар. Хәлил Фәезрахман улы Алишев
Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән

Тыуған көнө:

1892({{padleft:1892|4|0}})

Тыуған урыны:

Иҫке Әлмәт ауылы, Минзәлә өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Мөслим районы)

Гражданлығы:

СССР

Подданныйлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

8 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Вафат булған урыны:

Санкт-Петербург

Награда һәм премиялары:

Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Хәлил Фәйзрахман улы Әлишев (1891—1937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнөң командиры. Штабс-ротмистр (1919).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлишев Хәлил Фәйзрахман улы 1892 йылда Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙенең (хәҙерге Татарстан Республикаһының Мөслим районы) Иҫке Әлмәт ауылында тыуған[1].

Беренсе донъя һуғышы осоронда хәрби хеҙмәткә алына, хәрби мәктәпте тамамлай. Туған яғына подпоручик званиеһында ҡайта[1].

1918 йылдың йәйендә Башҡорт армияһы сафтарына алына. Шул уҡ йылдың 23 авгусында Башҡорт хәрби шураһы тарафынан Туҡ-Соран кантоны ирекле отряды командиры итеп тәғәйенләнә. 1918 йылдың 7 октябрендә бер нисә ирекле отрядтар нигеҙендә 2-се Башҡорт кавалерия полкы ойошторола, Әлишев был полктың бишенсе эскадронын етәкләй. 1918 йылдың декабренән алып 1919 йылдың ғинуарына тиклем 2-се Башҡорт полкы составында ҡыҙылдарға ҡаршы һуғыша[1].

1919 йылдың ғинуарында Башҡорт корпусы командующийы Зәки Вәлиди уны Стәрлетамаҡ фронтындағы башҡорт отрядтарының командиры итеп тәғәйенләй. 1919 йылдың 18 ғинуарында Әлишев етәкселегендәге башҡорт ғәскәрҙәре Нуҡай ауылында ҡыҙылдарҙың тулы бер полкын ҡыйрата. Был алышта күрһәткән батырлығы өсөн Хәлил Әлишевҡа штабс-ротмистр дәрәжәһе бирелә[1].

2-се Башҡорт кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә, һуңыраҡ был полк Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы составына керә. Был бригада составында 1919 йылдың июнь-сентябрь айҙарында Украинала Көньяҡ фронтта Деникин армияһына ҡаршы яуҙарҙа ҡатнаша. Алыштарҙың береһендә көслө контузия ала[1].

1919 йылдың сентябрендә башҡорт ғәскәрҙәре составында Петроградҡа килә. Бында Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнөң командиры итеп тәғәйенләнә, Юденич армияһынан Петроградты обороналауҙа ҡатнаша. Был алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн РСФСР-ҙың юғары дәүләт наградаһы — Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1920 йылда Финляндия сигендә торған Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы менән командалыҡ итә[1].

30-сы йылдар аҙағында Ленинград ҡалаһында Сварочный техникумының военругы булып эшләй. 1937 йылдың 7 июнендә НКВД тарафынан ҡулға алына, шул уҡ йылдың 8 декабрендә атыла[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында: Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар — Өфө, 2009. — Б. 190—193. — 222 б.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1 / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов — Уфа: Китап, 2005. — Б. 34–35. — 392 б. — ISBN 5-295-03702-9.
  • Муртазин М. Л. Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну. — М., 2007. — С. 195.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 2. Ч. 2. — Уфа, 2003. — С. 220, 236.