Эстәлеккә күсергә

Хәнифә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хәнифә — ғәрәптәрҙән башҡа төрки телле халыҡтар араһында күп таралған ҡатын-ҡыҙ исеме.

Хәнифә (Ҡәнифә) — «ысын», «саф» мәғәнәһен аңлатҡан, ҡыҙ балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].

« Борондан һәр ғаиләлә исем атауҙың бер системаһы һаҡлана килә. Был башҡорттарҙа әле лә киң таралған күренеш.Мәғәнәһе менән бер-береһенә яҡын һүҙҙәрҙе исем итеү алыу бер ғаилә эсендә күҙәтелә.Бер туғандарға шулай уҡ ишле исемдәр ҙә ҡушыла: Хәнифә—Хәниф; Ҡәнифә—Ҡәниф һ.б.[2]. »

Хәнифә Сиражи ҡыҙы Искәндәрова — (20 март 1928 йыл — 4 сентябрь 2020 йыл) — өс тиҫтә ярым йылдан артыҡ Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбендә (бөгөн (Айҙар Байыҡ) исемендәге мәктәп) биология фәненән белем биргән хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), СССР-ҙың VIII (1970—1974) саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIV съезы (1971) һәм Уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезы (1968) делегаты. Салауат районының почётлы гражданы.

Хәнифә Шәкүр ҡыҙы Зиннәтуллина (10 декабрь 1911 йыл — ?) — ғалим-әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1954), доцент (1956).

Әбү Хәнифә — 699—769 йылдарҙа йәшәгән ислам динендәге дүрт мәзһәбтең береһе булған хәнәфиҙәр мәзһәбенә нигеҙ һалыусы. Әбү Хәнифә — әсир төшөп ҡол булған фарсы кешеһенең ейәне. Ул намаҙҙың һәр рәҡәғәтендә Ҡөръәнде уҡып сыға торған булған. Ғүмере эсендә ул етмеш тапҡыр хаж ҡылған, сәхәбәләр һәм тәбиғиндар менән осрашҡан.

Ҡанифа юлы — (икенсе әйтелеше — Ҡанифа юлы, Хәнифә юлы) — элгәре Башҡортостанды Урта Азия илдәре менән тоташтырыусы боронғо сауҙа юлы. Уның икенсе атамаһы Каруан юлы булған. Ул Яйыҡ йылғаһы аша үтеп, Ҡаҙағстан аша Урта Азияға барып сыға. Ырымбур башҡорттары юлдың ул өлөшөн «Мысыр юлы» тип атаған. Гөбөрлө йылғаһы кисеүен «Мысыр кисеүе» тип йөрөткәндәр.

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ