Эстәлеккә күсергә

Хәсәнова Тожихон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәсәнова Тожихон
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1916
Тыуған урыны Ош, Ош өйәҙе[d], Фәрғәнә өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2003
Вафат булған урыны Әндижан, Үзбәкстан
Һөнәр төрө актёр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Тожихон Хәсәнова (үзб. Тожихон Хасанова) (1916-2003)- Бобур исемендәге Ош дәүләт академия үзбәк музыкаль-драма театры артисы, Ҡырғыҙстандың халыҡ артисы (1940), Ҡырғыҙстандың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. 2-4 саҡырылыш Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Тожихон Хәсәнова 1916 йылдың 14 июнендә Ош ҡалаһында тыуған, милләте буйынса үзбәк. Йәш, талантлы йырсыны 14 йәшендә Бабур исемендәге Ош дәүләт академия үзбәк драма театрының музыкаль драма артисы итеп алалар. Тиҙҙән Тожихон Хәсәнова К. Яшиндың «Ике коммунист», «Дуҫтар», Гүләм Зафарҙың «Хәлимә», У. Гаджибековтың «Аршин малалан», Ж. Турсбековтың «Ажал ордуна» һәм башҡа спектаклдәрҙә ролдәр башҡара башлай.

Үҙенең матур һәм юғары тонлы тауышы менән ул тамашасылар араһында ҙур абруй һәм хөрмәт яулай. Йыр репертуарын үзбәк, ҡырғыҙ һәм тажик классиктары әҫәрҙәре менән байыта.

Төп геройы Тожихон Хәсәнова башҡарыуында «Адолат» музыкаль драмаһы Ош үзбәк театры сәхнәһендә меңдән ашыу тапҡыр уйнала. «Фәрхәд һәм Ширин», «Ҡорманбәк», «Таһир һәм Зөһрә», «Ләйлә һәм Мәжнүн», «Алпамыша», «Нурхон» ҙур масштаблы спектаклдәрендә Хәсәнова төп ролдәрҙе башҡара, уның башҡарыуында был спектаклдәр Ҡырғыҙстан театр сәнғәтенең алтын фондына ингән.

1934 йылда Ленинград ҡалаһында театр гастролдәрендә ҡатнаша. Тожихон Хәсәнова 1939 һәм 1959 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында Ҡырғыҙстан әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша. Театр фестивалдәрендә һәм классик йырҙар йырсыларының смотр-конкурстарында «Ҡырғыҙстан һандуғасы» тигән юғары исем ала.

1940 йылда ул Ҡырғыҙстандың халыҡ артисы маҡтаулы исеменә лайыҡ була, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942), «Почет Билдәһе» ордендары, Үзбәкстандың «Шөһрәт» миҙалы (1994 й.) менән бүләкләнә. Өс саҡырылыш Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

2003 йылдың 12 авгусында Андижан ҡалаһында вафат була.

  • Лолахон (Хәмзәнең шул уҡ исемле пьесаһы)
  • Йәмилә (Хәмзә, « Бай һәм батрак»)
  • Дилбәр («Ике коммунист», К. Яшен)
  • Гөлсара (К. Яшендың шул уҡ исемле пьесаһы)
  • Ширин (Хөрши, «Фәрхәд һәм Ширин»)
  • Хәлимә (Зафариҙың шул уҡ исемле пьесаһы)
  • Адолат (Әкрәмовтың шул уҡ исемле пьесаһы)
  • Принцесса Турандот (К. Гоцциҙың шул уҡ исемле пьесаһы)
  • Агафья Тихоновна («Женитьба», Н. Гоголь)
  • Дунька («Любовь Яровая», К. Тренев)
  • Зөләйха («Аджал ордуна», Турусбеков)
  • Гулчехра («Аршин мал алан», У. Гаджибеков)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Театральная энциклопедия, Том IV / Глав. ред. С.С. Мокульский, П.А. Марков. — Москва: Гос. науч. изд-во "Сов. энциклопедия", 1965. — С. 113, 241. — 1152 с.
  2. Киргизская Советская Социалистическая Республика: энциклопедия / глав. ред. Орузбаева Б.О. Институт истории АН Кирг. ССР. — Фрунзе: Глав. ред. Киргизской сов. энциклопедии, 1982. — С. 432, 443. — 488 с.
  3. Энциклопедия Ошской области, Раздел "Театральная жизнь" / гл. ред. Орузбаева Б.О. Академия Наук Киргизской ССР. — Фрунзе (Бишкек): Глав. ред. Киргизской сов. энциклопедии, 1987. — С. 109—111. — 445 с. ББК 92я2 (урыҫ).
  4. Национальная энциклопедия Узбекистана / Государственное научное издательство "Ўзбекистон миллий энциклопедияси" Академии наук Республики Узбекистан. — Ташкент: Государственное научное издательство "Ўзбекистон миллий энциклопедияси", 2000—2006. — С. 219, буква "Ў". Архивная копия от 12 июля 2018 на Wayback Machine (үзб.)
  5. Национальная энциклопедия «Кыргызстан», 5 том / гл. ред. Асанов Ү.А. Центр Государственного языка и энциклопедии Национальной академии наук Киргизской Республики. — Бишкек: Центр Государственного языка и энциклопедии, 2014. — С. 763. — ISBN 978-9967-14-111-7. (ҡырғ.)
  6. Кыргызстан: энциклопедия / глав. ред. О. Ибраимов Центр Гос. языка и энциклопедии АН КР. — Фрунзе: Центр Гос. языка и энциклопедии, 2001. — С. 485, 520. — 546 с.
  7. Искусство советской Киргизии. — Москва; Ленинград: Государственное издательство "Искусство", 1939. — С. 41, 42, 44. — 173 с. Мат-лы к декаде кирг. искусства в Москве. 1939 г.
  8. Киргизский театр: очерк истории / Львов Н.И. — Москва: Искусство, 1953. — С. 129. — 227 с.
  9. Культурное строительство в Киргизии: ч. 1. 1930-1941 гг.: Народное образование / Каниметов А.К. Институт истории АН Кирг.ССР. — Фрунзе: Киргизское государственное издательство, 1957. — С. 18, 47.
  10. Искусство Киргизской ССР / Новиченко Е.И, Сальникова О.И.. — Фрунзе, 1958. — С. 40, 70. — 142 с.
  11. "Розияхон Муминова "Декада киргизского искусства и литературы в Москве" / Ф.А. Литвинская. — Фрунзе: Киргизгосиздат, 1958. −16 с.: ил.; 20 см.
  12. Таджихон Хасанова: Нар. артистка Киргиз. ССР / Ф.А. Литвинская. — Фрунзе: Киргизгосиздат, 1958. −20 с.: ил.; 20 см.
  13. История киргизского искусства / Салиев А.А. Институт философии и права АН Кирг. ССР. — Фрунзе: Илим, 1971. — С. 76, 108. — 407 с.
  14. "Ошский узбекский музыкальный драматический театр" / А. Абдугафуров. — Фрунзе: Кыргызстан, 1980. — 59 с. 21 см, ББК 85.4. (үзб.), (урыҫ) и (ҡырғ.)
  15. "Ошский академический театр" / А. Абдугафуров. — Ош: "Азия Принт", 2010. — 52 с. (үзб.)
  16. "Во имя процветания Кыргызстана" Энциклопедическое издание о выдающихся узбеках Кыргызстана / Под рук. Жураева Б.Ж. (Абдугафуров А., Рахманов Д.Д. и др.). — Ош: "Ризван", 2017. — С. 27—32, 287-309. — 336 с. — ISBN 978-9967-18-344-5. УДК 351/354. ББК 66,3(2Ки). (үзб.), (урыҫ) и (ҡырғ.)