Хәниф
Хәниф |
Хәниф — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәниф исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килгән, ғәр. — тоғро, ысын, саф мәғәнәһенә эйә. Башҡорт халҡы ислам дине йоғонтоһонда Хәниф исемен ҡуша башлаған[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәниф Кәрим (25 июль 1910 йыл — 26 август 1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Халыҡтар дуҫлығы» (1980) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (4 ғинуар 1925 йыл — 23 апрель 1999 йыл) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының орудие һәм разведка отделениеһы командиры, сержант.РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Дан орденының тулы кавалеры.
Фәйзулин Хәниф Шәкир улы ( рус. Файзулин Ханиф Шакирович;9 апрель 1921 йыл — 17 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, өлкән лейтенант, Советтар Союзы Геройы, Ленин ордены кавалеры (1943)
Хәбибрахманов Хәниф Мирзаһит улы (12 ноябрь 1948 йыл) — скульптор, 1982 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2006), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
Мамалимов Хәниф Масай улы (1912 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының трубвзвод музыканты.
Атаһының исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғиззәтуллин Рөстәм Хәниф улы (16 сентябрь 1974 йыл) — йырсы, композитор, продюсер. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы (2016), Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы (2021).
Баймиев Алексей Хәниф улы (23 апрель 1971 йыл) — молекуляр биолог. Биология фәндәре докторы (2007).
Насретдинов Фәүәрис Хәниф улы рус. Насретдинов Фаварис Ханифович — (4 февраль 1957) — сәйәсмән, механизатор. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Т. Кусимова. В мире имён 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |