Эстәлеккә күсергә

Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 май 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Атаһы Әхийәров Камил Шайехмырҙа улы
Хәләл ефете Асхат Ахметжанович Хуснутдинов[d]
Һөнәр төрө генетик
Эшмәкәрлек төрө генетика һәм популяционная генетика[d]
Эш урыны БДМУ
Башҡорт дәүләт университеты
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы (24 май 1954 йыл) — Рәсәй ғалимы-генетик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2016), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Биохимия һәм генетика институтының директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Популяция һәм медицина генетикаһы өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының төп белгестәренең береһе[1].

Эльза Камил ҡыҙы Хөснөтдинова Өфө ҡалаһында ауыл мәктәбе директоры, һуңынан билдәле ғалим булып киткән педагогия фәндәре докторы, профессор К. Ш. Әхиәров ғаиләһендә тыуа[2]. Милләте — башҡорт[3]. Бер аҙҙан Эльзаның атаһы Бөрө ҡалаһына Бөрө педагогия институты проректоры итеп күсерелә. Ул шунда урта мәктәпте тамамлай. Эльзаның әсәһе, биология уҡытыусыһы, ҡыҙында үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу уятыуға өлгәшә, шул сәбәпле Эльза Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. Генетика менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙ Мәскәүгә аспирантураға, ире Әсхәт — Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад институтына уҡырға инә. Ғаиләне аҫрар өсөн (был мәлгә бәләкәй балалары ла була), Әсхәткә урам һепереүсе булып та эшләргә тура килә. Аспирантураны тамамлағас, Мәскәү медик-генетик үҙәгендә ҡалырға тәҡдим алһа ла, Эльза Өфөгә ҡайтырға ҡарар итә.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981 йылда Эльза Хөснөтдинова Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәни үҙәге Биохимия һәм цитохимия бүлегенә эшкә килә. 13 йылдан бүлектә Волга-Урал төбәге халыҡтарының генофондын, Башҡортостан халҡының нәҫел ауырыуҙапрын һәм күп факторлы патологияларын өйрәнеү буйынса лаборатория асыла. Тикшеренеүҙең яңы йүнәлештәре бик көнүҙәк була. Күп милләттәрҙең барлыҡҡа килеү һәм үҙ-ара тәьҫир итешеү майҙаны булған Волга-Урал төбәге территорияһы бик әҙ тикшерелгән була. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре ерле халыҡтың биш быуыны вәкилдәренең ҡанын ала, ДНК-ларын алып өйрәнә. Һөҙөмтәлә донъя гендар бүленеше йышлыҡтарындағы Урал генофондының урынына беренсе тапҡыр молекуляр-генетик тасуирлама бирелә. Төбәктә йәшәгә милләттәрҙең айырмалары һәм уртаҡлыҡтары асыҡлана. Башҡорттарҙың этногенезында фин-уғыр, төрки һәм һинд-иран компоненттары булғанлығы билдәләнә, был этнографтарҙың, антропологтарҙың һәм рхеологтарҙың фараздарын дәлилләй. Башҡорттарҙа шулай уҡ басктарға һәм англо-сакстарға хас булған гендарҙың юғары тупланмаһы табыла. Эльза Камил ҡыҙы Башҡортостан халҡының нәҫел һәм тыумыштан килгән ауырыуҙарының молекуляр тәбиғәтен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә.

Ғалимдың тикшеренеүҙәренә һәм эшләнмәләренә халыҡ-ара ғилми үҙәктәр иғтибар итә. Мюнхен университетының кешенең молекуляр генетикаһы лабораторияһы менән берлектә тикшеренеүҙәр алып барыу тураһында договр төҙөлә, Эльза Камил ҡыҙы принята в члены Европа генетиктар йәмғиәтенә ағза итеп алына, «Кеше геномы» тигән халыҡ-ара йәмғиәткә индерелә.

Әлеге ваҡытта Өфөлә нәҫел һәм күп факторлы ауырыуҙарҙы башланғыс осоронда уҡ асыҡларға мөмкинлек биргән ДНК-диагнозлауҙы тикшереү һәм үҫтереү менән шөғөлләнә. Уның етәкселеге аҫтында медик-генетик консультация биреү ысулдары эшләнгән һәм ҡулланыуға индерелгән. ДНК-диагнозлауҙың йыллыҡ иҡтисади һөҙөмтәлелеге бер ауырыуға яҡынса өс мең доллар самаһы күләм менән баһалана.

Ғилми эшмәкәрлеге барышында, бүлек етәксеһе булараҡ та Эльза Хөснөтдиноваға финанслау ҡытлығы, аспирантураға дәғүә итеүселәрҙең йомшаҡ әҙерлеге кеүек проблемалар менән осрашырға тура килә.

Э. К. Хөснөтдинова 84 фән кандидаты һәм 8 фән докторы әҙерләгән. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың ағзаһы.

Ғилми эшмәкәрлек барышында 750 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография баҫылған, 10 патент алынған. Шуларҙың 470-е үҙәк матбуғатта, 234-е сит илдәрҙең матбуғатында нәшер ителгән. Ғилми эшмәкәрлек менән рәттән юғары уҡыу йорттарында — Башҡорт дәүләт университетында, Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Башҡортостан медицина университетында — педагогик эш алып бара[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999)
  • Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015)

Ире Хөснөтдинов Әсхәт Әхмәтйән улы, авиация институтын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Милли банкында эшләй. Улдары бар, өлкәне — Радмир. Үҙенең интервьюларында Эльза Камил ҡыҙы иренең һәр яҡлап булышлыҡ иткәненә рәхмәтле булыуын белдерә һәм яҙмыш уға һәйбәт ғаилә бүләк иткәне тураһында әйтә.

  • Эльза Камил ҡыҙының хыялы бар — Өфөлә йөклөлөк барышында яралғының сәләмәтлеген диагнозлау үҙәге асыу.
  • Эльзаның игеҙәк ҡыҙ ҡәрҙәше бар.
  • Мәктәп һәм студент йылдарында Эльза спорт менән мауыға — ҡыҫҡа дистанцияларға шәп йүгерә, саңғы ярыштарында призлы урындар ала.
  • Республикала ҡатнаш никахтарға тәнҡитле ҡараш урын алыуға ҡарамаҫтан, профессор Хөснөтдинова ыңғай ҡарай, сөнки ҡатнаш никахтарҙа мутациялар йышлығының тап килешеү ихтималлығы күпкә әҙ тип иҫәпләй.
  • Эльза Хөснөтдинова С. Ю. Вертьяновтың биология буйынса 10—11 кластар өсөн православие дәреслегенә (Изге Троица Сергий Лавраһы нәшриәте) ыңғай һығымта биргән тигән хәбәр сыға[5]. Ләкин ул үҙе был мәғлүмәтте кире ҡаға[6].