Хәлимә (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хәлимә — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән таралған мосолман ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәлимә — «йомшаҡ күнелле», «мәрхәмәтле» мәғәнәһен аңлатҡан ҡыҙ балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].

« Борондан һәр ғаиләлә исем атауҙың бер системаһы һаҡлана килә. Был башҡорттарҙа әле лә киң таралған күренеш.Мәғәнәһе менән бер-береһенә яҡын һүҙҙәрҙе исем итеү алыу бер ғаилә эсендә күҙәтелә.Бер туғандарға шулай уҡ ишле исемдәр ҙә ҡушыла:Хәлим—Хәлимә; ХәнифәХәниф; Ҡәнифә—Ҡәниф һ.б.[2]. »

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәлимә («Хәлимә әс-Садия» исеме менән дә билдәле зат (ғәр. حليمة السعدية‎) — Пәйғәмбәр Мөхәммәт с.ғ.с.-дең Һөт Инәһе. Малайҙы ул дүрт йәшенә тиклем имеҙгән, сөнки баланың әсәһе вафат булып ҡалған. Хәлимә менән уның хәләл ефете әл-Харис ғәрәптәрҙең хауазин ырыуынан Сад ибн Бәкр араһынан булған.

Хәлимә Абдулла ҡыҙы Ҡорбанаева (27 декабрь 1900 йыл — 2 апрель 1972 йыл) — педагог. СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. ВКП(б) ағзаһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949).

Хәлимә Ғәббәсова () — йәш йырсы.

Хәлимә Шакир ҡыҙы Искәндәрова (29 май 1940 йыл, Үзбәкстан ССР, Ташкәнт) — драма актеры, 1963 йылдан Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры артисы. Татарстандың атҡаҙанған (1992) һәм халыҡ (2020) артисы.

Сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Хәлимә» (йыр) — Мөнир Мазунов һүҙҙәренә Алмаз Монасипов яҙған йыр.

« Хәлимәнең сәстәренә

Һыуҙар килеште микән?
Толомдарын тулҡын итеп
Елдәр үреште микән?

Хәлимә, их, Хәлимә,
Килһәң ине яныма.
Һөйөүемде беләһең бит,
Күҙ һалмайһың хәлемә.

»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ